Атайсал
5 Апрель 2025, 15:35

ЭҢЕР ТӨШКӘС... (Хикәйә)

Бибиғәйшә киткәс, ҡарттың башына килгән тәүге уй: «Ҡара әле, нисегерәк фекер йөрөтә был ҡарсыҡ? Вот һиңә Бибес, вәт һиңә Албаҫты. Ниңә әле ул, клуб тигәс, сыпранлап китте?» Ғәлиулла менән Бибиғәйшәнең, яңынан йәшәреп, клубҡа барып, табандарының ҡысыуын ҡандыраһылары юҡ таһа?.. Һи-и... Бар ине уларҙың да йәш саҡтары, клубһыҙ тора алмаған мәлдәре.

Көндөҙҙәрен нисек тә үткәрә Ғәлиулла ҡарт: контора эргәһенә барып, ҡорҙаштары менән әңгәмә һатһынмы, ауыл осонда торған, атаһының үксәһенә баҫа-баҫа олоғайып килгән улына инеп сыҡһынмы – һәр ҡайһыһы үҙенсә ваҡытты ала. Киске эңерҙәр ҡыйын икән ул яңғыҙ кешегә; ятһаң – иртә, сыҡһаң – әҙәм заты күренмәй. Ошо мәл етһә, сәйнүген газда ғына шыжлатып, телевизорын тоҡандырып, экрандағын тамаша ҡыла-ҡыла сәй эсеүгә ғәҙәтләнеп киткәйне ул, бөгөн уныһына ла күңеле төшмәй. Донъяның барлыҡ ҡотон, бөтә йәмен ҡарсығы үҙе менән тегендә, ҡайтмай торған ергә, алып китте, күрәһең. Шул саҡ Ғәлиулла ҡарттың күҙенә түрбашта етемһерәп ултырған аҡ самауыр салынды. Иҫке бер танышын күреп ҡыуанғандағы һымаҡ, ҡарт ҡуш ҡуллап тегенең ҡолағына барып йәбеште, тышҡа сығып, усаҡлыҡ ҡаршыһына ултыртты, шунан ваҡ ҡына итеп ҡоро ҡарағай тапсығы әҙерләне, туҙ эҙләп алып, шырпы сыйып, самауырҙың утлығына төшөрөп ебәрҙе.

Һай, тәмле була торғайны ҡарсығы менән эңерҙә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшә-һөйләшә эскән самауыр сәйҙәре! Ығы-зығы, мәшәҡәт тулы оҙон көн – артта, алдында – оҙон көйгә ҡурай тартҡан аҡ самауыр... Әллә хәтерләүҙән, әллә төтөндән Ғәлиулла ҡарттың күҙҙәре йәшкәҙәне, урамы эсенән, усаҡлыҡ эргәһенән генә ағып ятҡан кескәй йылға ла йылы ҡарағай төтөнө бөркәнде. Ғәлиулла ҡарт, самауыр утлығынан һерәйеп сығып торған бер торонбашты алып, утлы яғын тәмәкеһенә яҡын килтергәйне генә:

– Нихәл, күрше? – тигән тауышты ишетеп, тертләне.

– Ә-ә, Бибе-эс, эйе, Бибиғәйшә, һинме? Арыу әле, әкренләп. – Ғәлиулла ҡарт, ҡаушағанын һиҙҙермәҫкә була, һүҙсәнләнеп китте. – Бына самауыр ҡуйған булдым әле...

– Газың эшләмәйме әллә?

– Эшләүен эшләй ҙә, – Ғәлиулла ҡарт шундағы һыу ситенә генә яһап ҡуйған эскәмйәһенә ултырҙы:

– Самауыр сәйе эске килеп китте!

Йылғаның ике яры буйлап һуҙылған, ҡырҡ ерҙән теркәтелгән-ҡоршалған ситәнгә һөйәнгән Бибиғәйшә әллә күршеһенең «сиселеүенән» уңайһыҙланды, әллә ҡарттың һуңғы һүҙҙәрен илтифатҡа алманы, хәбәрҙе икенсегә борҙо:

– Теге басурманды эҙләйем дә. Берәй дегәнәк төбөндә боҫоп тормаймы тием. Ҡайтманы бит бөгөн дә, бүре кинәнгере.

Ғәлиулла ҡарт, күршеһенең һүҙҙәренә төптө ышанмаһа ла (Бибес ине малын йыймай ҡалдыра торған кеше!):

– Әл-лә-ә-ә... – тип тирә-яғын ҡараштырған булды. – Тәкәң күҙгә салынманы шул бер ҙә.

– Ҡуй инде, теңкәне ҡоротто ул нәмә, быйыл бесән ваҡытында ҡыҙыл үңәсенә ҡыҙыл бысаҡ уның, – тип дыулап китте Бибиғәйшә лә, ошо мәл «басурманының» аҙбарының иң ышыҡ, иң ҡараңғы мөйөшөндә йәшел-һары күҙҙәрен баҙлатып, шарт-шорт «һағыҙ» сәйнәп ятҡанын белһә лә. – Мамығы өсөн аҫрайым бит шуны, күрше.

Һүрән генә эңер яҡтыһында башына ҡара шәл ябынған, тамыры аҡтарылып кипкән ағасты хәтерләткән ҡулдарын болғай-болғай хәбәр һөйләгән Бибиғәйшә үҙе лә әҙәм затына ҡарағанда ҡарасҡыны нығыраҡ хәтерләтә. Өҫтәүенә, үҙенең Албаҫты тигән ҡушаматы ла бар. Ғәлиулла ҡартҡа ҡалһа, һыу эсенән ысын албаҫты сығып эс серен сисһә лә, тыңларға әҙер, эргәһендә йән эйәһе булһа – шул еткән. Шуға ла бөгөн күршеһе Бибиғәйшә менән ғүмерҙә булмағанса әңгәмәләшеп ултырыуына эстән генә шат үҙе. Ут күршеләр булып йәшәһәләр ҙә, уларҙың бер-береһенә йөрөшкәнен, бына шулай ҡойма аша булһа ла һәүетемсә һөйләшкәндәрен ҡәҙимге әҙәм ҡолағы түгел, өнһөҙ-тынһыҙ ике арала ағып ятҡан йылғаның да абайлағаны-шәйләгәне булмағандыр. Әле шуларҙы уйлап ултыра Ғәлиулла ҡарт, боҫ бөрккән эҫе самауыр сәйенә өрә-өрә.

Ҡарсығынан бөжөмләне тиер инең – мәрхүмә ул яҡтан тыныс булды, ҡыҙғанманы, етмәһә, Бибиғәйшә үҙе лә бисә-сәсә көнләштерер, ир-аттың күҙе төшөр заттан түгел ине. Йомошҡа инер инең – яңғыҙы ғүмер һөргән ҡатынға ни йомошоң төшһөн? Нисек шулай тура килгәндер, йылғаның йылғаһы, ҡап уртанан аҡһа ла, Ғәлиуллалар биләмәһенә ингән, хатта уларҙың бер мынаятына әйләнгән тиһәң дә, яҙыҡ булмаҫ (усаҡлығы ла, мунсаһы ла, баҡсаһы ла, башҡаһы ла шуның буйында). Бибиғәйшәнең ҡойма аша төшөп һирпеп һыу ҙа алғаны юҡ унан... Ғәлиуллаларҙың, бөрөп япҡан, тирәк-ҡыуаҡтар менән ҡамалған алты мөйөшлө йорто эргәһендә Бибиғәйшәнеке, ярайһы ғына бөтөн булһа ла, арыуыраҡ тауыҡ кетәген генә хәтерләтә.

Шулай ҙа Ғәлиуллаларҙың теге ярға, Бибестең (артында уны шулай тип йөрөтәләр) был ярға сыҡмауына өйҙәрҙең эреле-ваҡлы булыуы сәбәп түгел, буғай. Башҡа күршеләре, ҡыҙ-ҡырҡын да һирәк аяҡ баҫҡандыр унда: яман ҡатындан яр биреһе ҡасҡан, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Теле үтә әсе шул үҙенең дә. Әле генә, ҡарсығы донъя ҡуйғас, Ғәлиулланың ҡайғыһын аяптырмы, өндәшмәйерәк тора Бибиғәйшә, юғиһә яҙ башында ғына пыр туҙҙырып алғайны уларҙы.

Тауыш күберәк мал-тыуар арҡаһында килеп сыға ине, был юлы ла шулай булды. Көн сыуағы. Бөтә кеше малын тышҡа сығарған. Әмәлгә ҡалғандай, Ғәлиуллаларҙың һыйыры менән Бибиғәйшәнең һыйыры «эләгешеп» киттеләр. Быны күҙәтеп торған Бибиғәйшә, Ғәлиуллаларҙың Аҡбашы еңелә башлағас, ҡыуанысынан сабый төҫлө ҡысҡырып ебәрҙе:

– Шул кәрәк һиңә, ала шайтан! Хәлеңдән килмәгәс, ынтылма, күпкән ҡорһаҡ! – Шул саҡ әллә Бибестең ҡысҡырыуынан сәме килеп, әллә ни аҙаптан Аҡбаш ҡыҙҙы ла китте, һә тигәнсе «дошманын» дырһылдатып ҡоймаға ҡыҫырыҡлап ҡуйҙы. Китте шунда Бибиғәйшә ярһып:

– Еңә! Еңмәй ни... Уларҙыҡы шикелле минең һәүкәшем ем ашап торамы? Ҡоро бесәнгә һимерерһең нибус, һимермәй ни. Улы шофер булғас, колхоздың һеперенде-ҡырындыһы ошоларҙа бит.

Тиҙерәк өйөнә инеп китеү яғын ҡараған Ғәлиулла ҡолағына бынан һуң да «харам», «хәләл» тигән һүҙҙәр өҙөк-һарыҡ салынып ҡалды. Был хәлгә шаһит булған күршеләр ҙә, үҙҙәренә ел-ямғыр тейгеләгәнсе, өйҙәренә тайыу яғын ҡаранылар. Шулай. Аҡыллы – ҡуйҙым, иҫәр – еңдем, тиер. Бибесте белгән кеше уның менән иҫәп-хисап теүәлләмәй...

Ғәлиулла ҡарт сәй урынын йыйыштырҙы ла йоҡларға йыйына башланы. «Ситтән ҡарағанда мул йәшәгәс, харам ашаған кеүек тойолғандыр инде», – тип яйлап ҡына уй ебен һүтте шунан. Үҙенә ҡалһа, улай уйламай, ни тиһәң дә, улар әүәл-әүәлдән мал-тыуарлы, ырыҫлы килделәр, үҙе гел яуаплы эштә (ферма мөдире, бригадир) эшләне. Ул арала өс улы үҫеп ҡул араһына инде. Аҫтына һалып, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырғылап алып ҡайтҡан саҡтары ла булғандыр. Эшләгән – тешләгән. Уның шайын ғына хурлыҡҡа һанамай Ғәлиулла. Эш тигәндә арамъяһыҙ-талымһыҙ булды үҙе. «Юҡ», тип артыҡ хәсрәтләнмәнеләр, барҙың ҡәҙерен белделәр. Тик ҡарсығы ғына иртә китеп останы. Теше-тырнағы менән тырмашып йыйған донъяһының рәхәтен күреп йәшәй алманы...

* * *

Иртәгеһенә урамы эсендә ниҙер эшләп йөрөгән Бибиғәйшәгә башлап үҙе һүҙ ҡушты Ғәлиулла ҡарт. Нисек шулай килеп сыҡҡандыр инде, һораһаң, үҙе лә төшөндөрә алмаҫ – әллә яңғыҙлыҡ албырғата, әллә көтөлмәгәндә барлыҡҡа килгән «дуҫтарса мөнәсәбәт»те боҙғоһо килмәне – шайтан белһен.

