Женщине после 40 лет витамин В12 нужен как воздух!
Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
29 Ғинуар , 12:20

Атта йөрөй белгән үҫмерҙәрҙе кинола төшөү өсөн кастингҡа саҡыралар

Башҡортостанда «Атайсал» нәфис фильмына кастинг үткәрелә

Атта йөрөй белгән үҫмерҙәрҙе кинола төшөү өсөн кастингҡа саҡыралар
Атта йөрөй белгән үҫмерҙәрҙе кинола төшөү өсөн кастингҡа саҡыралар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Атайсал» нәфис фильмына кастингҡа саҡыралар. Кастинг 9 февралдә –  Сибайҙа, 16 февралдә Өфөлә ойошторола.

«Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 12-18 йәшлек үҫмерҙәр саҡырыла. Һыбай йөрөй һәм башҡорт телен белеү хуплана», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, «Атайсал»ға изге эштәр» нәфис фильмы үҫмерҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә республиканың гүзәл урындарында, шул иҫәптән Ирәндек һыртында, Баймаҡ районының Назар ауылында, йылҡысылыҡ хужалығы һәм «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале төшөрөлә. Фильмдың сценарийын драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған.

– «Атайсал» фильмы – йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән 55 йәшлек Юлайҙың, уның улы Мараттың тормошо һәм Юлайҙың фермаһында эшләп йөрөгән өс үҫмер Айҙар, Рөстәм, Шамилдың мажаралары тураһында ғаилә драмаһы, — тип һөйләне фильмдың режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов. – Фильм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын сағылдыра. Бында хозур тәбиғәт күренештәре һәм йолалар ғына түгел, ә үҙ эшеңә ышаныу һәм дуҫтарыңдың, ғаиләңдең, йәмғиәттең ярҙамы теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин икәнлеген күрһәтелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: