«Башэлектросбыт» клиенттары электр энергияһы өсөн Тиҙ түләүҙәр системаһы (СБП) аша түләгән осраҡта кешбэк алырға мөмкин. Кешбэк күләме — түләү суммаһынан 1 процент.
Акция 2025 йылдың 30 апреленә тиклем ғәмәлдә.
Кешбэк алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Хеҙмәт өсөн түләгәнгә тиклем лояллек программаһында (vk.cc/cwZx18) йәки «Сәләм!» мобиль ҡушымтаһында (vk.cc/cA5Lhj) теркәлегеҙ.
Лояллек программаһында ҡатнашҡан банктағы һеҙҙең иҫәпкә бәйле һәм түләү башҡарыласаҡ телефон номерын күрһәтергә кәрәк.
Электр энергияһы өсөн сайтта (vk.cc/cAPqis), «Клиенттың шәхси кабинеты»нда (vk.cc/9V4enM) йәки «ЛКК ЭСКБ» мобиль ҡушымтаһында Тиҙ түләүҙәр системаһы аша түләгеҙ.
- персональ компьютерҙа QR-кодты кеҫә телефоны камераһы ярҙамында йәки үҙегеҙҙең банк ҡушымтаһынан сканерлағыҙ;
- мобиль ҡоролманан Тиҙ түләүҙәр системаһы аша түләү тигән ысулды һайлағыҙ.
Исемлектә үҙегеҙҙең банкты күрһәтегеҙ һәм уның ҡушымтаһына күсегеҙ.
Түләүҙе банк сайтында йәки ҡушымтаһында раҫлағыҙ.
Кешбэк һеҙҙең иҫәпкә бер нисә минут эсендә күсә. Акция осоронда бер клиентҡа кешбэктың иң ҙур күләме сикләнмәгән.
Акцияның ентекле ҡағиҙәләре – ошонда: vk.cc/cAPtFn.
Сығанаҡ: Аңлатабыҙ. Башҡортостан