– Арыумы, күрше? Тәкәңде таптыңмы шул?

Бибиғәйшә күҙенә төшкән яулығын күтәрә-күтәрә ситәнгә яҡынланы.

– Ә-ә, кем өндәшә, тим... Күрше икән. Арыу ғына. Үҙең һуң? Ни хәлдәһең?..

– Мин ни, – Ғәлиулла ҡарт, әлеге эскәмйәһенә ултырып, ҡарттарса кеткелдәп көлдө. – Кейеҙ баҫам, йөн тетәм, эх-хе, яңғыҙ кешенең ни...

– Контор яғына сығып әйләндең шикелле, ни хәбәрҙәр бар?

Ғәлиулла ҡарт, тәмәкегә була, кеҫәһенә тығылды.

– Хәбәр тип... Әй, әйткәндәй, клубты боҙалар ошо арала.

– Улай тиң?.. – Бибиғәйшә, түше менән ситәнгә ятып, башын, «тағы ни ишетәм» тигән һымаҡ, Ғәлиулла ҡарт яғына борҙо. – Ысынмы икән?

– Ысындыр инде, силсәүит үҙе һөйҙәп торҙо. Яңыһын иҫкеһе урынына һалмаҡсылар шикелле.

– Әллә-ә... Ул ҡалай булыр икән? Яңыһы, тим, күрше, нисегерәк булыр? Һарт ауылыныҡы һымаҡ тауыҡ кетәгенән саҡ ҡына бейегерәк, әбрәкәйҙән саҡ ҡына киңерәк булмаһа ярай ҙа...

– Әллә шул.

– Уның, күрше, шуныһын белергә кәрәк. Иҫке клуб, иншалла, боронғо мәсет булһа ла, ҡуҡрайып, бөтә ауылға йәм биреп ултырҙы. Төҙөгәс-төҙөгәс, яңыһы иҫкеһенән һәйбәтерәк булырға тейеш тә инде. Башҡаларҙы белмәйем, мин бисә аҡылым менән шулай уйлайым: әлеңге клубтан музей эштәр кәрәк. Ауыл музейы.

– Ызнамо шулай.

Был юлы ниңәлер болоҡһоған, тауышы үҙгәреп киткән Бибиғәйшә, һылтау табып, тиҙерәк өйөнә инеп китеү яғын ҡараны. Ул киткәс, ай яҡтыһында көмөш бағана булып һуҙылған йылғаға ҡарап, байтаҡ уйланып ултырҙы Ғәлиулла ҡарт. Әлеге шул клуб сәбәпсе булды быға. Шул уйландырҙы.

Бибиғәйшә киткәс, ҡарттың башына килгән тәүге уй: «Ҡара әле, нисегерәк фекер йөрөтә был ҡарсыҡ? Вот һиңә Бибес, вәт һиңә Албаҫты. Ниңә әле ул, клуб тигәс, сыпранлап китте?» Ғәлиулла менән Бибиғәйшәнең, яңынан йәшәреп, клубҡа барып, табандарының ҡысыуын ҡандыраһылары юҡ таһа?.. Һи-и... Бар ине уларҙың да йәш саҡтары, клубһыҙ тора алмаған мәлдәре. Бибиғәйшә лә хәҙерге сөрөш Бибес түгел, Ғәлиулланың да утығып, баҙығып яңы хеҙмәттән ҡайтҡан сағы. Бибиғәйшәләр, арыҫландай ике игеҙәк ағаһы, ата-инәһе булып, түп-түңәрәк кенә көн күрәләр ине. Ике өйҙән дә өсәр кеше (Ғәлиулланың буйға еткән ике ҡыҙ туғаны) кис клубҡа сыҡһалар, урам үҙе киңәйеп, йылмайып юл биргәндәй тойола торғайны. Күршелә генә ыҡсым кәүҙәле, төйөрөм генә ҡыҙ үҫеүе Ғәлиулланың күңелен ҡытыҡлап ҡуйһа ла, йөрәге башҡала булды. Клубта иһә Ғәлиулла бейергә төшһә, Бибиғәйшә сыңлап торған асыҡ тауышы менән:

