Атайсал
2 Октябрь 2024, 09:15

Һәр ҡомартҡы бында тарих һөйләй

Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән Шәмсинур Ейәнбирҙина шәхси музей ойошторған

Һәр ҡомартҡы бында тарих һөйләйҺәр ҡомартҡы бында тарих һөйләй
Һәр ҡомартҡы бында тарих һөйләй

Һәр әйбер ниндәй ҙә булһа тарих һаҡлай, тимәк музей ҡомартҡыһы булырлыҡ. Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән Шәмсинур Ейәнбирҙина был хәҡиҡәтте бәләкәйҙән аңлай. Ә Ырымбур ҡалаһында тәүге тапҡыр музейҙа булғас, “Берәй ҡасан мин дә музей ойошторасаҡмын!” тигән хыял менән йәшәй башлай. Былай ҙа йыйнаҡ, эшкә шәп ҡыҙ шунан алып күңеленә ҡәҙерле булған һәр әйберҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Күгәрсен районы Сирбай ауылына Венера ҡыҙына ҡунаҡҡа барғанда бер ҡатындың шәхси музейында була, шунан музей ойоштороу эшен башлай.

        Ике айҙа музей әҙер булған

Башланған эш – бөткән эш. Ике ай тигәндә, ниһайәт, Шәмсинур Ғәйнетдин ҡыҙының хыялы тормошҡа аша. Ихаталағы ике яҡлы утъяҡҡыс музей өсөн бик уңай булып сыға. Етмәһә, бында үҙе бер ҡомартҡы булған ҡаҙанлы ҙур мейес тә урынлашҡан. Уның янында халҡыбыҙ көнүрештә ҡулланған һауыт-һаба: ағастан эшләнгән һауыттар, көбө, табаҡ, батман, ҙур еҙ һәм тимер самауырҙар, самауыр ҡайнатыу өсөн кәрәкле йәмкә, һоҫҡо, торба һәм күмер һүндереү өсөн суйын кеүек әйберҙәр. Эргәлә – ҡул сепараторы. Был мөйөштә үҙеңде үткән быуат урталарында кеүек хис итәһең.

Төрлө кәрәсин лампалары бер өҫтәл булып теҙелгән. Ә миҙалдар һәм грамоталар Ейәнбирҙиндар ғаиләһенең фиҙәҡәр хеҙмәтен сағылдыра. Биш балаға ғүмер биргән Шәмсинур Ғәйнетдин ҡыҙының “Әсәлек даны” миҙалы ла музейҙа лайыҡлы урын алған.  

Бер ғаиләне урып үтмәгән Бөйөк Ватан һуғышының да эҙҙәре һаҡлана. Атаһының фронттан әсәһенә ғәрәп телендә яҙған хаттары, ҡайныһы Сәхи Ейәнбирҙиндың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһындағы ҡағыҙ ҙа ҡәҙерләп һаҡлана. Ә шкафта фронттан ҡайтҡан тәрилкә, тимер ҡалаҡ һәм кружка урын алған.

Шәмсинур инәйҙең тормош иптәше Сәми олатай колхозда хисапсы булып эшләгән. Музейҙа уның эш ҡоралдары: электрон һәм ябай иҫәп ҡоролмалары бар. Инде төҫтәре уңып, ситтәре һарғая башлаған байрам открыткалары, “Октябрь байрағы” район гәзите лә тарих һөйләй. Шәмсинур инәй күп йылдар ҡәҙерләп һаҡлаған балаларының “Әлифба”һын, мәктәп формаһын, алъяпҡыстарын, галстуктарын, хатта үҙенең туй күлдәген дә иң түргә элгән.

Иң ҡәҙерле ҡомартҡылар

Урындыҡ түрендә – һандыҡ, ә урҙала өләсәһенән ҡалған суҡлы шәл, таҫтамалдар урын алған. Үҙе үк экскурсовод ролен үтәгән Шәмсинур Ғәйнетдин ҡыҙы һәр ҡомартҡы тураһында ентекләп һөйләй. “Ә иң ҡәҙерлеһе ниндәй?” тигән һорауға стенала эленеп торған бәләкәй генә шкаф янына килеп, һыйпап ҡуйҙы.

  • Һәр ҡомартҡы күңелемә яҡын, әммә бейемемдән ҡалған шкаф менән көҙгө – иң ҡәҙерлеләре. Уларҙы ҡайным менән өйләнешкәс тә, 1934 йылда алалар. Бейемем ҡәҙерләп кенә тотондо. Ә хәҙер мин уларҙың төҫө итеп һаҡлайым. Әсәйемдең күлдәге менән камзулын, өләсәйемдең тәңкәле еләнен дә күҙ ҡараһылай күрәм. Әйткәндәй был еләнгә – 140 йыл! ­– ти Шәмсинур Ейәнбирҙина.

Ҡул эштәре – күңел емештәре

Сигергә яратҡан оҫтабикәнең төрлө йылдарҙа сиккән ҡулъяулыҡтары, таҫтамалдары, яҫтыҡ тыштары ла музей күргәҙмәлеге. Шәл оҫтаһы булараҡ дан алған Шәмсинур Ғәйнетдин ҡыҙының музейында дебет әүернә, орсоҡтар, дебет һуҡҡыс, ая, аяҡ орсоғо, ҡолға кеүек әйберҙәр менән дә танышырға була. Теген машинкаһы, бәйләм энәләре, ырғаҡ һәм махсус станоктар инәйҙең төрлө яҡлап оҫта булыуын һөйләй. Ә урындыҡҡа түшәлгән һуғылған балаҫ, өҫтөндәге буй юрғандар, сағыу түшәктәр музейға тик йәм генә өҫтәй.

Һәр экспонат иғтибарға лайыҡ

Бәләкәй генә музейҙа экспонаттар бихисап. Ҡул йышҡыһы, салғы һәм уны сүкеү өсөн түштәр, багор тиһеңме – боронғо эш ҡоралдарының ниндәйе генә юҡ! Ҡулдан эшләнгән ағас тәрилкә, ҡалаҡтар, тал һәм ағас бишек, талдан үрелгән тауыҡ ояһы, ағас ҡул тирмәне, балаҫ баҫыу станогы, хатта сысҡан аулау өсөн ағас тәпе лә – барыһы ла атай-ҡартатайҙарҙың көнреше сағылышы. 

Өҫтәүенә Шәмсинур инәй нумизматика менән дә ҡыҙыҡһына булып сыҡты. Уның коллекцияһы артыҡ ҙур булмаһа ла, совет һәм хәҙергә осор аҡсалары янында Николай I һәм Екатерина II дәүеренә ҡараған боронғолары ла бар. Төрлө йылдарҙа туғандары, дуҫтары бүләк иткән сит ил аҡсалары ла урын тапҡан. Бында шулай уҡ Ейәнбирҙиндар йәшәгән урында төрлө йылдарҙа табылған боронғо тәңкәләр һәм биҙәүестәр ҙә һаҡлана.

  Ярҙамсылар булғас, музей ҙа бар

Ошондай ҙур эште башҡарып сығыу өсөн һаҡсыл да, тырыш та булыу кәрәк. Әммә яңғыҙ кешегә барыбер ҙә ауыр булыр ине.

– Әгәр ярҙамсыларым булмаһа, мин был эште үҙем генә атҡарып сыға алмаҫ инем, –  ти Шәмсинур инәй. – Ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә ҙур рәхмәт!

Ә ярҙамсылары бихисап. Мәҫәлән, ауылдаштары Зөһрә Ҡолтаева, Нурия Аҡсурина, Ғәтифә Ейәнбирҙина һәм Мәрфүға Ҡаһарманова. Ағас һауыт-һабаны, балаҫ һуғыу станогын Үрге Бикбирҙе ауылында йәшәгән кейәүе Рәсүл Исхаҡов ата-әсәһенән ҡалған ҡомартҡы булараҡ алып килгән.

Музейҙа экскурсиялар йыш ҡына булып тора. Күрше Күгәрсен районынан да килеүселәр бар икән. Уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрендә лә экспонаттар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шәмсинур Ғәйнетдин ҡыҙы Ейәнбирҙина кеүек үткәнебеҙгә битараф булмаған яҡташтар булғанда, йәш быуын тарихты ишетеп кенә белмәҫ, күрә, хатта тотоп та ҡарай алыр.

 Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас