Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 23 хәбәр килә.
Бәләбәй районы буйынса полиция бүлегенә 52 йәшлек шәхси эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Мессенджерҙарҙың береһендәге иргә билдәһеҙ кешенән хәбәр килә. Әңгәмәсе үҙен «Билайн» кәрәҙле элемтә операторы итеп таныштыра һәм сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Ялған оператор килешеүҙе рәсмиләштереү өсөн ярҙам тәҡдим итә һәм ирҙән килгән смс-кодтарҙы хәбәр итеүен һорай, һәм ул шулай эшләй. Икенсе көндө эшҡыкарға банктан хәбәр килә, унда банк иҫәбен блокировкалау тураһында һүҙ бара. Банк бүлексәһенә шәхсән мөрәжәғәт итеп, енәйәтсенең ғариза биреүсе исеменә 1,5 миллион һумдан ашыу суммаға кредит алыуы асыҡлана.
Өфөләге 8-се полиция бүлегенә 74 йәшлек ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Пенсионер ҡатын менән “пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре” бәйләнешкә ингән. Әңгәмәсе ҡатынға пенсияны ҡайтанан иҫәпләргә кәрәклеген белдерә һәм белгескә ҡабул итеүгә яҙылыуҙа ярҙам тәҡдим итә. Мутлашыусының күрһәтмәләренә ярашлы, ҡатын кәрәкле мәғлүмәттәр тапшыра. Әммә тиҙҙән үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре танытҡан мутлашыусылар шылтырата. Улар ҡорбанына енәйәтселәр уның шәхси мәғлүмәттәрегә эйә булыуы һәм кредит юлларға маташыуы тураһында һөйләй. Ялған банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерға операцияларҙы булдырмау өсөн «ҡаршы» кредит алырға кәңәш итә. Мутлашыусыларға ышанып, пенсионерка займ ала һәм мутлашыусылар биргән «хәүефһеҙ иҫәпкә» 1,5 миллион һум самаһы аҡса һала.
Таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса ебәрмәгеҙ, был йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә, атап әйткәндә, ҙур бурыстарға һәм шәхси тупланмаларҙы юғалтыуға килтерә. Шәхси һәм банк мәғлүмәттәрен сит кешеләргә еткерергә, шулай уҡ смс-кодты әйтергә ярамай. Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа, телефонды һалығыҙ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡһығыҙ.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.