Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Октябрь , 20:35

Баҙарҙарға барһаң...

Яңы көн тыуғас, телефонын эҙләгәндә (уны барыбер таба алманылар) Дамирға шаҡ ҡатырғыс хәбәр еткерҙеләр. Имеш, Рәзиләне Ирәндек оҙатып ҡуйған, һарыуы ҡайнаны: «Былай ғына ҡалдырмаясаҡмын мин быны! Ну, погоди, заяц!»

Йәшәүгә өйрәтә баҙар,

Йолҡҡолай уҡаларҙы;

Уҡаһы ҡойолған донъя

Уҡыта доғаларҙы.

Мәүлит Ямалетдин

Беренсе бүлек

1

– Улым, тор! Ҡуҙғала башларҙар йә... Зарифаның холҡо үҙе менән... Ҡалдырып китһәләр, нишләрбеҙ? Былай ҙа ыңғырлай-ыңғырлай ғына ризалаштылар.

Ирәндек ике әйттермәне, шунда уҡ күҙҙәрен асты. Кирелеп-һуҙылып тәнен яҙҙырғас, тороп ултырҙы. Йоҡоһо туймағайны, кейенгән арала күҙҙәрен йоҙроҡ һырты менән ыуҙы. Йыуынып инеүенә, әсәһе сәй яһап ҡуйғайны.

– Ихсан ағай машинаһын гараждан да сығармаған әле, – тип, ризаһыҙлыҡ белдерҙе ул сынаяҡҡа үрелер алдынан. – Ә һин ҡабаландыраһың.

– Хәлеңде аңлайым, улым. Йоҡоң туймағанын да беләм, иптәштәрең менән клубҡа ла йөрөгөң киләлер. – Кәтибә апай һыуытҡыстан банкалар сығарып, сумкаға тултыра башланы. – Үҙем генә барыр инем дә бит, өйҙә лә эш баштан ашҡан. Бесән саптырырға трактор һөйләшкәйнем. Шуны эш итеп ҡуйһаҡ, бер мәшәҡәттән ҡотолор инек.

– Кем менән һөйләштең, әсәй? – Ирәндек икмәк телеменә ҡаймаҡ яҡты.

– Ғиззәт менән. Ауылдағы берҙән-бер трактор унда бит. Колхоз бөткәс, улары ла ҡалманы. Элгәре тимерлек алды тулып ултырырҙар ине.

– Ә атайым тракторын тимерлеккә илтмәй, төнгөлөккә өй алдына ҡуя торғайны...

Улы атаһын хәтергә төшөргәс, Кәтибә апайҙың йөҙөнә ҡара шәүлә һарылды. Өйҙө тынлыҡ баҫты. Бер ара асыҡ тәҙрәнән ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашҡаны, ем тибеүсе тауыҡтарҙың ҡытҡылдашҡаны ғына ишетелеп ҡалды. Ҡатыны менән улының күҙ терәге, типһә тимер өҙөрлөк ирҙең ғүмере теттереп донъя көткәндә фажиғәле өҙөлдө. Атаһының тракторын телгә алыуы юҡҡа түгел Ирәндектең, ана шул техника башына етте лә инде уның.

Әсә менән баланың йөрәгенә ҡан һауҙырған был ваҡиға һыуығы електәргә үтерлек ҡыш көнө булды. Колхоз эше артынан йөрөп, күрше ауылдан ҡайтып килгәндә юлды ҡыҫҡартырға уйлағандыр, күрәһең. Тураға китә. Уҫаҡлыкүлде урап уҙмай, көрт һалған боҙ өҫтөнән үтә. Йоҡа боҙ ауыр тракторҙы күтәрә алмай, күлдең ҡап уртаһында уны һыу уба.

Беренсе булып Кәтибә апай иҫен йыйҙы:

– Хәсрәт утында янып ултырыр мәл түгел. – Ул тәҙрәгә күҙ һалып алғас, улы янына килде. – Күренмәйҙәр әле. Тағы сәй яһайыммы? Ҡарһаланып ашама, тамағыңды ныҡлап туйҙыр, көн оҙон, асығырһың.

– Берәй нәмә алып ашармын әле.

Улы сынаяҡты ҡаплағас, әсә ҡарашын әле генә тултырған сумкаға йүнәлтте.

– Банкаларҙа – ҡаймаҡ, эремсек менән май айырым төрөлгән. Һиңә һатаһы ғына ҡала. Хаҡтарын беләһең. Әйтергә онотҡанмын, Сөйөмбикә әбейгә тигән майға, исемен яҙып, ҡағыҙ бәйләнем. Үткән барғанда, бигерәк тәмле, тағы килтерерһең әле, тип үтенгәйне. Баҙарға үҙе килә алмаһа, бер арала индереп сығырһың, алыҫ тормай бит. Юлың уңһын, байып ҡайт!

– Әсәй, тағы бер нәмәне әйтергә оноттоң.

– Нимәне?

– Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө, аҡсаңды урлата күрмә, тип.

– Шулаймы ни?

Икеһенең дә йөҙө көләсләнде, күңеле күтәрелде.

Баҙар юлын тапап донъя көтә әсә менән ул. Шулай итмәй булмай, сөнки аҡса килер башҡа урын юҡ. Кәтибә апайҙың үҙенә күрә эше бар ине әле, уныһынан да яҙҙы. Хоҙайҙың ҡарғышы төшкән ниндәй илдер ул Рәсәй! Үҙгәреш артынан үҙгәреш. Бөтмәгән әллә ниндәй милли проект та милли проект. Файҙаһы тейһә тағы бер хәл, эҙемтәләрен халыҡ үҙ елкәһендә татый. Йыйыштырыусы ине ул. Урта мәктәпте туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырғас, штатты ҡыҫҡарттылар. Оптимизация – ҡулайлаштырыу, имеш!

Ҡалаға баҙарға йөрөй улар. Уныһы йәһәннәм аръяғында. Барып ҡайтыр өсөн генә лә ярты көнөңдө юғалтаһың. Машиналы кешеләргә юл йөрөү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, ә «тимер аты» булмағандар ахмалға төшә. Автобусҡа күҙ терәйҙәр. Уға эләгер өсөн йөкмәнеп таң менән оло юлға сығыу кәрәк, сөнки ауыл дүрт саҡрым ситтәрәк ята. Иртә-кис үткән автобус ҡалаға баҙарҙың иң ҡыҙған сағында барып етә. Алып барған әйберҙәрең- де һатып бөтәһеңме-юҡмы, ҡайтыу тураһында уйлана башлайһың. Автобустан тороп ҡалһаң, эштәр хана. Үткенсе машиналарға ҡала көнөң. Улары ултыртыуын-ултырта, ләкин юл хаҡын да ҡайырып ала. Һыҡмырларға керешһәң, буштың атаһы үлгән, тип кенә ебәрәләр. Был хәләл аҡсаңды һыуға һалыу, көндө бушҡа уҙғарыу тигән һүҙ. Башта шулай ыҙаландылар, тора-бара эштәре көйләнде. Быныһы күршеләренә бәйле.

Ауылда кистән клубҡа йыйылған йәштәр таралышҡас ҡына бикләнеүсе киоск бар ине. Унда һыу, һут, һыра, тәмәке, һағыҙ кеүек үтемле тауарҙар өҙөлмәне. Һыра һатыуҙы тыйғас, ябылды. Киоск хужаһы Зарифа апай, кереме юҡ, тигән һылтау тапты. Ҡаңғырып оҙаҡ йөрөмәне, тәртәһен баҙарға борҙо. Ҡулдарында – машина, һөт ризыҡтары менән генә сикләнмәнеләр, миҙгеленә ҡарап, йәшелсә, емеш-еләген дә һаттылар. Бергә-бергә күңеллерәк булыр, алып барған әйберҙәргә күҙ-ҡолаҡ булышырбыҙ, тип күршеләрен дә үҙҙәре янына һыйындырҙылар. Кәтибә апай баҙарға даими йөрөй алмай (донъя мәшәҡәттәре аллы-артлы сығып тора, өлгөр генә!), ҡайһы берҙә улын ебәрә. Бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫкән Ирәндек күптән ҡул араһына ингән, һатыу итергә лә оҫтарып бара. Тик атай тәрбиәһе күреп үҫмәгәнгәмелер, ҡыйыуһыҙыраҡ, юғалып ҡала торған ғәҙәте бар. Шулай ҙа бөтмөр. Ун алтынсы йәше менән барған үҫмерҙең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ара-тирә йүкә сөй ҡағып алырға ла онотмай әсәһе: «Бәхетемә күрә, әлдә һин бар әле. Һинһеҙ мин – ике ҡулһыҙ».

