Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм ветерандарына «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторҙары комплекслы ярҙам күрһәтә. Республиканың Өфө районында ветерандар һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән Алина Чудова шөғөлләнә.
Алина Алифовна тәрбиәләнеүселәренең тормошон күҙәтә, уларға ярҙам саралары, реабилитация, уҡытыу һәм эшкә урынлашыуҙың яңы мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Соцкоординатор РГСУ – ның һәм «Кибатлетика» союзының МХО зонаһында йәрәхәтләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау буйынса пилот проекты тураһында белгәс, үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Илгиз Ахуновҡа анкета ебәрә.
Илгиз пилот проектының реабилитация төркөмөнә эләгә һәм медицина тикшереүе үткәндән һуң ике аҙна махсус программа буйынса шөғөлләнә. Дәрестәрҙе тәжрибәле инструкторҙар үткәрә, уларға РГСУ студенттары ярҙам итә.
Илгиз Ахунов уға пилот проекты сиктәрендә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтле. Реабилитация программаһында ҡатнашырға кәңәш итәкән һәм документтарҙы рәсмиләштереүҙә һәм ебәреүҙә ярҙам иткән социаль координатор Алина Чудоваға Илгиз айырым рәхмәт белдерә.
Программа буйынса реабилитация, йәшәү, туҡланыу һәм дәрестәр үткәрелгән урынға тиклем юл проектта ҡатнашыусы өсөн бушлай.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ ошонда: https://vk.com/public220653548
«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.
Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.