Атайсал
17 Октября 2024, 07:35

Путин Өфөгә ни өсөн килә

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндың Өфөгә ни өсөн килеүе тураһында һөйләне

Добавить в предпочтительные источники Google
Путин Өфөгә ни өсөн киләПутин Өфөгә ни өсөн килә
Путин Өфөгә ни өсөн килә

Бөгөн Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” XII Халыҡ-ара форумы ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын ҡабул итә. Уны үткәреү урыны итеп Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы быйыл беренсе тапҡыр Өфө һайланды.

«Шуныһы мөһим, «Рәсәй – спорт державаһы» форумы ғәҙәттәгесә илебеҙ етәксеһе ҡатнашлығында үтә. Өфөлә Владимир Владимирович Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрәсәк, ә беҙ дәүләт башлығына Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән ҙур спорт объекттарын тәҡдим итәсәкбеҙ. Был Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге һәм Ишкәкле слалом комплексы», – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Автор:Юлай Мурзабаев