... Ҡара костюм, аҡ яҡа,

Ҡара костюм, аҡ яҡаға

Иҫебеҙ китмәй пока,

тип, йә тағы берәй шуның ише төртмәле таҡмаҡ әйтер ине. Иҫе китмәһә, ниңә уны белдергән? Битараф кеше өндәшмәй ул... «Эй-йе...» – Ғәлиулла ҡарт тәмәкеһен һурҙы, төтөнө сыҡмағас, һыуға быраҡтырғайны, «пыш» та итмәне – һүнгән икән. Көҙөн Ғәлиулла күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙға, бығаса бергә ғүмер һөргән ҡарсығына, өйләнде. Ә инде тәүге ҡар төшөүгә Бибиғәйшәнең ике ағаһы менән бергә фронтҡа китте. Эсәһе һыуы, ашайһы ризығы бөтмәгәс, Ғәлиулла ҡайтып килде, ә күршеләренең өйө тәҙрәләренә арҡыс-торҡос ағас ҡағылған көйө ҡаршыланы. Ҡорҙаштарының үле хәбәре килгәс, әбей менән бабай, бер-береһенән күп тә ҡалмай, донъя ҡуйғандар, ә Бибиғәйшә, яңғыҙына көн күреү ауырлашҡас, Яйыҡ башындағы туғандарына киткән, шунан күренгә (ағас әҙерләүгә) алынған икән.

Һуғыш бөтөүгә йыл ярымдай ваҡыт үткәс ҡайтып төшкән Бибиғәйшәне танымай торҙо Ғәлиулла: саялығы йөҙөнә сыҡҡан етеҙ хәрәкәтле ҡыҙ урынына күп илаған, нужа күргән ҡатындарҙа ғына була торған һулыған, таушалған ҡырыҫ йөҙлө ҡатын тора ине. Киткәне бирле уның нисек йәшәгәнен, ни күргәнен берәү ҙә белмәне –

Бибиғәйшә ул турала ләм-мим һүҙ әйтмәне. Күрәһең, күрендә күргәндәре үҙәгенә ныҡ үткәндер...

– Һаумы, күрше? Ҡайттыңмы? – тип сәләм бирҙе Ғәлиулла, балтаһы менән ирҙәрсә һелтәнеп ҡапҡаһын төҙәтеп булашҡан Бибиғәйшәгә. Тегеһе:

– Һау булмаһам, һау итмәҫһең әле, – тип мығырланы ла арты менән боролдо.

– Һм, – Ғәлиулла, ни әйтергә белмәй, китеп барҙы. Бәлки, ул үҙе юҡта донъяһының туҙыуын, ә күршеләренең, шуны күрә тороп, ҡул ярҙамы һуҙмағанына үпкәләгәндер? Шулай булһа ла булыр... Тик ул саҡта Ғәлиулланың ултырып сәй эсергә бушамаған ваҡыттары ине. Киренән килеп Бибиғәйшәнең ишеген шаҡыуға ла шул эш сәбәпсе булды. Ферма мөдире булып эшләгән сағы, сусҡа килтереп тултырҙылар. Теләйһеңме, теләмәйһеңме – рәхим ит, ҡабул итеп ал.

– Уны ҡарар кешене белмәйем табыуҙары... Халыҡтың борондан килгән кәсеп-шөғөлө түгел. Кем бисәһен, ғәрләнмәй, сусҡа ҡарарға ебәрәһең? – тип ныҡ ҡарыулашты Ғәлиулла председатель менән.

– Ҡушалар бит. Тап инде, ҡустым. Булмаһа, Бибиғәйшәгә барып ҡара, төшөндөр, почетлы эш тиң...

