-13 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә, башлыса яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 февралдә, аяҙлы-болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ –5...–3, төндә –8...–5 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе ике көндә, 5 һәм 6 февралдә болотло булыуы, кесаҙнала еңелсә ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –3...–5, төндәрен –6...–8 градус күрһәтә. Ел башлыса көнсығыштан иҫә, тиҙлеге – секундына 4-5 м.