Атайсал
28 Декабрь 2024, 12:25

Яңы йыл байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?

Башҡортостанда йәшәүселәр яңы йыл байрамдары көндәрендә кәрәк булғанда медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың эш теҙмәһе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән раҫланды, тип хәбәр итте ведомство башлығы Айрат Рәхмәтуллин Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә.

Яңы йыл байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?Яңы йыл байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?
Яңы йыл байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?

Поликлиникалар 2024 йылдың 30 һәм 31 декабрендә, шулай уҡ 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләйәсәк, саҡыртыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙ) 16.00-гә тиклем ҡабул ителә.

2024 йылдың 30, 31 декабрендә һәм 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында өлкәндәрҙе медицина тикшереүе, диспансеризациялау үтергә мөмкин. Шулай уҡ диспансер күҙәтеүе сиктәрендә медицина тикшереүе ойоштороласаҡ.

«Ҡыҙыл зоналар» эше яңы йыл байрамдарының бөтә көндәрендә 29 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем ойоштороласаҡ, тип билдәләне Рәхмәтуллин.

Медицина ойошмаларының байрам һәм ял көндәрендә эше тураһында бөтә мәғлүмәт (амбулатор-поликлиника учреждениеларының, дарыуханаларҙың эш графигы) медицина ойошмаларының рәсми сайттарында урынлаштырылған.

"Стационар шарттарҙа махсуслаштырылған медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә күрһәтеләсәк. Республика ҡалалары һәм райондары өлкәндәренә тәүлек әйләнәһенә ашығыс стоматологик ярҙам: үҙәк район дауаханаларында, ҡала дауаханаларында, дежурлыҡ алып барған медицина хеҙмәткәре саҡырыуы аша өйҙә», – тине Рәхмәтуллин.

Ауыртыуҙы баҫа торған рецептура препараттарын «Башфармация» дарыуханаларында 2024 йылдың 30, 31 декабрендә һәм 2025 йылдың 3, 6 ғинуарында сәғәт 10-дан көндөҙгө 18.00-гә тиклем алырға мөмкин буласаҡ.

"Ашығыс медицина ярҙамы станциялары, үҙ составында муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре һәм ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре булған медицина ойошмалары халыҡҡа өҙлөкһөҙ ашығыс медицина ярҙамы күрһәтәсәк һәм тәүлек әйләнәһенә күрһәтмәләр буйынса дауаханаға һаласаҡ. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын хәл-торошҡа мониторинг алып барасаҡ», — тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас