Хәҙер, йәшлек йылдарым әллә ҡайҙа алыҫта тороп ҡалғас, июль айының, йылын хәтерләмәйем инде, онотҡанмын, илаҡ бер көнөндә башҡарылған эш, әгәр уны шул һүҙ менән атап булһа, бөгөн килеп миңә төптө бер аҡылһыҙ ҡылыҡ булып күренә. Ул саҡта аяҡтарым көслө һәм етеҙ ине, тыуған ерҙең төрлө һуҡмаҡтарынан, урман, ауыл юлдарынан мине еңел йөрөттө, осороп йөрөттө, кәүҙәмдең бөгөнгө кеүек ауырайғанын, сир-ауырыуҙарын бер ҙә һиҙмәнем. Хәйер, ул саҡта сирҙәр булмағандыр ҙа. Йөрәгем ярһый, тойғоларым, хыял ҡанаттарым кәйелеп оса, шулай ҙа, үҙемә ҡалһа, мине борсоған, тыңғыһыҙлаған төп тойғолар – тәмле-татлы тормоштан иҫереү, ҡатын-ҡыҙға булған тартылыу, уның серҙәренә төшөнөргә ынтылыу ине. Юҡ, был мөхәббәт түгел. Мөхәббәт... сәстәрен һары таҫмалар менән үргән күрше ҡыҙының йөҙө бер саҡ һинең өсөн ҡапыл яҡтырып китә лә малай һәм үҫмер тормошоңда татлы һағыш, гел генә күрге килеп тороу теләге менән солғау ул. Мөхәббәт... Кавказда үпкә ауырыуы менән сирләгән аҡһыл ҡатынды яратып, үҙеңдең йөрәгеңде шул тиклем яндырыу һәм яңы мөхәббәткә тойғолар ҡалмау ул.
Ямғырлы ул йәйҙә мин ике туған ағайымда ҡунаҡта яттым. Көнитмеш – байрамса, ҡала ығы-зығыһынан һуң һүлпәнләнеп ҡалған ваҡытты нисек үткәрергә белмәй яфаланам. Картуф баҡсалары артындағы бейек ярҙа ҡармаҡ тотоп ултырыуҙан да мәғәнә юҡ – йылға ташты, буйраны, балыҡ һай урынға, һыу баҫҡан туғай яғына, китте. Көндәр буйы ямғыр ҡойғанда, мин соландағы иҫке диванда, әрһеҙ ауыл себендәренең йонсотоуына саҡ түҙеп, ниндәй ҙә булһа китап уҡып ятам. Көн саҡ ҡына асылыу менән, иҫке штормовканы кейәм дә, ауыл ситенә сығам. Олатайымдар, атайым йөрөгән һуҡмаҡ-юлдарҙан йөрөйөм, ул һуҡмаҡ-юлдарҙан малай, үҫмер саҡта уҡ әллә күпме үттем: әммә нисә тапҡыр атлаһам да, беренсегә аяҡ баҫҡан һымаҡ тойғо кисерәм. Был, күрәһең, шуғалыр, тыуған яғыма һәр ҡайтыуым үҙе бер мөғжизә кеүек күренә, мөғжизә шунда, мин тере, иҫән-һау һәм тыуған еремдә йөрөп ятам, уның һауаһын һулайым, ә бит минең тиҫтерҙәремдең байтағына был бәхет тәтемәне, улар һуғыш яландарында ятып ҡалды, Волга ярынан алып немец йылғаһы Эльбаға тиклем теҙелгән һалдат ҡәберлектәрендә мәңгелек тынлыҡҡа сумды. Һәм ниңәлер ошо һуҡмаҡ-юлдар буйлап гел генә һуңғы тапҡыр атлайым кеүек тойола. Был тойғо һуғышта булыуҙандыр, тим. Татлы тойғо. Ауыр һуғыштар барған саҡта мин, окопник, иртәнсәкте көтөп алам да кискә тиклем йәшәй алыуыма бер ҙә ышанмай торғайным. Бәлки, тере ҡалырмын, тигән йәшерен уй-өмөт менән бергә был яҡты донъяла һуңғы көн, һуңғы сәғәт, хатта һуңғы минут йәшәйем, тигән тойғо ла йөрөнө. Һуңынан, һуғыштан һуң, ошо тойғо, нисектер еңел ауырыу, күңел, рух ауырыуы рәүешендә мине байтаҡ эҙәрлекләне. Утыҙға етеүемә ышанмай инем, уны уҙғас ҡырҡҡа етергә өмөтләнмәнем дә, илле-алтмыш тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ине. Тормош – дошмандың снайпер винтовкаһының сәбенә эләккәндәге йәки баш осонан шыйылдап мина осҡандағы кеүек ҡурҡыныс, ышанысһыҙ һәм нескә, бына-бына емерелеп йәки өҙөлөп китеүе бар. Һәм мин һәр ваҡыт тыуған яҡтарҙан сираттағы отпускыны бөтөрөп киткән саҡта: «Һау булығыҙ, бүтән осрашып булмаҫ инде», – тип хушлаша торғайным. Юҡ, пуля йыҡмаҫ, мина ла теткеләмәҫ, ҡурҡыуым икенсерәк – ҡышты сыға алмам. Йөрәк туҡтар, мейеләге ҡан тамыры шартлар йәки иғтибарһыҙлығым арҡаһында машина тәгәрмәсе аҫтына барып инермен һымаҡ... Ошо сирле, ҡурҡыулы тойғоларым арҡаһында йәшәү йәмен аса-аса, шул уҡ ваҡытта уның менән хушлаша-хушлаша тормошто йөрәккә яҡын итеп, һоҡланып ҡабул иттем.
...Йылғаны кистем дә Уралдың ҡырыҫ һырттарына ҡарай атланым. Дымлы туғайҙар, түмгәктәр аша, ялбыр ҡарт ҡайындар янынан тапалған, арба тәгәрмәстәре телгеләгән торфлы юлдан барам. Теүәл генә барыр ерем дә, сығыуымдың маҡсаты ла юҡ, былай ғына, тыуған ерҙе, тупраҡты тойор, ялан-туғайҙарҙың тын алышын тыңлар, ҡоштар һайрауын, һаҙлыҡтағы торналарҙың һағышлы ҡаңғылдашыуын ишетер өсөн китеп барам. Башта һәм күңелдә – байрам кәйефе, күңел йырлай, йөрәк, ҙур ҡыуаныс көткәндәй, талпынып-талпына. Ҡаратал тигән кескәй генә тау йылғаһына килеп еттем, ҡайын араларынан Урал һыртының яҡындағы битләүен күрҙем. Йыраҡтан тауҙар зәңгәр төтөн араһындағы диуар кеүегерәк күренә, ә бынан, яҡындан, бер-береһенең өҫтөнә ҡапланған, бер- береһенә үҫкән таштар һымаҡ. Болоттарға тейеп торған ҡаялар аҫтында – киң ялан. Унда, мин малай саҡта әле, беҙҙең бригада бесән саба торғайны. Шунан бирле ул һыртҡа бер тапҡыр ҙа күтәрелгәнем булманы. Тау битенә килеп етеп, тирә-йүнгә күҙ һалдым, ә бына артабан атларға, текәрәккә күтәрелергә, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырып айыуҙар йөрөгән ҡырағай урман араһына инергә яңғыҙым батырсылыҡ итмәнем.
Ауылға икенсе юл менән, йәйге көтөү йөрөгән ерҙәр аша, ферма яғынан, ҡайттым. Ҡай саҡ фермаға, һыйыр һауыусылар янына һуғылғылай ҙа торғайным. Йәй көнө улар гел бында йәшәй, кескәй йорттарҙа, вагондарҙа тора. Нисектер оялып, шул уҡ ваҡытта йылы ҡаршы ала инеләр, сәй эсһәләр, өҫтәл янына саҡыралар, һауын сағына тура килһәм инде, көрөшкә тултырып йылы һөт бирәләр. Ул саҡта һуғыштың тол ҡатындары йәш, тығыҙ тәнле, асыҡ йөҙлө ине, хәҙер ҙә ауылда ошо һауынсыларҙың ҡайһы берҙәрен осратам – иртә ҡартайған, фермала эшләү дәүерендә алған сир-сырхауҙан йонсоған яңғыҙ ҡатындар... Улар, йәштәр, миңә оҡшай торғайны, әммә яндарына барып та булмаҫлыҡ ҡайһы бер Мәскәү сибәрҙәре ише кеүек үк түгел. Һауынсыларҙың йөҙ-биттәре елгә ярылған, ҡараштары ябай, оялсан, күп йыуыуҙан төҫөн юғалтҡан халаттарынан, резина итектәренән һыйыр, тиҙәк еҫе килә, улар минән йәш ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлеген йәшерә. Әммә уларҙа төрлө тәмле еҫтәр аңҡытҡан ҡала сибәрҙәрендә булмаған нәмәләр бар, улар – үҙебеҙҙеке, ауылдыҡы, мин татып ҡарамаған ниндәйҙер ылыҡтырғыс сер, туған башҡорт ҡатын-ҡыҙының сере бар. Иҫләй китһәң, минең тәүге малайлыҡ, үҫмерлек мөхәббәтем үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙына булды, мин ауылда үҫергә, йәшәргә һәм ошо ҡыҙҙарҙың береһенә өйләнергә тейеш инем. Яҙмыш мине ҙур ҡалаға илтеп ташламаһа, тап шулай булыр ҙа ине...
Өйләнгән ике көтөүсенән тыш ирҙәр бик һирәк күренгән был төбәктә пәйҙә булыуым бер төрлө ялан тормошон нисектер йәнләндереп ебәрҙе шикелле. Тора-бара уларҙың береһенең иғтибарлыраҡ, серлерәк, оялсаныраҡ, шул уҡ ваҡытта саҡырыулы ҡарашын шәйләнем. Егерме биш – егерме ете йәштәрҙәге алһыу битле, зәңгәр күҙле ҡатын ине был. Таҙа тештәре тип-тигеҙ, көлгәндә йөҙөн асып ебәрә. Уның тураһында ҡайһы бер хәбәрҙәр ҙә ишеткәйнем. Ирһеҙ икән, өс балаһы бар, өсөһө – өс ирҙән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауылда был ҡылыҡ әллә ни ғәйепләнмәй ҙә ине. Ҡатын-ҡыҙ күп, ә ирҙәр юҡ хисабында. Уның серле, бер кемдән дә өркмәй ҡараған ҡарашын тотоп, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым. Отпускылағы буйҙаҡ егеткә ирһеҙ сибәр ҡатын артынан ниңә йүгереп алмаҫҡа? Өйләнеү тураһындағы уй башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ. Төрлө ирҙән өс бала тапҡан ҡатын ҡалала дөйөм ятаҡта йәшәгән егеткә ниндәйҙер етди өмөт бағлар өсөн ул ҡәҙәре лә башһыҙ түгелдер, тип фекер йөрөттөм. Ул, уҙа барһа, ауылға ҡайт, тип дәғүә белдерә ала, ә мин унан да ҙурыраҡ сәбәптәр арҡаһында ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә ҡайтаһым юҡ икәнен бик яҡшы беләм.
Көн артынан көн үтте, отпускының аҙағы ла яҡынлашты. Мин һаман фермаға һуғылып йөрөйөм, һауынсылар сәйгә ултырта, гәпләшәбеҙ, ҡатынға ҡарайым, әммә икәүҙән-икәү ҡалырға һис форсат сыҡмай ҙа ҡуя. Иртәгә юлға сығам тигән көндө йәнә фермаға килдем, ни булһа ла булыр, тәүәккәлләргә кәрәк, тип уйланым да Закира янына ултырҙым. Биленән ҡосаҡланым. Һикелә ултырған көйө ул әллә башалтай, әллә кофта бәйләй ине. Ҡулды этмәне, башын саҡ ҡына эйеп бәйләүен белде. Бер аҙҙан ҡапыл ғына ҡалҡынды ла:
– Утын әҙерләйем әле, бөгөн минең сират, – тип урманға сығып та китте.
Мин ултырып ҡалдым, шунан, бәй, уға ярҙамлашырға кәрәктер, унан килеп икәүҙән-икәү ҡалырға ниндәй уңайлы мәл, тип уйлап артынан эйәрҙем. Ерек, муйыл ағастары араһында ҡоро-һары йыйып, уны асыҡлыҡҡа сығарҙыҡ. Нишләптер һүҙ ялғанманы. Ферманан байтаҡ ситкәрәк китергә лә өлгөрҙөк, янда бер кем дә юҡ, бер кем дә тиҙ генә килеп етә алмай. Мин ҡапыл, ниндәйҙер йәшерен, үҙем дә хужа булмаған көскә буйһоноп, Закираны ҡосаҡланым да үбә башланым. Ул үҙе үпмәне, күрәһең, үбешә белмәй ине, быуындары йомшарҙы, тын алышы йышайҙы. Тәнем буйлап эҫе ҡан йүгерҙе, баш томаланды, түҙемһеҙләнеп талапсаныраҡ ҡылана башлағас, ҡатын мине йомшаҡ ҡына этте лә ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Бында түгел. Иртәгә мин бесән сабырға барам, шунда кил, – тине.
– Ҡайҙа? – тинем мин, тулҡынланыуҙан фекерләү-уйлау ҡеүәһе лә, иртәгә китергә тейешлегем дә онотолғайны.
– Ҡараталда, – тип яуапланы ҡатын, – йылғаны сыҡҡас, юлдан уңға ҡайырылаһың...
Башҡа әллә ниндәй уй-хыялдар, күҙ алдына әллә ниндәй күренештәр килгәйне, иртәгә китәсәгем иҫемә төшкәс (поезға билет алынған), айнып киттем. Һыуға ташланған торомбаш кеүек ҡапыл һыуындым, үҙемде алданған, бәхетһеҙ бер бәндә итеп тойҙом. Ҡалырға һис ярамай. Отпуск бөттө, эшкә өлгөрөргә кәрәк, бөтәһенә лә ҡул һелтәп, бер көнгә ҡалырға ла мөмкинлек юҡ – яңы билетҡа аҡса ҡайҙа? Унан килеп кеҫәләге билетты тапшырыу өсөн дә егерме биш саҡрымда ятҡан станцияға барырға кәрәк буласаҡ. Ул саҡта автобустар йөрөмәй ине, кеше осраҡлы тап булған машинаға эләгеп китә, ә уға тулы бер көн кәрәк.
– Иртәгә китәм шул, – тинем мин ҡатынға.
– Ә һин китмә. Иртәнән һуң китерһең, – тине ул берауыҡ тын торғас.
– Булмай.
– Ярай, булмағас булмай инде, нишләйһең...
Тормошта һирәк була торған ялҡынлы мөхәббәтте татыу мөмкинлеген башымдан сығарып ташлап, һыуындым, ҡатынды уйымдан сығарырға, ярһыу теләкте ауыҙлыҡларға тырыштым. Йыйған ҡоро-һарыны фермаға алып барыштым да, һалҡын ғына хушлашып, ауыл яғына атланым. Иртәнсәк юлға әҙерләнеү мәшәҡәте, ығы-зығы арҡаһында ул ҡатын тураһында бигүк уйланмай ҙа инем инде.
Поезд дүртенсе яртыла китә. Ҡалаға эше буйынса, туғандарына, балаларына йәки минең һымаҡ отпускылағылар станцияға тиклем нисек бара ала – шулай бара, күберәген осраҡлы машинаға эләгә. Ә машиналар үтә һирәк йөрөй, оло юлға сыҡҡан кеше сәғәттәр буйы көтә лә ҡуя, йыш ҡына көтөп ала алмай. Еңел машина тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Күберәк мотоцикл йөрөй, әммә улар осраҡлы, ят кешене бик ултыртып та бармай. Үтеүсе машиналарға, ғәҙәттә, йөк тейәлгән була йәки кабинаһында кеше ултыра. Шуға күрә юлсылар ауылдан иртүк сыға, бер нисә сәғәт буйы киләһе поезды көтә – һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡып, ауылда дерелдәп йөрөгәнсе станция эскәмйәһендә дүрт-биш сәғәт көтөүе ышаныслыраҡ.
Иртәнге сәйҙе эсеп, еңгәмдең күстәнәстәре – ҡарағат вареньеһы, ҡаймаҡ, ярты икмәк һалынған тоҡсайҙы арҡаға аҫып, туғандар менән хушлаштым да оло юлға сыҡтым. Ауылдан киткән һайын тыуған-үҫкән еремә ҙур иғтибар менән бағам, мәңгелеккә хушлашам. Һау булығыҙ, Урал тауҙары, туғай-яландар, юл-һуҡмаҡтар. Һау бул, Закира, һин бөгөн Ҡараталда бер үҙең бесән сабасаҡһың, яныңа килә алмайым. Башҡа күрә алырмынмы икән һине, юҡмы?
Был юлы ундым – ярты сәғәт торғандан һуң мине бензин ташыусы машина ултыртып алды, ҡырҡ тингә рәхәтләнеп район ауылына тиклем кабинала килдем, унан станцияға ҡәҙәр ике саҡрымды йәйәү атланым. Поезға биш сәғәткә яҡын ваҡыт бар ине. Ошо биш сәғәтте тыныс ҡына көтөргә ниәтләнеп, рәшәткә буйындағы эскәмйәгә барып ултырҙым. Ҡапыл ғына күңелде ниндәйҙер һағыш, борсолоу ялмап алды, вокзал – мине ҡалала көткән һалҡын, яңғыҙаҡ тормошомдоң башы ине. Таш ҡәлғәләр араһында ҡағылып-һуғылып оҙаҡ йөрөһәң, битараф кеше араһында буталһаң, ошо ят тормошҡа тамам күнегәһең икән, үҙеңде хатта һыуҙағы балыҡ һымаҡ тоя башлайһың. Әммә ауылдың йылы ҡосағында ирегән күңел менән, ябай, иғтибарлы кешеләрҙең тәбиғи мөнәсәбәтенән һуң ҡала тормошона ҡайтыуҙа бер ниндәй ҙә шатлыҡ юҡ, киреһенсә, унда ниндәйҙер бәлә-ҡаза көтөп торған һымаҡ. Уй менән мин һаман да ауылда, ауылдың тирә-яғындағы ялан-туғайҙарҙа. Уларҙы өҫтән, хыялым тыуҙырған тау башынан ҡарайым һымаҡ. Ана ауыл, ағайҙың йорто, ихатаһы, унда мин юҡ инде, мин киттем: йылға, йылға аша кисеү, кисеүҙе сыҡҡас, юл туғай аша борғалана, һаҙлыҡтар эргәһенән уҙа, ҡайындар араһына инеп йәшенә, Урал һырттарына табан ҡырағай урманға кереп юғала, тегендә, Ҡараталдың һул ярында, юлдан уңда ҙур ялан, ялан уртаһында яңғыҙ ҡатын бесән саба... Бөгөн китмәһәм, алдан алынған билет кеҫәлә ятмаһа, мин дә шунда булыр инем... Был уйҙарҙан һуң күңел тамам болоҡһоп, ҡара хәсрәт ябырылды, ташлап киткән, эйе, эйе, ысын мәғәнәһендә ташлап киткән ҡатынды йәлләп, башыма хәтәр уй-теләк килде лә мин, ҡабаланып, сәғәткә ҡараным. Сәғәт теүәл ун бер ине. Оло юлға сыҡһам, ун икегә тиклем машина көтәм, берҙәргә ауылға ҡайтып етәм, йүгерһәм, икеләрҙә яланда булам, унда ярты сәғәт, сәғәт ярым ваҡыт ҡала. Поезға килеп өлгөрә алам, тимәк. Был аҡылһыҙ ниәткә ҡаршы төштөм, аҡылды алға ҡуйып фекерләргә тырыштым – бер бисә өсөн ниңә баш юғалтып кире ауылға сабырға һәм поезға һуңларға һуң әле? Әммә тыйып торғоһоҙ йәшлек дәрте, ҡатынға, уның тәненә булған ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу, мөхәббәт ләззәтен йәнә бер татып ҡарау теләге аҡылдан көслөрәк булып сыҡты – һикереп тороп, тоҡсайҙы эләктерҙем дә оло юл яғына йүгерҙем. Оло юл ике саҡрым тирәһе, ауыл осонда. Унда сыҡҡас, үҙемдең ауыл яғына ҡарай атланым, саҡрым самаһы ер үттем. Машина-фәлән һаман күренмәне. Яйлап һыуына ла төштөм шикелле, әгәр транспорт булмаһа, ауылға биш сәғәт атларға кәрәк. Ҡараталға кискә генә барып етәсәкмен, тип уйлап кире боролорға йыйынып бөткәйнем генә, арттан мотоцикл тырылдағаны ишетелде. Юл уртаһына сығып баҫтым да ике ҡулды ла өҫкә күтәрҙем. Өҫтөнә яһалма күндән тегелгән куртка, башына фуражка кейгән ир ине был. Елдереп үтеп китте лә, илле метрлап уҙғас, туҡтаны. Үҙ башҡортом, әммә беҙҙең ауылдан түгел. Уныһы һәйбәт, юғиһә, ағайҙы күреп, энекәшеңде ултыртып алып ҡайттым, тиһә эш харап. Янына йүгереп барҙым да: «Ураҙға тиклем ал әле», – тинем. Ауылға етәрәк туҡтарға ҡуштым. Юл, ауылды урап, ҡапыл ғына һулға, совхоз яғына тартыла, ары китһәм, ауыл янындағы тыҡрыҡта, тап ағай йорто эргәһендә төшөргә тура киләсәк, йылғаға ла ауыл аша барырға мәжбүр буласаҡмын. Ә минең, билдәле, яңынан унда күренге килмәй. Ауыл осона ярты саҡрым самаһы ҡалғас, мотоциклдан төштөм, рәхмәтемде ҡабалан ғына әйттем дә йылға яғына йүгерҙем. Кисеүҙән сыҡтым, унан урман юлы буйлап киттем. Әммә был юл үрге ауылдың яландарына илтә, йәғни икенсе бригада ерҙәре. Шунлыҡтан Ҡараталға илтеүсе икенсе юлға төшөү өсөн һулға ҡайырылдым, йәнәһе, тураға сығам, юлды ҡыҫҡартам. Еүештән, түңгәктәр өҫтөнән, һаҙлыҡтан, билгә еткән бейек үләндәр араһынан йүгерҙем, бер нисә мәртәбә һөрлөгөп йығылдым, элек белмәгән-күрмәгән ниндәйҙер һаҙлыҡ ҡатыш батҡаҡлы шишмәне кистем. Унан ҡуйы ваҡ ҡайынлыҡ китте, ҡырағай, хатта ташландыҡ урындар башланды – аҡылын юйған кеше генә йөрөмәһә, бынан минән башҡа йән эйәһе, моғайын, үтмәгәндер. Түңгәкле яланға килеп сыҡтым, ботинкаларыма күптән һыу тулып, атлаған һайын шарпылдап бер була, ә туҡтап, түгеп алырға ваҡыт юҡ. Ашығам, йүгерәм, ҡатын менән үҙемдең араны ҡыҫҡартам, тормошомдан йолҡонған ошо ике-өс сәғәт эсендә йәшлегемдең тетрәнерлек һирәк бер ваҡиғаһын кисерер өсөн ваҡыт менән көрәшәм. Ошоға тиклем тыуған яғымдың төрлө ерҙәрендә, тыуған еремдең төрлө юлдарында йөрөгәнемдә бер ҡасан да былай өтәләнгәнемде, баш юғалтып ашыҡҡанымды һис иҫләмәйем, киреһенсә, ошо туғай-яландарҙы, сәскәләрҙе, ҡалҡыулыҡтарҙы, еҫтәрҙе, ҡырҙарҙың тауыштарын ишетер-кисерер, үҙемә һеңдерер-туплар өсөн уйланып, яйлап йөрөй торғайным. Ә хәҙер килеп ошо яландар, ваҡ ҡайынлыҡтар, һаҙлыҡлы уйһыу ерҙәргә, урау-урау, бормалы- бормалы юлдарға нисектер ят күҙҙәр менән ҡарайым, улар миңә дошман, ҡатынға барыу юлында ҡаршылыҡ, кәртә кеүек, ҡатынға булған түҙеп торғоһоҙ теләктән, ҡыҙышыуҙан тирә-йүндең матурлығын күрерлек хәлдә түгелмен. Урал һыртына, Ҡараталға илтә торған ауыл юлына килеп еттем, ниһайәт. Сәғәткә күҙ һалдым – беренсе ярты. Бынан Ҡараталға тиклем биш саҡрым тирәһе. Ҡыҙыу ғына атлаһаң, бер сәғәтлек юл. Йүгерһәң, ярты сәғәттә лә барып етергә була. Тураға шулай. Әммә юл һаҙлыҡтарҙы, Пушков карьерҙарын урап үтә, Ҡыҙыл таштар янынан ғына Ҡаратал йүнәлешенә борола. Мин йүгерәм. Юл туғайҙар, ваҡ ҡайынлыҡтар менән уратылған үрләскә китте. Бынан, үрләстән, зәңгәрһыу томан аша Ҡараталдың ыҙан-сиктәре асыҡ шәйләнә. Унда туғай, туғайҙа ҡатын бесән саба. Уның күндәм ирендәрен хәтерләүҙән, янына барып етергә бер нисә саҡрым ғына ҡалғанын самалауҙан йөрәк ярһып тибергә кереште. Хәйер, ул станциянан сыҡҡаны бирле тыныслана алғаны юҡ. Сәғәткә ҡарай-ҡарай йүгерәм. Тиҙерәк, тиҙерәк! Ҡалҡыулыҡты артылғас, дымлы туғай китте, һулда, күпмелер аралыҡта – ваҡ, сибек һаҙлыҡ ҡайындары. Ҡапыл асыҡ йәшеллектә аяҡ эҙҙәре күреп ҡалдым. Кемдер үләндәрҙе йыға-йыға әлеге ҡайынлыҡҡа атлаған. Ә ул ҡайындар араһында – һаҙлыҡ. Унан үтеп булырмы икән һуң? Әгәр үтеп булһа, әгәр ошо эҙ һаҙлыҡ аша сығарһа, ферманан Ҡараталға алып бара торған юлға тураға төшөргә мөмкин, шулайтып араны байтаҡҡа ҡыҫҡартырға була. Кемдер үткәс, мин дә үтә алмаммы икән ни, тип уйлайым үҙем. Һәм әлеге эҙгә төшәм дә юлымды дауам итәм. Тиҙерәк, тиҙерәк! Ана, ҡайындар араһында, ҡалҡыулыҡ түбәһе лә шәйләнә, ул ҡалҡыулыҡтың итәгендә сусҡа фермаһы, арыраҡ, һул ҡулда, һыйыр фермаһы, унан юл туп-тура тауға тартыла. Ҡайындарға яҡын түңгәктәр китте, араларында – һыу. Түңгәктәр араһында теге эҙ күренмәй ҙә башланы, килә-килә бөтөнләй юғалды ла. Ул кеше ситкәрәк тайпылманымы икән? Бәлки, кире лә боролғандыр? Мин һаман эскә керәм, кире боролоу хаҡындағы уй башҡа инеп тә сыҡмай, сөнки, юлдан былай боролоп, әллә күпме ваҡыт юғалттым, ә боролһам кире юлға ун минутты әрәм итәсәкмен. Сәғәткә күҙ һалам – икенсе биш минут. Ҡайындар араһына килеп керҙем, түбәләре бынан күренмәй башлаған ҡалҡыулыҡ яғына йүнәлеш алдым. Аяҡтар торф шыйыҡлығына бата, бейек түңгәктәрҙе, ваҡ ҡайындарҙы урап үтәм, алға барған һайын, нығыраҡ батам. Ҡайындар һирәгәйҙе – сибек ағастар ҡуҙғалған, бәүелгән түмгәктәрҙә генә ултыра, түмгәктәр араһында – һоро һыу. Тиҙҙән һыу тубыҡҡа етте. Күрән, торф, һаҙҙа сереп ятҡан ағастар араһынан эләгә-йығыла атлайым. Алдағы асыҡлыҡтағы һирәк ҡайындарға тиклем илле аҙым самаһы ара бар. Һис бер икеләнеүһеҙ, станциянан уҡ этәреп килтергән аҡылһыҙ бер көскә буйһоноп, һаҙлыҡҡа ҡарай барам. Шөрләү, икеләнеү юҡ, тик һаҙлыҡты ғына күрәм һәм һуҡыр кеше һымаҡ барам да барам. Алда – туғай, туғайҙа ҡатын бесән саба, бәлки, ул мине уйлайҙыр, мөхәббәттең ләззәтле минуттарын көтәлер. Мин, әйтерһең дә, ҡапҡан барлығын һиҙгән, яуыз ниәтле ошо тимер ҡулайламаның көсөн бик яҡшы белгән, әммә аслыҡ этәргән алдатҡыс емгә ынтылған йыртҡыс – ас ҡорһаҡ талабын ҡәнәғәтләндереү теләге менән ошо емгә китеп барам...
Һыу билгә етте. Һаҙлыҡ төбө йомшаҡ, ботинкаларымды уба. Тирә-яғым – һоро һыу ҙа, серек үлән бутҡаһы. Упҡан аяҡтарҙы саҡ һурып алып, йәнә бер нисә аҙым яһаным. Бер аҙҙан һыу түшкә етте, шулай ҙа тыныслыҡты юғалтмайым әле, сөнки һаҙлыҡтың уртаһына етә яҙғайным, теге яғы, моғайын да, һайығыуға китер, тип уйлайым. Шулай тип уйлауым булды – батып та киттем, арҡамдағы тоҡсай йөҙөп китте, көрән үлән бутҡаһы эйәк аҫтына етте. Ярай әле документтарҙы, билет, бер нисә һум аҡсаны, ямғырға эләгә-нитә ҡалһам тип, полиэтиленға урарға баш еткәйне. Мин йөҙгәндәге һымаҡ, һыуҙы ҡулдарым менән ишә, аяҡ остарына баҫып ҡалҡына, уларҙы йышыраҡ алмаштыра башланым. Хисаплауымса, ана тегендә, төпһәләргә йәбешкән зәғиф ҡайындар тирәһендә, һаҙлыҡтың төбө ҡатыланырға тейеш, әммә шул мәл ҡапыл ағастар араһынан урман башланған ергә тиклем киң йәйелгән асыҡ һаҙлыҡты шәйләнем, тимәк, мин әле һаҙлыҡтың бер ситендә генә булып сығам... Шулай ҙа, боролайым, тигән уй юҡ, мин бит ҡатынға китеп барам, был – тормошомдоң ошо мәлендә иң ҙур маҡсатым, артҡа боролоу хыянатҡа тиң, кире китһәм, тормошомдоң бөтә мәғәнәһе юғалыр һымаҡ. Тимәк, алға, тик алға ғына барырға, бынау ҙур һаҙлыҡты үтергә! Әгәр ул бөтөнләй үтеп булмаҫлыҡ булһа? Әгәр батһам? Фронтта, Карель ҡултығында, бер саҡ һаҙлыҡ аша дошман пулеметына ҡаршы барҙым һәм үлмәнем бит. Ә бында батып ятаммы? Һалдат кеүек һәр саҡ үлем көтөп йәшәһәм дә, һаҙлыҡ эсендә үлгем килмәй. Юҡ, үлем үҙе ҡурҡыныс та түгел, ә билдәһеҙлек ҡурҡыныс. Бынау һоро бутҡала юғалһам, ҡайҙа булғанды бер кем дә белмәйәсәк. Мин киттем, туғандар менән хушлаштым, улар өсөн Мәскәүҙәмен, ә унда бер ҡасан да барып етә алмайым. Унда ла түгел, бында ла түгел, бер ҡайҙа ла юҡ, шул уҡ ваҡытта ауылдан ике-өс саҡрымдағы һаҙлыҡ эсендә сереп ятам...
Күңелдә икеләнеү яралды, шөрләтә башланы. Үҙем, әллә боролайым да ҡуяйыммы икән, тип уйланам, үҙем сихырланған кеүек ҙур һаҙлыҡ яғына атлауымды беләм. Йөҙөп тигәндәй барыуҙан арыным да, бер аҙ хәл алырға булып, туҡтаным. Йөрәктең дарҫлап типкәнен ишеттем. Тыныслан, тыныслан, паникаға бирелмә, тим үҙемә, ҡабаланмаҫҡа, аҡыл менән эш итергә кәрәк. Артҡа боролоу юҡ. Күпме кил дә кире кит, имеш. Мин күккә ҡараным. Түбәндән генә һоро, ауыр болоттар йөҙә. Һаҙлыҡ өҫтөнән ҡарға осоп бара. Минең тапҡырға еткәс, ул ҡара суҡышын тегеләй-былай һелтәп алды, әйтерһең, үкенесле итеп баш сайҡаны, унан ҡысҡырҙы. Ҡарға мине, һаҙға батып барыусыны, күрҙе лә: «Ай-ай-ай, ҡайҙа килеп кергән был диуана? Башы юҡтыр был бәндәнең!» – тине. Ҡош минең хыял-фантазиямды уятып ебәрҙе һәм үҙемде ҡарға бейеклегенән күрҙем: быға тиклем кеше аяғы баҫмаған һаҙ эсендә меҫкен бер кеше тора. Әгәр уны кеше тип атап булһа. Тирә-яғында, бер нисә саҡрым алыҫлыҡта, бер йән эйәһе юҡ. Тынлыҡ, һыу төбөнән сыҡҡан ҡыуыҡтарҙың шартлауынан, меҫкендең йөрәк тибеүенән башҡа бер тауыш та ишетелмәй...
Ҡапыл, бер минут туҡтап-икеләнеп торған арала, яҡында ғына тере тауыш ишеттем! Юҡ, кешенеке түгел. Ҡолаҡ һалам – сусҡа хорҡолдауына оҡшаған. Эйе шул, ана, ҙур һаҙлыҡ яғында, һирәк ҡайындар эргәһендә. Имәнес, ҙур, зәңгәр-һоро төҫтә, эсе-аяҡтары – һыу эсендә. Ҡайҙан килеп сыҡҡан был хәшәрәт? Алдағы ҙур һаҙлыҡ аша килгәндер, ахыры. Шундай ҙур сусҡа батмай үткәс, моғайын, мин дә үтә алырмын. Дәртләнеп китеп, бер нисә ынтылыш яһаным, аяҡ аҫтымда һаҙлыҡ төбөн тойҙом һәм оҙаҡламай ҡайындар араһындағы йомшаҡ төпһәләргә килеп сыҡтым. Мине шәйләп, сусҡа тертләп китте, күрәһең, ҡурҡты, шунан асыуланып ҡараны, әйтерһең: «Мин – мин инде, ә һин, кеше башың менән, нишләп бында йөрөйһөң?» – тип һораны. Сусҡаны яратмайым, минең өсөн улар һыйыр йәки кәзә һымаҡ йорт хайуаны түгел. Ауылда уҡытыусы, суҡындырылған татар Артемовтан башҡа сусҡа аҫраусы кеше юҡ. Был хайуан үҙенең томшоғо, ярым һуҡыр күҙҙәре, һалпыш ҡолаҡтары, ҡыҫҡа, кәкре ҡойроғо менән гел генә әкиәт китаптарына төшөрөлгән шайтандарҙы хәтерләтә ине. Ә был сусҡаға яратып, рәхмәт уҡып ҡараным – ул булмаһа, нишләр инем икән? Моғайын, батыр инем. Ҡайындар аръяғында урыны-урыны менән һаҙлыҡлы туғай ине, бынан барыуы әллә ни ҡыйын түгел, тик аяҡ кейемен генә ҡара шыйыҡлыҡ һаман уба. Мин әлеге туғайҙы йүгереп үттем, ҡыуаҡлыҡтарҙы артта ҡалдырҙым, ҡалҡыулыҡҡа күтәрелдем (сусҡа фермаһы ошо ҡалҡыулыҡ битендә). Аяҡтан башҡа тиклем һыумын, бөтә еремде һаҙлыҡ үләне, күрән, сүп-сар һырыған. Кейемде һығып, ҡаҡҡылап кейгәнсе сәғәт икенсе ярты ла булып китте. Ары йүгерҙем. Был яҡҡа ер ҡоро ине. Ниһайәт, Ҡараталға илтеүсе юлға төштөм. Йөрәк дарҫлап тибә, оҙаҡламай, бына-бына Закира менән осрашасаҡмын. Ҡарағайлыҡты үттем, тиҙҙән яманһыу Урал һырттары ла шәйләнде. Кемдеңдер бесәнлеген үттем – сабылған үләнде өйләндергәндәр; йылғаға еттем. Таҙа урман һыуы йылғыр аға, һары таштар өҫтөнән һикерә. Ҡулды, битте йыуҙым, өҫтө һыпырғылап, туйғансы һыу эстем дә ары йүгерҙем. Сапҡан ерем юлдың уң яғында, тигәйне бит әле. Урман эсенә индем, ағастар араһынан йүгерҙем, кескәй генә бер яланды үттем, унан йәнә ҡайынлыҡҡа инеп киттем, уны ла үткәс, туғайҙың теге яғында... ҡатынды күрҙем. Ул, был яҡҡа арҡаһын ҡуйып, бесән саба ине. Яҡынайғас, аяҡ тауыштарымды ишетте лә минең яҡҡа боролдо. Ул ҡыҫҡа еңле ситса күлдәк кейгәйне, күлдәк аҫтынан зәңгәр спорт салбары – уларҙы ҡатын-ҡыҙ яланға серәкәй, күгәүен йонсотмаһын өсөн кейә. Йөҙө яна, аҡ яулығы ситтәренән ҡара сәстәре туҙышып яңаҡтарына төшкән. Ул миңә тыныс ҡына итеп ҡарап тора.
Мин уның янына барҙым.
– Китмәнеңме ни? – тип һораны ул.
– Юҡ... киттем, станцияға барҙым да кире әйләндем. Саҡ һаҙлыҡҡа батманым бына.
– Үәт диуана...– ҡатындың йөҙө яҙылды, аптырауы бөтөп, ирен ситтәренә йылмайыу ҡунды.
Мин ҡатынды ҡосаҡланым, тоҙло ирендәренән, битенән үптем.
– Туҡта...
Ул миңә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ бирелде, әйтерһең дә, беҙ – ир менән ҡатын һәм беҙҙең яратышыу көндәлек ғәҙәти эш. Ваҡыт онотолдо, мин ваҡыттың аяуһыҙ хәрәкәтенән ысҡындым да үҙ тәнемдең, үҙ булмышымдың иң тәрән, бәлки, иң тәбиғи ләззәтенә, рәхәтлегенә бирелдем. Ярай килгәнмен, юл этлеге онотолор, ә был онотолмаҫ. Ҡатындың ике имсәге араһына дым йыйылды, зәңгәр күҙҙәре йә миңә ҡарай, йә ситкә, күккә баға. Бер арала мин дә ситкә ҡарағайным, үҙебеҙҙең ауыл ҡарты Шәймәрҙәнде күрҙем. Ул, яурынына салғы һалып, ҡыуаҡлыҡтар араһынан килеп сыҡты ла, беҙҙе шәйләп, туҡтаны, оҙаҡ итеп беҙгә текәлеп торҙо. Ҡарттың ике йәш кешенең үләндәр араһында һөйөшкәнен ҡарап тороуында тулҡынландырғыс ғәҙәти булмаған ниндәйҙер сер бар ине. Ҡыҙығын тапҡас, ҡараһын, тип уйланым мин, уның тороуы миңә хатта көс-ғәйрәт өҫтәне, ләззәтте тағы ла нығыраҡ тойорға булышлыҡ итте. Ҡарт үҙ юлы менән китте, мин тынысландым, сәғәткә күҙ һалдым – өсөнсө биш минут.
– Ярай, мин йүгерҙем. Поезға өлгөрөргә кәрәк, – тинем ҡатынға. – Һау бул! – Уны ҡосаҡлап үптем – элекке тулҡынланыу, әҫәрләнеү үткәйне инде. – Ауылдың үрге осона нисек сығырға?
– Ҡыҙыл таштарға бар, ана, теге ҡарағайҙарҙы үткәс, боролма булыр, шул туп-тура юлға сығара.
– Ярай, киттем.
– Ысынлап та диуана икәнһең, – ҡатын йылмайҙы.
Тоҡсайҙы арҡаға ташланым да юлға төштөм. Ҡарағайҙарҙы уҙғас, тапалған һәм киңерәк бер юл тураға китә, ә һирәгерәк йөрөлгәне, унан айырылып, һулға ҡайырыла. Мин шунан киттем. Сәғәткә башҡа ҡарамайым – телдәренең өскә етеүен күреүҙән ҡурҡам.
Ҡатын тураһында хәҙер тыныс уйлайым, ниндәйҙер еңел һағыш менән иҫкә төшөрәм, минең өсөн ул – үткән заман, алдағы көндәремдең йылы хәтирәһе. Хәҙер минең башта юл, тик юл ғына, бөтә булмышым, йәнем, тәнем менән шул хаҡта ғына уйлайым, ваҡытты ҡыҫҡартырға, уҙырға, хатта алдарға маташам – нисек тә поезға өлгөрөргә кәрәк. Яңынан баяғы ҡалҡыулыҡтар, ҡайынлыҡтар, ялан-туғайҙар... Килгәндәге кеүек матурлыҡты был юлы ла күрмәйем, улар – минең ваҡытты алыусы үле нәмәләр. Килә-килә арыта башланы, шәп йүгереп булмай, күберәк атлайым хәҙер, үҙемә был ерҙәрҙән әллә ҡасандан, бер нисә йыл буйы килгәнмен кеүек тойола башлай, ә поезд әллә ҡасан киткәндер ҙә, минең ошо йүгереүем шпалдар буйлап уны ҡыуып етергә маташыуҙыр һымаҡ. Ниһайәт, ҡаты юлға аяҡ баҫам. Бынан йүгереү еңел, әммә юл тура ғына бармай шул, һаҙлыҡтарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы урап үтә, үтәһе араны оҙонайта. Сәғәткә ҡарау юҡ – телдәре күптән өстө уҙғандыр ҙа дүрткә яҡынлайҙыр, тип ҡурҡам. Бына йылға. Шаптор-шоптор кистем. Ботинкаларҙы һалып тороу ҙа юҡ. Оло юлға килеп сыҡтым. Юл ике яҡтан да буш. Машинаны йыраҡтан шәйләп булырлыҡ түгел, әммә уның артынан күтәрелгән саң өйөмөн күрергә мөмкин. Төнгө ямғырҙан һуң юл дымлы, шунлыҡтан саң күтәрелмәй. Түҙмәй сәғәткә күҙ һалдым – дүртенсе ике минут... Һәм станцияға тиклем егерме биш саҡрым. Тулҡынланыуҙан тамаҡ кибеп, йөрәк һикереп ҡуйҙы, быуындар бушаны. Һуңланым, барыбер һуңланым, тип битараф ҡына юл буйлап өҫтөрәлдем. Станция яғына. Ауылға кире ҡайтһам, алдарға тура киләсәк, мәҫәлән, билет төшөп ҡалған – бисәгә барҙым, тип әйтеп булмай бит инде; ағайҙан бурысҡа аҡса алып торорға тейеш булам. Инде ауыл яғына боролоп, илле метр самаһы ара үткәйнем, о мөғжизә! – ҡалҡыулыҡ артынан машина пәйҙә булды. Совхоз яғынан ҡайһыһылыр еңел машина менән килә. «Москвич» яҡынайғас, юл уртаһына сығып баҫтым да, ярһып, ҡулды күтәрҙем. Водитель машинаһын туҡтатыуға йүгереп янына барҙым, тотлоға-тотлоға тигәндәй:
– Станцияға ҡәҙәр ал әле, поезға һуңлайым! – тинем.
– Ун һумың йәл түгелме? – тине киң яурынлы, асыҡ зәңгәр күҙле йәш ир.
– Минең бишәү генә шул, – тинем мин, ете һумдың икәүһенә түшәк, сәй алыу өсөн ҡалдырырға кәрәклеген тиҙ генә уйлап.
– Ярар, ултыр.
Мин артҡы ултырғысҡа йығылдым.
– Шәберәк барайыҡ әле.
– Поезд нисәлә китә?
– Дүртенсе яртыла.
– Һуңлаһаҡ та, түләйһеңме?
– Түләйем.
Һәм ошо минуттан машина менән сәғәт теле араһында ярыш башланды. Сәғәт шәберәк йөрөй, әйтерһең дә, бәйҙән ысҡынған, ә машина, ҡабырсаҡ эсендәге ҡусҡар ише, саҡ-саҡ шыуыша. Бөтә кәүҙәм менән алға эйелеп, күҙемде юлдан алмай киләм – станция яғына булған ынтылышым менән машинаға шәберәк барырға ярҙам итергә тырышам. Бер ауылды үттек – ун саҡрым. Сәғәткә ҡарамайым, уның дүртенсе яртыға етеп барғаны былай ҙа билдәле. Өлгөрмәйбеҙ. Биш һум йәл. Кәйеф төштө, төшөнкөлөккә бирелдем. Яңынан ауылға ҡайтыу тураһында уйларға тотондом. Ҡунаҡбай ауылы. Юл уртаһында – ҡаҙҙар. Водитель уларҙы үткәреп ебәрә лә яңынан газға баҫа. Ун саҡрым ҡала, туғыҙ, һигеҙ...
Станцияға килеп еткәндә, поезд ҡуҙғалғайны. Йәшел вагондар, тәҙрә-күҙҙәре менән мыҫҡыллы ғына йылмайып, тиҙлеген арттыра. «Москвич» хужаһына бишлекте тотторҙом да, перронға атылдым, йән-фарманға йүгереп, поезды ҡыуып етеп, ҡойроҡтан икенсе вагондың тотҡаһына йәбештем. Бәхеткә күрә, ишек ябылмағайны, проводник та тамбурҙа ине. Проводник ҡатынға билетты күрһәттем дә үҙемдең вагонға киттем, хәлдән тайып, бышлығып барып ултырҙым һәм поезға өлгөрөүемә һәм китеп барыуыма шунда ғына ышандым.
Тормоштоң ифрат ҡурҡыныс һәм шау-шыулы сәғәтен үткәргәндәге һымаҡ, күңел ҡапыл тыныс ҡыуаныс менән тулды. Күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын: илле саҡрымдан ашыу араны мин ялан-туғайҙар, урман-ҡыуаҡлыҡтар аша йүгерҙем, һаҙлыҡҡа баттым, хатта йөҙҙөм, машинала, мотоциклда елдерҙем. Урал битләүенең бейек үләнле, төрлө төҫтәге сәскәләре араһында ҡатын менән һөйөшөү- яратышыуҙың иҫ киткес ләззәтле минуттарын кисерҙем.
Әлбиттә, был мөхәббәт түгел ине, ә ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған ҡанмаҫ тартылыу. Был тартылыу, был ылығыу тәбиғәттең үҙе һымаҡ мәңгелек, ул шулай булған һәм буласаҡ, уны асып бөтөрөү мөмкин түгел. Был – минең тормош, минең йәш тормошом һәм ул, бәлки, минең, үлемгә дусар ителгән йәш һалдаттың, һуңғы бәхетле сәғәттәре лә булғандыр әле...
Талха ҒИНИӘТУЛЛИН.