«Ирәндек» хәйриә фонды Башҡортостан Республикаһының 2024 йылдың 31 авгусынан 8 сентябренә тиклем Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Абу-даби ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара һунар һәм ат спорты күргәҙмәһендә ҡатнашыуын ойоштора, тип яҙа “Баймакский вестник”. Күргәҙмәлә ҡулдан эшләнгән заманса башҡорт эйәре һәм Салауат Юлаевтың эйәренең тарихи күсермәһе тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ заманса эйәрҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк.
Былтыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан Республикаһының милли музейы уникаль экспонаттар тәҡдим итте. Улар араһында «Башҡорт аты тарихы» күргәҙмәһенең төп экспонаты булған эйәр бар ине. Был эйәрҙе Музейға Ҡалмаҡлар ауылы ҡарттары 1925 йылда тапшыра. Легенда буйынса, эйәр республиканың милли геройы Салауат Юлаевтыҡы булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтәсәк.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.