– Улай почетлы эш булғас, председатель үҙ бисәһен ебәрһен, – тип туҙҙай тоҡанды Бибиғәйшә, Ғәлиулланың ауыҙын асырға ла ирек бирмәйенсә. – Почетты ашап буламы, йә унан өй эштәтеп буламы? Бөгөнгө көндә миңә почет түгел, мейескә яғырға утын кәрәк, шуны беләме икән ул аҡыллы баш?

Ғәлиулла «почет» һүҙен ысҡындырыуына үҙе лә үкенә ине, тик һуң инде. Бибиғәйшәне туҡтатырмын тимә, имен-һау был өйҙән башты йырһаң – хаттин ашҡан. Бибиғәйшәнең кесерткән теле үҙ йәмәғәтенең дә яланғас ерен ялмай башлағас, түҙмәне, сығып ҡасты Ғәлиулла.

Иртән иртүк сусҡа ҡарауға кеше табыуҙан тамам өмөтөн өҙгән Ғәлиулла, алып килгәс, асҡа үлтереп булмай, үҙем булһа ла эшкә керешмәй сара юҡ тип, аҙбар ишеген асты ла... ябырға онотто: кемдеңдер тилбер ҡулдары бында төнө буйы тәртип урынлаштырып, хайуандарҙы йыуған, аҙбарҙың ҡыйы ыҡсымлап, сығарыуға әҙерләнеп, уртаға өйөлгән. Ҡараңғы мөйөштә кем менәндер иркәләп һөйләшкән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә:

– И-и, Алла бәндәһе, бахырҡай. Бәндәгә бәндә булып ятаң шул, мә һөт эсеп ҡара, эс, эс... – Ғәлиулла үрелеп ҡарағас, әлеге иркә тауыштың Бибиғәйшәнеке икәнен төшөндө. Бына әкәмәт!.. Үҙ күҙе менән күрмәһә, ғүмере ышанмаҫ ине, ул да шулай һөйләнә белә тип кем уйлаған...

Ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына еткән Ғәлиулла, йәһәт кенә һәнәкте эләктереп, шундағы этмә арбаға ҡыйҙы тейәй башланы, үҙе Бибиғәйшәгә ниҙер һөйләне, көлдө... Быға ҡаршы күршеһе, ни тип әйтергә белмәй, аптырабыраҡ торҙо ла ҡапыл телгә килде:

– Атың ҡайҙа, Ғәлиулла?

– Тышта, – тине Бибиғәйшәнең тел төбөнөң ҡайҙа ыңғайлағанын аңламаған Ғәлиулла.

– Улай булһа, Әптерәй малайы, бындағына оронғансы, сығып атындың ҡойроҡ аҫтындағын таҙарт, төшөндөңмө?

«Әптерәй малайы» – Ғәлиулланың бәләкәй саҡтағы ҡушаматы, тиңдәштәре, шул иҫәптән Бибиғәйшә лә, элек уға шулай тип өндәшә торғайнылар (бәлки, биш ҡыҙ араһында берҙән-бер малай булып үҫкәнгәлер?), уныһына хәтере ҡалманы Ғәлиулланың, ҡыҫҡаһы, тегенеһенә лә, быныһына ла иҫе китмәне – эшләүендә булды. Ниндәй генә һүҙҙәр әйтһә лә, кешенең табылыуы әле, ҡалғаны – бүстәк.

Ғәлиулланың һүҙ күтәрә белеүенә ирептерме, Бибиғәйшә үҙе лә, эшләй торғас, сусҡа ҡарарға ризалашыуының серен сисеп һалды:

– Арыуыраҡ түләмәҫтәрме тием. Күрҙең бит: өйөм өс таяуҙа тора, ҡыйығы ла аға.

– Өйөңдө эшләтербеҙ, уныһына борсолма, – тип йомартлыҡ күрһәтеп ташланы Ғәлиулла ла...

Тик сусҡа мәшәҡәте бының менән генә бөтмәне: элек башмаҡ торған аҙбар сусҡа аҫрау өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ булып сыҡты, уныһы ҡыш еткәс беленде. Үҙенең өйөн эшкиндереп инә алмағас, эш урынына яҡын булыр тип, Бибиғәйшә ферма өйөнөң бер бүлмәһенә күсеп сыҡҡайны. Яҙын, сусҡалар бәрәсләй башлағас, Бибиғәйшә шуларҙы итәгенә һалып өйөнә ташыны, мейес буйҙары, урындыҡ «алла бәндәләре» менән тулды, уларҙы урарға тип аҡтыҡ күлдәк итәктәрен йыртты. Үҙенең өҫтө-башы, бит-һәте, ысынлап та, албаҫтыны хәтерләтә ине. Шул мәлдә таҡманылармы икән уға ул ҡушаматты? Ғәлиулла бите осона эҫе ҡан бәреүен тойҙо. Тыныс ҡына ғүмеренең аҡтыҡ йылдарын (кем белә, бәлки, айҙарын – йөрәк торған һайын йышыраҡ борсой) йәшәгәндә ни тип иҫенә төшөрә һуң әле быларҙы? Ул саҡта Бибиғәйшәгә генә ҡыйын булдымы әллә... Бөтөн етем-еҫерҙе арҡалау-ҡурсау бер Ғәлиулланың ҡөҙрәтенән килер эш инеме? Ҡапыл иҫкән һалҡынса ел, һыуҙы отороһона һыйпап, әлеге ай һуҙған көмөш бағананы сайҡатты. Ғәлиулла ҡарт, үҙе теләһә-теләмәһә лә, бер башлағас, уйының осона сыҡмай туҡтамаҫын аңланы – хәтер янсығы асылған ине инде...

Шул. Аҙаҡ, сусҡалар ишәйгәс, яңы һарай һалып сыҡҡас, унда эшләүҙән берәү ҙә баш тартманы. Үрсем алыуҙың яҡшырыуы бүләкләү хәжәтен тыуҙырҙы. Шул саҡ наградаға сусҡасылыҡта уҙа барһа ике йыл эшләгән йомро кәүҙәле, күҙе-башы уйнап торған тол ҡатын Гөлбаныуҙы тәғәйенләнеләр. Башҡаларға ҡушылып, эштең ниҙә икәнен төптө һиҙеп ултырһа ла (Гөлбаныуға председатель күҙен майландыра ине), Ғәлиулла ла ризалыҡ белдерҙе.

– Тфү... – Ҡарт тәмәкеһен лас иттереп төкөрөп, итек үксәһе менән иҙҙе. – Эх-хе, ул саҡта былайтып иҫеңә төшөр, намыҫың алдында яуап бирергә тура килер тип кем уйлаған? Йәш саҡта бит ғүмер мәңгелек һымаҡ – бөгөн эшләмәһәм, иртәгә эшләрмен тиһең, ә ваҡыт ни ул үтә лә китә икән...

Күп тә үтмәй, алдынғы колхозсыларға бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡайһыларына миҙалдар тапшырҙылар. Бибиғәйшәгә лә, хәтере яңылышмаһа, сусҡа бәрәсе бирҙеләр. Түшенә миҙал таҡҡан Гөлбаныу сәхнәнән төшә башлағас, Бибиғәйшә ултырған еренән ҡапыл торҙо, кинәт күлдәк иҙеүен йыртып, имсәген сығарҙы ла: «Бына минең миҙалым!» – тип хахылдата көлөп, клубтан сығып китте. Башҡалар ҙа көлдө. Хәҙер хәтерләүҙән генә лә ҡыҙарып ултырһа ла, Ғәлиулла ла, йоҙроҡ эсенә булһа ла, хихылдағандыр... «Их, ауыҙыңды ҡайырайым!..» Артабан сыҙап ултыра алмай, Ғәлиулла ҡарт тороп өйөнә йүнәлде, түшәгенә ятҡас та, әллә ҡайҙан һүҙ ҡушып, үҙе тураһында хәтерләргә мәжбүр иткән Бибесте лә, донъяуи эштәрем бөттө, насар йәшәлмәне – иншалла, тип ҡәнәғәт бабайға әйләнгән үҙен дә һүкте... Ә бер иