Женщине после 40 лет витамин В12 нужен как воздух!
Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
21 Ғинуар , 11:25

Сатлама һыуыҡ көтөлә

Ейәнсура районында минус 30 градусҡа тиклем ҡапыл һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында һауа температураһы ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 21 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ –9...–7, төндә –16...–11 градус тәшкил итә. Төньяҡ-көнбайыштан көслө ел – секундына 8-10 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 22 ғинуарҙа, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ –17...–16 градус күрһәтһә, төндә –30 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә, еңелсә.

Кесаҙнала, 23 ғинуарҙа, көн болотло һәм яуым төшөмһөҙ була, һауа температураһы ҡабат күтәрелә башлап, көндөҙ –25...–19, төндә –20...–15 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: