Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Октябрь , 16:53

Башҡортостанда уҡыусы класташтары алдында уҡытыусыһын кәмһеткән

Алкино ауылында уҡыусы уҡытыусыны һүккән, һуңынан ҡылығын кеҫә телефонына яҙҙырып, уҡытыусы менән һуғышҡан. 

Видеояҙмала уҡыусы менән инглиз теле уҡытыусыһы араһындағы бәхәс төшөрөлгән. Уҡыусы дисциплинаны тупаҫ боҙған, насар ым-ишара һәм уҡытыусыға ҡарата кәмһетеү һүҙҙәре ҡулланған. Ә ҡалған уҡыусылар, уҡытыусы улаҙы әлеге ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдерергә саҡырыуына ҡарамаҫтан, ситтән күҙәтеүселәр позицияһын биләгән.

Үҫмер, дәрес барышын өҙөп, «концерттар ойошторорға» ниәтләнеүе тураһында белдергән. Провокацияға бирелеп, педагог үҙ-үҙенән сыҡҡан һәм уҡыусыға ҡарата үҙ фекерен әйткән. Уны “наркоман” һәм “алкоголик” тип атаған. Хоҡуҡ боҙоусыны кластан сығарырға маташҡанда, уҡыусы уҡытыусыны этеп ебәргән.

Уҡыу йорто етәкселеге уҡытыусының рәсми ялыуынан һуң хәлгә үҙ ҡарашын белдергән һәм уҡыусының ата-әсәһен директор менән әңгәмәгә саҡырған. Әммә уҡыусы, видеояҙма интернетта киң таралыу алғас ҡына, уҡытыусынан ғәфү үтенә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: