Атайсал
30 Август 2024, 07:25

Сифатлы аҙыҡ етештерә

Иҫәнғолдан Тимур Әйүпов дәүләт ярҙамы менән ҡатнаш аҙыҡ етештереү линияһын эшләтеп ебәргән.

Сифатлы аҙыҡ етештерәСифатлы аҙыҡ етештерә
Сифатлы аҙыҡ етештерә

Беҙҙең районда халыҡ башлыса шәхси хужалыҡ тотоп, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырап, баҡса үҫтереп көн күрә. Кибет кәштәләре һығылып торһа ла, тәбиғи, үҙ көсөң менән үҫтергән хәләл ризыҡҡа етәме инде?! Ҡаҙ-өйрәк булһынмы, тауыҡтармы, эре йәки ваҡ мал-тыуармы – таҙа һыу, сифатлы аҙыҡ ашап үҫкәне тәмле генә түгел, шифалы ла була.

Сифатлы аҙыҡ тигәндәй, ейәнсуралар был йәһәттән уңды – йүнсел Тимур Әйүпов 2022 йылда ҡатнаш аҙыҡ етештереү линияһын эшләтеп ебәрҙе. Ике йыл эсендә ул эшен яйға һалған да инде. Цехта хәҙер төрлө ҡатнаш аҙыҡтар етештерелә, бында грануланған ҡатнашмалар, ярҙырылған арпа һәм бойҙай шулай уҡ пресс ярҙамында онталған иген дә бар. Өҫтәүенә, һатып алыусылар теләге буйынса төрлө “рецепт” буйынса ҡатнаш аҙыҡ та әҙерләйҙәр икән.

Был цехтың асылыуы игенселек менән шөғөлләнгән фермерҙарыбыҙ өсөн дә ҡулай. Сөнки йүнсел эшкәртеү өсөн иген культураларын үҙебеҙҙең район хужалыҡтарынан һатып ала. Тимәк хәҙер район халҡында – ҡайҙан яҡшы мал аҙығы алырға, ә ҡырсыларҙа уңышты кемгә һатырға тигән һорау тормайҙыр, моғайын.

Азамат Салауатов, бизнес-шериф:

-Тимур Әйүпов 2021 йылда Инвестсәғәттә ҡатнашҡайны. Уның проекты комиссия тарафынан яҡлау тапты. Ә 2022 йылда ул ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһында ҡатнашты һәм проекты хупланып, грант алыуға өлгәште. Дәүләт ярҙамын гранулланған ҡатнаш аҙыҡ етештереү өсөн махсус ҡоролмалар һатып алыуға йүнәлтте.

“Республикала бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу системаһының  файҙалы булыуы ҡыуаныслы. Ауыл хужалығы тармағын  продукция етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтәбеҙ. Был үҫешкә стимул”. (Республика Башлығы Башлығы Радий Хәбировтың V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышынан).

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас