Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ йылыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 октябрҙә, аяҙайысан-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +8...+10, төндә –5...+1 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 18 октябрҙә, болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +7...+11, төндә +6 градус. Ел көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбелә, 19 октябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +8...+10, төндә +6...+8 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.