Женщине после 40 лет витамин В12 нужен как воздух!
Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
14 Февраль , 16:25

Тәрбиәселәргә – 575 мең һум

Заявкалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә

Тәрбиәселәргә – 575 мең һум
Тәрбиәселәргә – 575 мең һум

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын ота ала. Конкурста 35 йәшкә тиклемге һәм белем биреү ойошмаһында кәмендә ике йыл стажға эйә булған өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, уҡытыусы-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыка етәкселәре, физик культура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр төбәктең мәғариф министрлығынан.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ бында белергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына йыл һайын 575 мең һум күләмендә гранттар булдырылды.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: