БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, 11 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс еңел автомобиль ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла водителдәрҙең береһе алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була, тағы бер водитель дауаханаға оҙатыла.
Өсөнсө машинаның руле артында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы хеҙмәткәре булыуы асыҡланған. Медицина тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса уның иҫерек булыуы билдәләнгән. Хеҙмәткәргә ҡарата тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса ул эске эштәр органдарынан бушатыласаҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.