Ирәндек күршеләренең ҡапҡаһын асҡанда, улар юлға сығырға әҙер түгел ине әле. Аҙбар яғынан ҡулына биҙрә тотоп килгән Зарифа апай машинаны ҡараусы иренә өндәште:

– Ихсан, ниңә әйберҙәрҙе сығармайһың?

– Хәҙер, май ғына һалайым да...

– Кистән ҡарап ҡуялар уны, шуға ла башың етмәй.

– Ҡасан ни эшләргә икәнлеген үҙем беләм! – Ир ҡулын сепрәккә һөрттө. – Малдарҙы көтөүгә ҡыу ҙа ҡуҙғалайыҡ, һуңлайбыҙ.

– Ҡырҡҡа ярылайыммы ни?! – тине ҡатын, асырғанып. – Өҫ-башымды ла алмаштыраһым бар.

– Көтөүҙе Дамир ҡыуһын.

Зарифа апай иренә күҙҙәрен аҡайтып ҡараны:

– Баш осонда мылтыҡ шартлатһаң да уянмаясаҡ. Таң алдынан ғына ҡайтып ятты.

– Тфү! – Ихсан ағай ҡапҡаны шар асып ҡуйҙы. Ялан кәртәнән сыҡҡан малдарҙы урамға әйҙәне. – Мин көтөү ҡыуып киләм, әйберҙәрҙе урынлаштырырға Ирәндек ярҙамлашыр.

Һин дә бындамы ни, тигәндәй, күрше апай үҫмергә бер тына ҡараны ла өйгә инеп китте.

Ир әйләнеп ҡайтҡанда «Нива» лыҡа тулы ине. Һөт ризыҡтарынан тыш, Зарифа апай машинаға ҡыяр, башлы һуған, картуф һалдырҙы. Улар багажникка ғына һыйманы, кабинаға ла тултырҙылар. Урын ҡалмағанлыҡтан, Ирәндеккә сумкаһын алдына алып ултырырға тура килде.

– Дамирҙы тәки уята алманым, – тине ҡатын, ҡуҙғалып киткәс. – Һөттө тапшырырға, быҙауҙы туғайға алып барып арҡанларға онотмаһа ярар ине.

– Юлда шылтыратып иҫенә төшөрөрбөҙ, – тине ир.

«Вәт йоҡо тоҡсайы! – тип уйланы Ирәндек. – Ата-әсәһен оҙатып та ҡалманы, һуңынан бүҫелгәнсе йоҡлар ине әле».

2

Иҙрәп йоҡлап ятҡан Дамир телефон шылтырағанға тертләп уянды. Үрелеп телефонын алғас, башын яңынан мендәргә терәне. «Иртүк кем әҙләй икән?» Трубканы ҡолағына терәгәс, күҙҙәрен йомдо.

– Алло, улым, ишетәһеңме, был мин – әсәйең. Торҙоңмо әле?

– Нет еще, – тине Дамир уяулы-йоҡоло.

– Тор инде. Беҙ атайың менән баҙарға китеп барабыҙ. Эштәрҙе ҡара. Быҙауҙы туғайға алып барып арҡанла. Һыу бирергә онотма. Кухнялағы өҫтәлгә бер биҙрә һөт ҡуйҙым. Шуны һөт йыйыусыға сығарып бир. Үтеп китмәһен, ҡараңҡырап тор. Әтеү һөт әрәм булыр. Айыртырға өлгөрмәнем. Аңланыңмы?

– О'кей!

– Пока, улыҡайым!

– Пока...

Һонтор булып үҫеп килеүсе етеү сәсле үҫмер ҡабырғаһына әйләнеп ятты ла йоҡоға сумды. Ул уянғанда, төш яҡынлашҡайны инде. Шулай ҙа торорға ашыҡманы, ике ҡулын баш аҫтына ҡуйып, уйланып ятты. «Мобильниктан кем менәндер һөйләште түгелме һуң? Әллә төшөндәме?.. Шнурки! Точно! Эш тә ҡуштылар шикелле... Быҙау... Һөт... Точно!»

Йыуынырға сығыр алдынан электр сәйнүген тоташтырҙы. Ҡайнай торһон. Сәй эскәс кенә быҙауға сират етте. Һөттө иһә ни эшләтергә лә белмәне. Ялан кәртәлә көтөп ятырға һөт йыйыусы быҙауҙыр шул, ҡапҡа төбөндә тапанған-тапанғандыр ҙа, өйҙән сыҡмағастары, китеп барғандыр. Әсәһенә һуҡранырға сәбәп табылды: «Күпме һөттө исрафлағанһың!» Атаһы, һәр ваҡыттағыса, өндәшмәҫ, саллана башлаған ҡара сәстәрен һыйпап алыр ҙа, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, ситкә барып баҫыр. Әсәһе күршеләрен миҫалға килтерер. «Ана Ирәндек баҙарҙа һатыу итә. Арҡыры ятҡанды буйға һалырға ла ҡулыңдан килмәй. Көноҙон һыу буйынан ҡайтып инмәйһең. Төнө менән әллә ҡайҙа олағып йөрөйһөң», – тиер.

Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле. Атаһы булһа, Ирәндек тә баҙарға йөрөмәҫ, күл буйында ятыр ине. Уның атаһы үлгәнгә, ул, Дамир, ғәйеплелер шул. Әсәһе аҡса еткерә алмағас, ана, компы ла, матайы ла юҡ. Шуға баҙарҙан ҡайтып инә белмәй. Ҡаймаҡ, май һатып ҡына комп алырһың, алмай ни!

Туйып һикерәһең, тип битәрләй әсәһе гел генә. Битәрләр булғас, тапмаһындар ине. Үҙ иркем менән донъяға килмәгәнмен дә баһа. Тыуҙырғандар икән, ашатһындар, эсерһендәр, кейендерһендәр, нимә теләй, шуны алып бирһендәр. Был – уларҙың бурысы. Хайуандар ҙа, ҡоштар ҙа балаларын ҡурсалай. Ҡулыңа сыбыҡ тотмай, ҡаҙҙар янына барып ҡара, ата ҡаҙ суҡып алырға ғына тора. Тауыҡ һуң! Ҡарға осоп үтһә лә, себештәрен ҡанат аҫтына йыйып ала һала.

Туҡта, бер биҙрә һөт, тип фәлсәфәгә артыҡ бирелеп китте түгелме? Мейе серетеп, нимәгә кәрәк был?

Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Дамирҙың тынсыу өйҙә ултырғыһы килмәне. Уҫаҡлыкүлгә һыпыртырға кәрәк. Исмаһам, рәхәтләнеп һыу инер, ҡомда ҡыҙыныр. Әйтерһең, быға ҡәҙәр һыу күрмәгән, тәне былай ҙа негрҙыҡынан һис тә кәм түгел, ҡояшта ҡарайған. Иптәштәре әллә ҡасан ундалыр. Рәзиләне лә саҡырғанда? Уның менән тағы ла күңеллерәк булыр, ярыша-ярыша йөҙөрҙәр, һыу сәсрәтешерҙәр ине. Батырам, тип сәрелдәтеп тә алыр.

Рәзилә – уның күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙы. Тиңдәштәренән бер нимәһе менән дә айырылмаһа ла (матур матур күренмәҫ, һөйгән матур күренер, тиҙәр бит), танауына яңы еҫ инә башлаған үҫмер өсөн ул сибәрҙәрҙең дә сибәре: биле нескә, сәстәре ҡоңғорт, күҙҙәре зәңгәр, ҡаштары ҡыйғас. Гел уның янында сыуалырға тырыша, юҡ сәбәпте бар итеп шылтырата. Ҡыҙҙың янында башҡаларҙы күрһә, көнсөллөгө килә, йоҙроҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре йомарлана: тайығыҙ бынан, хәҙер иманығыҙҙы уҡытам!

Тауышы моңло уның. Һандуғастар көнләшерлек. Һирәк-мирәк мәктәптә ойошторолған кисәләрҙә сығыш яһағаны бар. Ҡат-ҡат һорап йырлаталар. Район смотрына ла алып барғайнылар, ниңәлер призлы урын бирмәгәндәр. Үҙенә ҡалһа, уны мотлаҡ еңеүсе итер ине.

Тик ҡыҙҙың тырҫ та мырҫ һөйләшеүе эсен бошора. Дамир үҙен бәләкәйҙән өҫтөн ҡуйырға ғәҙәтләнгән. Фәҡәт уның һүҙе генә һүҙ. Ни генә эшләмәһендәр (уйнаһындармы, уҡыуҙамы), мотлаҡ ул алдынғы булырға тейеш. Башҡалар уның күҙенә генә ҡарап торһон, ҡушҡанын үтәһен. Күҙен һүҙ итә алмаһа, юҡ-бар өсөн дә ҡыҙа ла китә. Уйнағанда мутлашып булһа ла теләгенә ирешә, ә уҡыу тигәненең рәте юҡ. Көндәлегендә шыр «өслө»ләр, «дүртле»ләр һәм «бишле»ләр – һирәк ҡунаҡ. Бер йылды староста итеп ҡуйғайнылар, шуға бик шатланды. Был ул класташтарынан бер башҡа өҫтөн тигән һүҙ. Башта ихлас йөрөһә лә, башҡаларға һалышырға ғәҙәтләнгәнлектән, тора-бара ялҡты: ни өсөн бер ул ғына телен һәлендереп йөрөргә тейеш, ә башҡалар? «Вазифа»һынан бушаттылар.

Быларҙың береһе лә эҙһеҙ үтмәне, унда тәкәбберлек, маһайыу, иптәштәрен һанға һуҡмау кеүек кире сифаттар барлыҡҡа килде. Үҙенең уйлауынса, хәҙерге заман чувактары тап шулай булырға тейеш. Рәзилә шуны аңларға теләмәй. Әллә ҡурҡа? Ҡосаҡлатҡаны ла, үптергәне лә юҡ. Инәһенең артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән ҡолон һымаҡ тоя ул үҙен ҡыҙ янында. Иркәләтмәгәс тә, ниндәй мөхәббәт ти ул?

Дамир телефонын эҙләргә кереште. Ҡарамаған ерҙе ҡалдырманы өйҙә. Карауатта ятҡан икән, әсәһе менән һөйләшкәйне бит әле.

– Алло, привет!

– Сәләм!

– Минең бер предложением бар һиңә.

– Ниндәй?

– Может Уҫаҡлыкүлгә махнём?

– Ваҡытым юҡ. Өйҙә эш күп.

– Үлгәндән һуң да, өс көнлөк эш ҡала, ти ҡарттар.

– Ҡасан ҡартайырға өлгөрҙөң?

– Рәзилә, я серьёзно. Как всегда матайҙа елдерербеҙ. Һыу ингәс, үҙеңде пиво менән һыйлармын.

– Бармайым тинем бит инде.

– Кискә клубҡа сығаһыңмы?

– Уйлап ҡарармын.

– Ә һин уйлама, точно сыҡ. Уйлау кешене ваҡытынан алда ҡартайта, ти. Короче, мин һине, как всегда, клуб янында көтәм.

Дамир пакетҡа һыра тултырҙы. Ыҫланған балыҡ эҙләп ҡарағайны ла, тапманы. Бөткәндер, күрәһең. Магазинға һуғылып үтергә тура килер.

Бер аҙҙан урамда туҙан күтәрелде. Ул мотоциклда елдерә ине.

3

Оло юлға төшкәс, Ихсан ағай машинаны ҡыуҙы. Август башы ғына булһа ла, ҡайҙа баҡма, күҙгә һарылыҡ ташлана. Ямғыр бик һирәк яуғанғамылыр, баҫыуҙарҙа ашлыҡ әллә ни күтәрелә алмаған. Юл буйҙарындағы ағастарҙың ҡайһы берҙәре, әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, япраҡтарын алтынлатып та өлгөргән. «Болонда үлән йоҡалыр инде, һыйырҙы нисек ҡышлатырбыҙ икән?» – тигән уй килде тәбиғәтте күҙәтеп барған Ирәндектең башына.

Улар килеп еткәндә, баҙар яңы асылғайны, һәр кем үҙ тауарын теҙә. Өҫтәл алып өлгөрә алмағандар һуҡрана-һуҡрана йәшник эҙләй: «Үткән аҙнала ла урын ҡалмағайны, бөгөн дә шул уҡ хәл». Ирәндек тирә-яғына ҡаранды, кемдең нимә алып килеүен күҙҙән үткәрҙе. Уларҙыҡынан башҡа һөт ризыҡтары күренмәне. Һуңғараҡ ҡына килеп тулмаһалар. Улай ҙа була торған. Өҫтәлдәрҙә, нигеҙҙә, баҡсала үҫтерелгән ниғмәт: кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, ҡыяр, ташҡабаҡ, картуф, помидор, һуған, тәмләткестәрҙән – әнис, петрушка. Ҡайын миндеге менән мәтрүшкә лә ҡалмаған. Йомортҡа, тауыҡ менән өйрәк тә бар. Алъяпҡыс быуған бер ир, һарыҡ түшкәһен бүлгеләү өсөн, балтаһын үткерләй.

Һатып алыусылар әлегә һирәгерәк. «Ҡаланыҡылар, мал-тыуары булмағас, йоҡларға ярата», – Ирәндек әсәһенең һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккән әбей-һәбейҙәр генә күренгеләй. Бына уларҙың береһе яндарында туҡталды. Тәүҙә Зарифа апайҙың әйберҙәренә күҙ һалды, шунан ҡарашын Ирәндектекеләргә күсерҙе.

– Ҡаймағың яңымы?

– Яңы.

– Тәмләт әле.

Ирәндек әбейгә пластик балғалаҡ тотторҙо.

– Бигерәк тәмле! – Ҡарсыҡ ауыҙын сәпелдәтте. – Алам. Ауыл ҡаймағына етә буламы һуң инде, магазиндағыларҙың бер тәмен тапмайым, әллә бәләкәйҙән ауыл ҡаймағы ашап үҫкәнгә.

Әбей аҡса иҫәпләгән арала, Ирәндек башҡа тауарҙарын да тәҡдим итте:

– Май менән эремсек тә алығыҙ. Улары ла тәмле.

– Бик алыр инем дә, балам, бер пенсия аҡсаһын нимәгә генә еткерәһең.

Ҡул арты еңел булды әбейҙең. Ярты көн буйы эҫе ҡояш аҫтында баҫып тороуы бушҡа китмәне, төш еткәндә, ҡаймағын да, майын да һатып бөткәйне, ике төргәк эремсек кенә ҡалды.

– Зарифа апай, һораусылар булһа, һатырһың әле, – тине ул, эремсеккә ымлап. – Хаҡын беләһегеҙ. Мин Сөйөмбикә әбейгә барып киләм. Май һорағайны. Ниңәлер үҙе килмәне.

– Бар, бар! – тине дорфа ғына тегеһе, көнсөллөгө килеп. «Ҡабат эйәртеп йөрөтмәҫкә кәрәк быны! Уныҡын йығылып ятып алалар, беҙҙекенә әйләнеп тә ҡараусы юҡ», – тип уйланы ҡатын, баҙарға сығарған әйберҙәренең Ирәндектекенән ике тапҡырға күберәк икәнлеген белһә лә.

Сөйөмбикә әбей ауырыңҡырап тора икән, шуға күрә килә алмаған.

– Ҡан баҫымы менән яфаланам, дарыу ҙа ҡабып ҡараным, файҙаһы теймәне, – тине ишекте асҡас та.

Ирәндек, майҙы ҡалдырырмын да сығып китермен, тип уйлағайны. Ләкин уныңса булманы. Өйөнә килеүенә бик шатланған әбей уның да күңелен күрергә йыйынды. Сәй ҡуйҙы. Ҡыҫтатып торманы. Сөйөмбикә әбей менән гәпләшә-гәпләшә ике сынаяҡты бушатты.

– Әсәйең килә алманымы ни?

– Бесән саптыра.

– Мал тотҡас, уныһы ла кәрәк. Минән күп итеп сәләм тапшыр. Май өсөн рәхмәт әйтергә онотма.

– Онотмам, әбей.

– Быйыл нисәнсегә уҡырға бараһың, улым?

– Унынсыға.

– Урта мәктәпте тамамларға ла күп ҡалмаған икән, кем булырға йыйынаһың?

– Ул хаҡта уйламағанмын әле, башта ҡулға аттестат алырға кәрәк.

– Алырһың, башлы малайға оҡшап тораһың.

Ирәндек һаубуллашып китергә ишекте асҡас ҡына, аҡса бирмәгәнлеген иҫенә төшөрҙө Сөйөмбикә әбей.

– Һүҙгә әүрәп, ни мин онотҡанмын, ни һин иҫкә төшөрмәнең, – тине ғәйепле төҫ менән.

Баҙарға урап килгәнендә, Зарифа апайҙың ҡашы емерек, йөҙө һытыҡ ине. Уның ҡыҙыҡ ҡына ғәҙәте бар: машинаға бикләнә лә ҡулға ингән аҡсаһын ваҡыт-ваҡыт һанап сыға. Шулай итмәһә, күңеле булмай. Был ҡылығын ул, аҡса һанағанды ярата, тип аңлата. Юҡһа, заманында һатыусы булып эшләгәс, ҡара иҫәпкә лә шәп. Ирәндек киткәс, урынына ирен баҫтырҙы ла машинаға сумды. Алъяпҡыс кеҫәһендәге аҡса күңеленән иҫәпләгәне менән тап килмәй ине. Ҡат-ҡат һананы: йөҙ тәңкә етмәй! Биреп еткермәнеләрме икән, әллә дөрөҫ ҡайтарманымы? Бының булыуы мөмкин түгел! Тиненә саҡлы һанап барҙы, калькуляторҙа ла иҫәпләне. Ире алған тиер инең, ул аҡсаға яҡын да йоғошманы. «Кәтибә малайының ғына эше! Ҡайһы берҙә әйберен һатҡас, айырыуса аҡса ҡайтарып биргәндә, ҡалғанын өҫтәлгә ҡуйып тора. Шул арала бер йөҙлөктө сәлдергән! Һиҙмәй буламмы һуң, хәләл көс менән табылған да баһа. Килһен генә, халыҡ алдында тәүбәһен уҡытам!»

«Ни булды икән?» – тип уйларға ла өлгөрмәне, өҫтәл янына барып баҫыуға, Зарифа апай йыландай ыҫылданы:

– Яҡшы саҡта аҡсаны бир!

– Ниндәй аҡса? – Аптырап китте, алмаш-тилмәш күршеләренә баҡты.

– Белмәмешкә һалышып торған була бит әле, етмәһә! – Ҡатын зәһәрләнгәндән-зәһәрләнде. – Минең аҡсаны!

– Күпме?

– Йөҙ һум.

– Мин һеҙҙең аҡсаға теймәнем, – тине ул.

– Һуңғы тапҡыр әйтәм, сығар аҡсаны! – Ҡатын бөйөрөнә таянды. Үҫмер, ни әйтергә лә белмәй, телдән яҙҙы. – Тентегәнде көтәһеңме ни?

– Тентегеҙ, миндә һеҙҙең бер тинегеҙ ҙә юҡ, – тине Ирәндек, телен саҡ әйләндерел.

Урта буйлы, тулы кәүҙәле, ирендәрен буяған ҡатын ойошторған кәмит баҙарҙағыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.

– Юҡҡа рәнйетәһең егетте, – тине уларҙың береһе. – Йөҙ тәңкә лә булған аҡса.

Бығаса ауыҙын асырға ҡыймаған Ихсан ағай ҡатынын тыйҙы:

– Аҡылыңды юйма, Зарифа.

Асыуынан шартлар сиккә еткән ҡатынға етә ҡалды.

– Ҡыҫылмағыҙ, ни эшләгәнемде үҙем беләм. – Баҙарҙашына ла өлөш сығарҙы. – Дер һелкетәһе урынға яҡлап маташаһыңмы? Ир булып йөрөүең ҡороһон! – Сират аңҡы-тиңке килеп торған үҫмергә етте. – Бир әле аҡсаңды, һанап ҡарайыҡ.

Зарифа апайҙың өмөтө аҡланманы: Ирәндектең кеҫәһенән сығарған аҡсаһы һатҡан нәмәләре хаҡына тап килә ине. Ҡатын тамам оятһыҙланды, иренең тыйыуына ҡарамаҫтан, үҫмерҙе тентергә лә тартынманы. Баҙарҙағы халыҡ шаулашты:

– Үҙ аҡылында түгелдер был бисә!

– Бала рәнйеше төшөрөн дә уйламай!

Хәтере ныҡ ҡалды Ирәндектең. Ул өҫтәлдә сәселеп ятҡан аҡсаны кеҫәһенә тыҡты ла, һатылмай ҡалған нәмәләрен сумкаға һалғас, илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен тешләп, тиҙерәк был тирәнән китергә ашыҡты.

4

Йәй тыуһа, Уҫаҡлыкүлдән кеше өҙөлмәй, йәше-ҡарты шунда. Көндәр тын ҡурырлыҡ эҫе торғанлыҡтан, халыҡ айырыуса күп. Дамир килеп туҡтағанда ла күл буйы гөр килә ине. Нигеҙҙә, бала-саға ла үҙе кеүек үҫмерҙәр. Берәүҙәре тирә-яғын уҫаҡтар уратып алған күлде иңләп-буйлап йөҙһә, икенселәре арҡаһын ҡояшҡа ҡуйып ятҡан, өсөнсөләре туп тибә.

Дамир тиҙ-тиҙ генә сисенеп ташланы. Бер талай тирә-яғын байҡаны ла шаптырлап һыуға инеп китте, һалҡынса һыу тәнен семерләтте. Сикәнес алғас, берсә йөҙҙө, берсә сумды. Тәненә баҡа тиреһе ҡалҡҡас ҡына ярға сыҡты. Уны шунда уҡ иптәштәре уратып алды. Күҙҙәренән күреп тора, һыра һемергеләре килә.

– Грин?

– Күлгә кем аҡса менән йөрөһөн?

– Клубта осрашҡас бирербеҙ.

– Не вопрос!

Яр буйында ултырғылары килмәне. Беренсенән, эҫе, икенсенән, үткән-һүткәндең күҙе уларҙа буласаҡ. Әсәһенә ошаҡлауҙары бар: «Уҫаҡлыкүлдә табын ҡорғайнылар...» Иң яйлы урын – ҡыуаҡтар араһы.

5

Шәп-шәп атлап барған Ирәндектең ҡапыл аяҡтары тыңламаҫ булды, башы әйләнеп китте. «Шул ғына етмәгәйне!» Ул тирә-яғына ҡаранды, ултырып торорға урын эҙләне. Яҡын-тирәлә эскәмйә-маҙар күренмәне, ә туҡталышҡа ҡәҙәр байтаҡ атлайһы бар. Аяҡтарын саҡ тыңлатып, тротуарҙан сыҡты. «Работа», «Деньги», «Кредит», «Квартира. Час, ночь, сутки» кеүек һәр төрлө иғландар менән сыбарланған йыуан ғына бетон бағанаға арҡаһын терәне лә күҙҙәрен йомдо. Барыһын да – тын алғыһыҙ эҫе ҡаланы, шаулы баҙарҙы, ҡыҙып-туҙып үҙенән аҡса таптырған Зарифа апайҙы, ҡатынына бер һүҙ әйтергә лә ҡурҡҡан Ихсан ағайҙы – оноторға теләне.

Уны берәйһе ситтән күҙәтһә, әллә иҫерек инде, иренендә әсәһенең һөтө лә кибергә өлгөрмәгән бит әле, тип уйлар ине. Ләкин уға иғтибар итеүсе табылманы. Янына эт кенә килеп ураны, ул да, үҙенә өндәшеүсе булмағас, телен һәлендереп, китеү яғын ҡараны.

Күҙҙәрен асҡанда бер нәмә лә үҙгәрмәгәйне: күктә шул уҡ ҡояш, урамдан өҙлөкһөҙ машиналар уҙа, кешеләр ҡайҙалыр ашыға...

Бик ныҡ һыуһағайны, сумкаһын асты. Һыуы бөтмәгән икән әле, йотлоғоп-йотлоғоп эсте. Йәнә баҙар күҙ алдына килде. Нахаҡҡа рәнйетелгән өсөн нисәнсе ҡат инде Зарифа апайға йәне әрнене. Ҡапыл унан үс алғыһы килде. Һмм... Былай килешерме икән һуң? Кешегә хаслыҡ уйлаһаң, үҙ башыңа була, тиҙәр бит әле. Әҙәбиәт дәресендә уҡытыусылары Ғәлимә апайҙың «Кешегә баҙ ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң» тигән мәҡәлдең нисек килеп сығыуына бәйле һөйләгән әкиәте иҫенә төштө.

«...Ҡара урман эсендә өй ҡороп, өс юлбаҫар иркенләп йәшәгән, ти. Бер ваҡыт юл баҫырға сыҡҡас, бай сауҙагәрҙе тотоп алғандар. Сауҙагәрҙең ялбарыуына иҫтәре лә китмәгән, уның бөтә тауарын тартып алып, үҙен туҡмап, буш арбаһына һалып ҡайтарып ебәргәндәр.

Талап алған малды өс юлбаҫар өйҙәренә алып ҡайтҡан. Уны нисек итеп аҡсаға әйләндереп, үҙ-ара бүлешеп алыу тураһында кәңәшләшкәндәр. Иң өлкәне иң йәшенә:

– Һин бында ҡалырһың. Өйгә күҙ-ҡолаҡ булырһың. Беҙ баҙарға барып урайыҡ, – тигән.

Йәш юлбаҫар ризалашҡан. Иптәштәре киткәс, уларҙың ҡайтыуына аш-һыу әҙерләргә керешкән. Үҙе аш-һыу әҙерләп йөрөй, үҙенең башынан: «Нисек кенә итеп бөтә аҡсаны, бөтә байлыҡты үҙемә эләктерергә икән?» – тигән уй сыҡмай, ти. Баш вата торғас, был бер хәйлә уйлап тапҡан. Ҙур табышҡа юлыҡҡан көнөбөҙҙө байрам итеп, ашап-эсеп үткәрәйек, тип әйтермен тигән ҡарарға килгән. Ит бешереп, өҫтәл тултырып араҡы ҡуйған. Араҡыға ағыу ҡушып, эсерлек кенә итеп тултырып сыҡҡан.

Был әҙерләнеп бөтөүгә, тегеләр ҡайтып килә, ти. Беренсеһе:

– Әйҙә, аҡсаны өскә бүлеп торғансы, ҡап уртаға ғына бүлешеп алайыҡ та ҡуяйыҡ. Теге ҡаршыға сыҡһа, һин уның башына яра һуғыр ҙа ҡуйырһың, – тигән.

Икенсеһе:

– Була ул! – тигән.

Баҙарсылар оҙон юл йөрөп йонсоған кеше булып ҡапҡаға барып етә.

– Ҡапҡаны ас, беҙ ҡайттыҡ, – тип ҡысҡыралар.

Йәш юлбаҫар йүгереп килеп ҡапҡаны асып, өйгә боролоуы була, тегеләрҙең береһе уның башын яра һуға ла ҡуя.

– Аҡсаны һуңынан бүлешербеҙ, тәүҙә быны ҡуяйыҡ, – тип, йәш юлбаҫарҙы ерләгәндәр.

– Инде ҡотолдоҡ тегенән. Әйҙә тамаҡ ялғап алайыҡ, – тип, егет әҙерләгән араҡынан берәр рюмка һалып алғайнылар – тәгәрәп тә киттеләр, ти, йән дә бирҙеләр, ти».

«Кешегә баҙ ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң» тигән һүҙ ана шунан ҡалған тип аңлатҡайны уҡытыусылары.

Ике мәйет ята: береһе – Зарифа апай, икенсеһе – Ихсан ағай. Ағыуланған араҡы эсеп аяҡ һуҙғандар. Яндарында – илауҙан шешенеп бөткән улдары Дамир. Тимәк, әкиәт буйынса, ул – йәш юлбаҫар, күршеләре – өлкән юлбаҫарҙар. Үс ҡайтарам тип, үҙеңдең дә теге донъяға китеүең бар икән дә баһа. Ошоларҙы күҙ алдына килтереүҙән генә лә тәне земберләп ҡуйҙы. «Ул әкиәтте мин уйлап сығармағанмын, халыҡтыҡы. Мин үҙемде, уларҙы әкиәт персонаждары урынына ғына ҡуйып ҡараным», – тип үҙен тынысландырҙы. Ул үҙенең Зарифа апай алдында көсһөҙ икәнлеген аңлағайны инде. Күңеленән булһа ла, шулай үсен ҡандырҙы. Еңмешләнеп, әтәсләнә генә. Ни эшләйһең, уй бит. Уға, ат кеүек, тышау һалып булмай, башҡа килә лә ҡуя. Дөрөҫ, киоскыһын япһа ла, Зарифа апайҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Йәшереп, биш хаҡына һыраһын да, араҡыһын да һата. Ауылдаштарының һүҙен бар тип тә белмәй. Уға аҡса ғына булһын!

«Буш хыялға бирелеп, бында ниңә һерәйеп торам әле?» – Ирәндеккә хәл ингәйне, ул һыу уртланы ла, автовокзалға ашыҡты. Бәхетенә күрә, автобус китеп өлгөрмәгәйне. Билет алып, инеп ултырғас, әсәһенә шылтыратты:

– Ҡайтырға сыҡтым.

– Ихсан ағайыңдар менәнме?

– Юҡ. Автобуста.

– Алманылармы ни?

– Өйҙә һөйләрмен, әсәй. Пока!

6

Ирәндек баҙарҙан киткәс, күп тә үтмәй Зарифа апайҙың ҡаршыһына оло йәштәрҙәге ҡатын килеп баҫты ла янсығынан аҡса сығарҙы.

– Нимә алмаҡсыһың? Ҡаймаҡмы, эремсекме? Майым бөттө. Әллә картуфмы?

– Рәхмәт, бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине ҡатын. – Иртәнге яҡта һеҙҙән ҡаймаҡ менән эремсек алғайным, аҡсаны дөрөҫ ҡайтармағанһың. Өйҙә һанап ҡарағайным, йөҙ тәңкәһе артыҡ. Шуны килтерә килдем.

Зарифа апай баҙаны, быуындары бушаны.

– Рәхмәт, – тип мығырланы.

– Беҙҙең нәҫелгә хәрәмдән килгән аш йоҡмай, барыбер төртә. Әллә нисә мәртәбә һынағаным бар. Шуға күрә юлда ятҡан тимер аҡсаны ла эйелеп алмайым, өйөбөҙгә ҡаза килә.

Ҡатын һөйләнде-һөйләнде лә, ауыр баҫып ары атланы.

Баҙар ҡайғыһы китте. Ирле-ҡатынлы тиҙ-тиҙ генә йыйындылар ҙа ҡайтырға сыҡтылар. Зарифа апайҙың күңелен бер уй өйкәне: «Аҡсаның табылыуын Кәтибәгә әйтергәме-юҡмы? Әйтһәм, бөгөн үк ауылға тараласаҡ, бармаҡ төртөп күрһәтәсәктәр. Әйтмәһәм, үҙемә ҡыйын... Ярар, аҙаҡ күҙ күрер әле. Бер баланы рәнйеткәнмен икән дә, ти. Ундай хәл кем менән генә булмай». – Шулай тынысландырырға тырышты ул үҙен.

Ҡаланы сығып күп тә барманылар, машиналары боҙолдо. Ихсан ағай тегеләй итеп ҡараны, былай итеп ҡараны – тоҡанманы.

– Кәтибәнең етлекмәй тыуған малайының ғына ҡарғышы төштө, – тип ярһыны ҡатыны. – Шулай булырын һиҙенгәйнем дә.

– Телеңде тый! – Ир тишерҙәй итеп ҡараны. – Бында уның ниндәй ҡыҫылышы булһын. Иҫке бит, ватылыр инде, алмаштырайыҡ тип күпме әйттем. Аҡсаңды ҡыҙғанаһың.

Эвакуатор саҡыртып, машинаны автосервисҡа алып барып ҡаратыу хәтһеҙ ваҡытты алды. Ауылға күҙ бәйләнгәндә генә килеп еттеләр.

Ҡырылырға тағы сәбәп табылды. Дамир өйҙә юҡ, малдары көтөүҙән ҡайтмағайны.

7

– Бер тин өсөн иманын һатыр, – тине Кәтибә апай, улын тыңлап бөткәс. – Минең менән булышыуы етмәгән, хәҙер һиңә йәбешкән. Былай ғына ҡалдырмайым, күҙен сығарғансы әйтәм. Йыуаш итмәһен. Йыуаштан йыуан сыҡҡанын белһен. Киоскыһын япҡас, ни ҡыланды бит, йә. Ҡарғамаған кешеһе ҡалманы. Имеш, эшемдән яҙҙырҙылар, асҡа ятып үләһе генә ҡалды былай булғас.

– Киоскыларын япһалар ҙа, төнө буйы һыра һатып яталар барыбер, – тине тамағын туйҙырыусы Ирәндек. – Дамир егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан аҡса йыя ла клубҡа алып килә.

– Әйтәм, клуб тирәһе тулы шешә.

Өлтәнләп сығып киткән Кәтибә апай тиҙ ураны.

– Һаман ҡайтмағандар, ошо көнгә ҡәҙәр ҡайҙа йөрөй торғандарҙыр? Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, иҫән-һау булһындар.

Һин бигерәк ҡыҙыҡ кешеһең, – тине улы, әсәһенә ғәжәпләнеп ҡарап. – Әле генә Зарифа апайҙарҙы әрләгәйнең, хәҙер...

– Күрше хаҡы бар бит, улым. Һыйырҙары урамда, елене ташҡан. Ҡапҡаларын асып индерәйемме әллә, тип уйлағайным да, Зарифа менән әрепләшкем килмәне. Бер көн быҙауҙары аҡырғас, йәлләп, мал хаҡы бар бит, туғайға сығарғайным. Беҙҙең ихатала темеҫкенеп ни эшләп йөрөнөң, тип битемдән алды, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Бөгөн дә быҙауҙары, мин болонға киткәндә лә, бәйҙә тора ине. Эй йәлләнем мәхлүкте.

– Әсәй, мин ҡабат баҙарға ике аяғымдың береһен дә баҫмайым, – тине Ирәндек күлдәген алмаштырып кейгәндә. Ул клубҡа сығырға әҙерләнә ине.

– Ни хәл итәһең, баҙар юлын тапау үҙемә ҡала инде. Һиңә өй тирәһендә лә эш етерлек, – тип ризалашты Кәтибә апай. – Аллаға шөкөр, автобус йөрөп тора.

– Һорарға ла онотҡанмын, бесәнде саптыра алдыңмы, әсәй? – тип белеште Ирәндек ишек тотҡаһына үрелгәс.

– Саптырҙым, тик башҡа йылдарға ҡарағанда ҡойто булды. Йә, ярай, төшөнкөлөккә бирелмәйек, йән биргәнгә йүн биргән, ти. Бер һыйырҙы нисек тә ҡышлатырбыҙ әле.

– Һалам алырбыҙ, былтырҙан ҡалғаны баҫыу тулы. Эҫкерт-эҫкерт ултыра.

– Мал ҡураға ингәс, күҙ күрер. – Кәтибә апай табынды йыйыштырырға тотондо. – Йөрөмәһәң ине, ял итһәңсе. Арығанһыңдыр. Иртәгә бесәнде күбәләйһе бар.

– Оҙаҡ йөрөмәм, әсәй.

«Хоҙай бәхеткәйҙәрен генә бирһен инде, – тип уйлап ҡалды әсә улы артынан. – Атаһына оҡшап, мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы булып үҫеп килә».

8

Улар ҡайтырға йыйынғанда көн кискә ауышып, күләгәләр оҙонайғайны. Береһенең дә йәйәүләгеһе килмәне. Дамир киң күңеллелек күрһәтте: барыһына ла «Урал»ға – өс тәгәрмәсле мотоциклға ултырырға рөхсәт итте. Һәммәһенә лә етте урын: икеһе мотоциклсыны ҡосаҡлап уның артына урынлашты, ҡалғандары нисек етте шулай коляскаға өймәкләште.

Әкрен барҙылар башта, тора-бара тиҙлек артҡандан-артты. Ауыҙҙары йырылған үҫмерҙәрҙең ҡолаҡ төбөндә ел һыҙғырҙы. Артҡа ҡарап ултырған малайҙарҙың береһе уйламағанда һөрән һалды:

– Полиция!

Үҙен Шумахерҙан да кәм тоймаған Дамир уның һүҙенә ышанманы: шаярта!

– Бирермен мин һиңә полицияны! Төртөп төшөрөп ҡалдырырмын да...

– Ышанмаһаң, үҙең ҡара! Ҡыуып етеп киләләр!

Ҡоттары боттарына киткән үҫмерҙәр, һүҙ ҡуйышҡандай, бербер артлы ергә һикерҙе. Дамир боролоп ҡарағанда коляскалағы малайҙарҙан елдәр иҫкәйне, бер Мирас ҡына тороп ҡалған.

«Ҡайҙан килеп сыҡты был мусорҙар! Эләктерһәләр, бөттө баш?!» Ул, эҙ яҙлыҡтырмаҡ булып, әле ағаслыҡ араһына инде, әле рулде аҡланға борҙо. Ен урынына елдергән «Урал»дан полицейскийҙарҙың машинаһы ла ҡалышманы. Сысҡан менән бесәй уйыны оҙаҡҡа һуҙылманы. Мотоцикл инеш аша сығып өлгөрә алманы, һулышы ҡыҫылған әҙәмдәй, туҡтап ҡалды.

– Һеҙ мине ҡыуып етә алмаҫһығыҙ, тип уйлағайным. – Мотоциклдан төшкәс, һүҙе шул булды Дамирҙың үҙенә һөҙөп ҡараған полиция капитанына. Битенә сәсрәгән бысраҡ һыу тамсыларын һөртөргә ҡулъяулыҡ эҙләне.

Патрулгә сыҡҡан автоинспекторҙар шофёр танытмаһы, мотоциклға документтар таптырҙы. Береһен дә күрһәтә алманы. Бик күрһәтер ине лә, әммә уларҙың булғаны ла юҡ.

Бәйләнепме-бәйләнделәр:

– Ниңә шлем кеймәнең?

Өндәшмәне.

– Дәүләт номеры ҡайҙа?

Был һорау ҙа яуапһыҙ ҡалды.

– Тимәк, иҫәпкә ҡуйылмаған.

Ныҡыша торғас, Дамирҙың иҫәптән төшөрөлгән «тимер ат»ты танышынан өс мең һумға һатып алыуын әйттерә алдылар.

– Паспортың бармы?

– Бар.

– Ҡайҙа?

– Өйҙә.

– Ултыр мотоциклыңа, паспортыңды алып киләйек.

– Тиҙ генә ҡабынмай ул, – тине, матайҙың төҙөк булмауына ишаралап.

Полиция майоры оҙатыуында өйгә ҡайтып килде. Ата-әсәһе күренмәне, шуныһына ҡыуанды, нотоҡ тыңларға өлгөрөр. Ә мотоциклды Мирас һаҡлап торҙо.

Ауылдан район үҙәгенә – егерме саҡрым. Уға бүлексәгә «тимер ат» ында түгел, ә полиция машинаһында барырға тура килде. Ҡуҙғалып та өлгөрмәнеләр, мотоциклдың бензины бөттө. Автоинспекторҙар һис тә аптырап ҡалманы, уны буксирға алдылар.

Мотоциклды штраф туҡталҡаһына тапшырып, протокол төҙөгәнсе һәм прокуратураға ҡарар әҙерләгәнсе, төнгө сәғәт ун ике һуҡты. Уны, ана бара юлың, тип, урамға яңғыҙын сығарып ебәрмәнеләр. Полицейскийҙарҙың мәрхәмәтлеләре лә бар икән, ауылға килтереп ҡуйҙылар. Кеҫәһендә – штраф түләү өсөн белдереү ҡағыҙы.

Ул үҙе тыуып үҫкән өйҙөң ишек тотҡаһына бер ваҡытта ла ҡыйыр-ҡыймаҫ үрелмәне, әле иһә төймәгә ҡурҡа-өркә генә баҫты. Һуң булһа ла, ата-әсәһе ятмағайны, яңы эш бөтөрөп, тамаҡ ялғай ине. Юрағаны юш килде: әсәһе өйҙә буран ҡуптарҙы.

– Сотовыйыңа күпме шылтыратырға була, ниңә яуап бирмәнең?

Шорты кеҫәһен ҡапшаны, телефоны юҡ ине: «Тегеләр менән баҫтырышҡанда төшөп ҡалдымы икән ни?»

Быныһы ер өҫтөнән йүгергән һепертмә буран ине, күҙҙе лә асырға ирек бирмәгән аҡман-тоҡманына нисек сыҙар?

– Ҡайҙа йөрөнөң? Ниңә мин ҡушҡандарҙы үтәмәнең? Ниңә көтөүҙе ҡаршы алманың?

«Ниңә? Ниңә?? Ниңә???» Әйтерһең, әсәһе – судта хөкөм ителеүсенән яуап алыусы судья, ә үҙе – енәйәтсе, һорауҙарына яуап биреп кенә өлгөр! Бер нәмәне лә йәшермәне, дөрөҫөн һөйләп бирҙе. Барыбер әйтергә тура киләсәк. Бер юлы әрләнер ҙә ҡотолор.

– Ишкәнһең икән ишәк сумарын! – тине Зарифа апай. – Ул аҡсаны күктән яуа тип уйлайһыңмы әллә? Ике мең тәңкәлек штраф! – Әсәһе ҡағыҙҙы улының морон төбөндә елпене. – Матайыңды иртәгә үк пыран-заран килтереп ташлайым!

– Килтерә алмайһың, потому что ул райцентрҙа штрафстоянкала. – Дамир телен тыйманы. – ГИБДД-ла регистрацияға ҡуймайынса бирмәйәсәктәр.

– Ятһын шунда тутығып! – Әсәһе йәһәт эләктереп алды. – Сығып барған аҡса юҡ әле.

Әлегәсә өндәшмәй ултырған атаһы, бында мин дә бар, тигәндәй, телгә килде:

– Кемдәр тотто? Исем-фамилияларын беләһеңме?

– Береһе – капитан, икенсеһе – майор. Фамилияларын да әйткәйнеләр, хәтеремдә ҡалмаған.

– Ҡайғырма, бер яйын табырбыҙ, – тип йыуатты Ихсан ағай.

– Күҙ көйөгө булып ултырма, аяҡлы бәлә! Аша ла ят! – Әсәһе уның алдына шаҡ иттереп тәрилкә ҡуйҙы, сәй яһаны.

Эт булып йонсоһа ла, Дамирҙы тиҙ генә йоҡо алманы. Уйланды ла уйланды. Ҡапыл күктән төшкән кеүек пәйҙә булған полицейскийҙарға асыуы килде. Тапҡандар ваҡыт! Матайҙы атаһы ҡасан алып ҡайтып бирер икән? Пыран-заран килтереп ташлайым, ти ҙә ул әсәһе. Ташламаясаҡ. Йәне көйгәнгә генә әйтә. Рәзилә, клубҡа сыҡманың тип, ауыҙын бәлшәйткәндер инде...

9

Яңы ғына йоҡоға талған Кәтибә апай күршеләр яғынан яңғыраған шау-шыуға күҙҙәрен асты. Тынсыу тип тәҙрәне асып ятҡайны. Барыһы ла ишетелеп тора. Зарифа туҙына икән. Әле иренә, әле малайына, әле малдарына ҡысҡырҙы. Илап та алды шикелле, бер талай һыңҡылдағаны ҡолаҡҡа салынып ҡалды.

«Өс тинлек холҡо ла юҡ. Ваҡытында ҡайтып етмәгәнһең икән, ниңә шул ҡәҙәре тауыш ҡуптарырға? Була торған хәл, донъя бит. Үҙе өлгөрмәгәс, малайына ҡушһын ине. Көтөү ҡаршыларға ғына ҡулынан килә. Хәйер, ул башбаштаҡ тыңлай тиһеңме? Бар белгәне – Уҫаҡлыкүл. – Кәтибә апай ут ҡабыҙҙы. Улының бүлмәһенә күҙ һалды. Карауаты буш ине. – һаман ҡайтмаған. Бесән күбәләргә бараһын оноттомо икән ни?»

Зарифа апайҙың асыуы иртән дә баҫылмағайны. Малдарын ҡарғана-ҡарғана көтөүгә ҡыуҙы:

– Дөмөкмәйҙәр ҙә бит, исмаһам, ҡотолор инем.

– Ҡуй, юҡты һөйләмә, күрше, ҡарап торғаныбыҙ ошо малдар ҙа баһа, – тине Кәтибә апай, һыйыры менән башмағын урамға сығарғас. – Уларҙан яҙһаҡ, аяҡ һуҙаһы ғына ҡала.

– Миндә эшең булмаһын, нишләгәнемде үҙем беләм! – Зарифа апай йөҙөн һытты. Кәтибә апай ниңә өндәштем тигән көнгә төштө. Өндәшмәй ҡалыу ҙа ярамай, ул нисек һүҙ башларға белмәй сөй эҙләй ине. – Малайың ҡайтып ошаҡланымы? Баҙарҙа Зарифа апай тентене, тинеме?

– Һинең йөҙ тәңкәңә ҡалған көнөбөҙ юҡ. Үҙебеҙ тапҡан үҙебеҙгә етә. Баламды ерле-юҡҡа рәнйеткәнең өсөн йәнем әрней. – Кәтибә апайҙың тауышы ҡалтыранды.

– Әрнер көндәрең алда әле! – Зарифа апай үҙен аҡлар өсөн, пактан-пак итеп күрһәтер өсөн донъяла булмаған нәмәләрҙе уйлап сығарыуҙан да тартынманы. – Әлегәстән урлаша. Үҫкәс, ни күрһәтмәҫ!

– Телеңә тилсә сыҡҡыры! – Кәтибә апай асыуынан ярыла яҙған күршеһенең битенә бәреп әйтте: – Үҙеңдең малайың барлығын да онотма!

Көтөү ҡыуып ҡайтҡанда йөрәк майы һыҙҙырған ғәрлектән уның тәне ҡойолоп бара ине. Әйтерһең, көтөүсенең ҡулындағы сыбыртҡы менән ярҙылар.

Ауыл халҡы был хәлде төрлөсә баһаланы.

– Ишеттеңме, Кәтибәнең малайы баҙарҙа Зарифаның аҡсаһын урлап тотолған, ти.

– Ирәндекте әйтәһеңме, кем-кем, уның кеше әйберенә ҡул һуҙыуына тамсы ла ышанмайым. Үҙем уҡытҡан баланың кем икәнлеген белмәйемме әллә?

– Элек һин дә мин йәшәгән күршеләр хәҙер бер-береһенә теш ҡайрай, ти.

Кәтибә апай баҙарҙы онотобораҡ торҙо. Ағын, нигеҙҙә, һөт йыйыусыға тапшырҙы. «Машинала һиңә лә урын етә», – тип Ихсан ағай күпме генә ҡыҫтаһа ла, ризалашманы. Уның әхирәте Зарифаға күңеле ҡатҡайны. Таң һарыһы менән тороп, автобусҡа ашыҡты.

Бер күргән – белеш, ике күргән – таныш. Байтаҡтан бирле һатыу иткәнлектән, баҙарсылар бер-береһен танып бөткән. Уларҙың береһе Кәтибә апайҙың күҙен асты:

– Ауылдашың, иренен ҡыҙартҡан анау ҡатынды әйтәм, битһеҙ икән. Нисек ер күтәрә үҙен! Тиктомалдан улыңды ҡыйырһытты. Үҙе буталған, малайың илай-илай баҙарҙы ташлап киткәс, янына бер ҡатынҡай килде. Артыҡ ҡайтарып биргәнһең, тип аҡса ҡалдырҙы. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.

Теле бик ҡысытһа ла, Кәтибә апай ғауға сығарманы. «Әйтәм, ғәйебен таныйһы урынға таҫталаҡай талашты. Үҙенең ғәйебе бар икән. Яйы сығыр, иҫенә төшөрөрмөн әле», – тип уйлау менән сикләнде ул, Зарифа яғына ҡарай-ҡарай.

10

Көндөҙгө томранан һуң арыу ғына елләткән. Ирәндек күкрәк тултырып саф һауа һуланы. Ҡапҡаны бикләр алдынан күккә күтәрелеп ҡараны. Уны йондоҙҙар тишкеләгән, улар араһында ай балҡый. Ауыл, көндөҙгө мәшәҡәттәрҙән арынып, йоҡоға талған. Тәҙрәләрендә ут балҡыған өйҙәр бик һирәк.

Урам тын. Ул тоноҡ ай яҡтыһында оҙаҡ атлай алманы, ҡаршыһына класташы Рәзилә осраны. Ҡыҙҙың кәйефе төшөнкө ине, һорауҙарға теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе.

– Дискотека булмаймы әллә?

– Яңы йыйылалар.

– Һин ниңә ҡалманың?

Рәзилә яуап бирмәне, башын ситкә борҙо. Икеһе лә тынып ҡалды. Ирәндек: «Ниндәй мәҙәк һөйләп, күңелен күтәрергә икән?» – тип уйлап та өлгөрмәне, ҡыҙ һорау бирҙе.

– Дамирҙы күрмәнеңме?

Уларҙың осрашыуын белгәнлектән, Ирәндек аптыраманы.

– Юҡ. Шылтыратып ҡараманыңмы ни?

– Трубканы алмай.

– Берәй ергә ташлап киткәндер. Уның шундай ғәҙәте бар. Һуңынан пыр туҙып эҙләй. Тапҡас, ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерә.

– Беләм. Үҙемдең дә эҙләшкәнем бар.

Ҡыҙ Ирәндеккә күҙенең ҡырыйы менән ҡарап алды.

– Пока!

Осраҡлы ғына тап булышып, әңгәмәләшкән арала күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға өлгөргән үҫмерҙең Рәзиләнән ҡалғыһы килмәне. Ирәндек уны һынап ҡарамаҡ булып, артынан эйәрҙе: «Ҡыуып ебәрерме, юҡмы?»

– Клубҡа бармаҫҡа булдыңмы ни? – Ҡыҙ атлаған ыңғайға яурыны аша башын бороп ҡараны.

– Яңғыҙыңды ҡалдырғым килмәне. Йә берәйһе урлап алып китер.

– Минең кемгә кәрәгем бар?

«Дамиры менән осраша алмағанға эсе көтөрләй. Уныһы нисә ҡараһаң да клуб тирәһендә урала торғайны, бөгөн ҡайҙа олаҡҡандыр?»

– Улай тимә әле.

Ирәндектең һүҙҙәре Рәзиләнең күңеленә хуш килде. Эсенән генә Дамирға: «Һинән башҡа ла егеттәр бөтмәгән», – тип янаны.

Тиҙ беректе уларҙың һүҙҙәре. Төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы хәтергә алдылар.

– Иҫеңдәме әҙәбиәт дәресе? – тип һораны Рәзилә.

– Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр темаһы буйынса үткәрелгән дәресте әйтәһеңме? – тип асыҡланы Ирәндек.

– Эйе, шуны инде.

Иҫемдә, оноторлоҡмо ни!

– Уҡытыусыбыҙ Ғәлимә Ғәлиевна мәҡәлдәр һәм әйтемдәр яҙып алып килергә ҡушҡайны. Өйгә эште тикшергәндә бер юлы ике уҡыусынан һораны, – тине ҡыҙ. – Беребеҙ мәҡәлдең тәүге өлөшөн әйтә, икенсебеҙ тамамлап ҡуя.

– Иң башта һинең менән Дамирҙан һораны, – тине Ирәндек.

– Тап шулай. – Рәзилә дауам итте. – Мин: «Тырышҡан табыр...» Дамир: «...ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр». Уҡытыусы: «Дөрөҫ. Артабан». Мин: «Алдыңа ҡуйған ашты...» Дамир белмәй, берәйһе әйтмәҫме типтер инде, алан-йолан ҡарана. Шул ваҡыт һин ярҙамға килдең, «хурлама», тип әйтәһе урынға «үҙең генә тығын», тинең. Дамир: «...үҙең генә тығын». Класташтарыбыҙҙың күҙе беҙгә төбәлгән. Мин: «Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер...» Дамир ҡырҡмаһа ҡырҡ ишеткән мәҡәлдең аҙағын белмәй бит әй. Һин әйткәнде ҡабатлай: «...мотоцикл». Класташтарыбыҙ тыйыла алмай бүлмә тултырып көлә. Мин: «Күп уҡыһаң...» һин «күп белерһең» тиәһе урынға «тиҙ ҡартайырһың» тип бышылдайһың. Дамир һинең арттан ҡабатлай. Ғәлимә Ғәлиевна шунан һуң һине баҫтырҙы: «Улай бик белдекле булғас, белемеңде күрһәт. Рәзилә, әҙерләп алып килгән мәҡәлдәрең ҡалдымы?» «Бар әле». Мин: «Атты ҡамыты йүгертә, ирҙе...» һин: «...намыҫы йүгертә». Бөтә мәҡәлдәрҙе лә дөрөҫ дауам иттең.

– Ғәлимә Ғәлиевна икебеҙгә лә «бишле» ҡуйғайны, – тине Ирәндек.

– Һин мин өйҙә яҙып алып килгән мәҡәлдәрҙе ҡайҙан белдең ул? – тип һораны Рәзилә. – Бер тапҡыр ҙа яңылышманың. Әллә мин күрмәгәндә дәфтәремде сәлдереп, яңынан урынына ҡуйғайныңмы?

– Юҡ. Уҡытыусы, дәреслектәге мәҡәлдәр булмаһын, тигәс, мин уларҙы башҡортса йыртма календарҙан күсереп алғайным.

– Мин дә календарҙы файҙаланғайным, – тине Рәзилә. – Улайһа, икебеҙ ҙә бер төрлө уйлағанбыҙ икән.

Ул ҡапҡа төбөндә һөйләшеп ултырғанда серен дә асты.

«Бәйләнештә» селтәрендә бер егет менән таныштым әле.

– Ә Дамир? – Ирәндек телен тешләне, ауыҙға ауыҙ терәшеп гәпләшкәндә уны ниңә иҫкә төшөргәне өсөн үкенде. Рәзилә үпкәләр тип шөр ебәрҙе. Уның ҡыҙ менән тиҙ генә айырылышҡыһы килмәй ине.

– Әй, шуның егетлеге! – Рәзилә йөҙөн йыйырҙы. – Бар белгәне маҡтаныу: мин шулайттым да, мин тегеләйттем. Үҙен әллә кемгә ҡуя. Һөйләшеүенең йүне юҡ. Ике һүҙҙең береһендә – «типа», «короче», «прикинь», «обалдеть», «потому что»... Крутой, йәнәһе. Ауыҙынан һыра еҫе килә, минең алда тәмәке тарта.

– «Бәйләнештә»ге егетең кем ул? Нисегерәк?

– Осрашмағас, ҡайҙан беләйем. Яҙыуына ҡарағанда, мөләйем, ихлас булырға тейеш.

– Ҡайҙа йәшәй?

– Ҡалала, буғай. Осрашырға саҡыра.

– Һин ризалаштыңмы?

– Уйлап ҡарармын, тип яуап яҙҙым.

– Рәзилә, һинең башың бармы, юҡмы? Интернет аша танышҡан кешенең кем икәнен дә белмәйенсә, уның менән осрашмаҡсы булаһыңмы? Ул беҙҙең тиҫтер түгелдер, бәлки? Берәй бандит булып ҡуйһа?

– Ниңә ҡысҡыраһың? Минең үҙ битемде асырға хаҡым юҡмы ни?

– Дөрөҫ, «Бәйләнештә» селтәрендә үҙ бите булмаған кеше һирәк хәҙер. Ә һин интернет селтәренең ниндәй хәүеф менән янауын беләһеңме? – Ирәндек үҙе лә һиҙмәҫтән аҡыл өйрәтергә тотондо. – Уны насар ниәттә файҙаланыусылар ҙа етерлек. Интернет аша танышып осрашыу фажиғәгә лә килтерә. Ҡыҙҙар эҙһеҙ юғала, һуңынан таба алмайҙар.

– Өйрәтмә, – тине Рәзилә, турһайып. – Үҙеңдең компьютерың булмағас та...

– Бүлдермә, бер башлағас әйтеп бөтөрөргә ирек бир. Интернет беҙҙең кеүек иләҫ-миләҫ күңелле үҫмерҙәрҙе алдап-йолдап төрлө секталарға йыйыу, наркотиктар тәмләп ҡарарға өндәү өсөн дә уңайлы. Шуныһын да белеп ҡуй: үҙ ғүмереңә ҡул һалыу барлыҡ ауырлыҡтарҙан арынырға булышлыҡ итә, тип шапырыныусылар ҙа оялап алған интернетта. Ә компьютерға килгәндә, оҙаҡламай миндә лә буласаҡ.

Ҡыҙ Ирәндектең һөйләгәндәрен оҡшатманы. Улар үпкәләшеп айырылышты.

11

Яңы көн тыуғас, телефонын эҙләгәндә (уны барыбер таба алманылар) Дамирға шаҡ ҡатырғыс хәбәр еткерҙеләр. Имеш, Рәзиләне Ирәндек оҙатып ҡуйған, һарыуы ҡайнаны: «Былай ғына ҡалдырмаясаҡмын мин быны! Ну, погоди, заяц!»

Күршеһен тиҙ тапты. Ишек алдарында йөрөй ине.

– Кисә Рәзилә менән ни эшләнегеҙ?

– Класташ ҡыҙҙар менән һөйләшер өсөн һинән рөхсәт алырға тигән закон сыҡҡанмы әллә? – Ирәндек тә һыр бирмәне. – Ҡапҡа төптәрендә һөйләшеп ултырҙыҡ.

– Запомни раз и навсегда, Рәзилә – минең чикса. Ҡабат уның янында әҙең дә булмаһын.

– Посмотрим, сказал слепой.

Дамир китер алдынан тағы бер тапҡыр иҫкәртеүҙе кәрәк тапты.

– Врубился?

– Ҡурҡыттың, дер-дер ҡалтырап торам бына. – Ирәндек мыҫҡыллы йылмайҙы.

Бер ҡыҙғанда тегеһен дә елтерәтәйемме әллә, тип ярһығайны ла Дамир, Рәзиләләргә инергә ҡыйманы. Урамда көтөңкөрәп йөрөһә лә, ҡыҙ ихатаға сыҡманы. «Өйҙә юҡмы икән ни?»

Ул кисен дә клубта күренмәне.

(Аҙағы бар).

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Читайте нас: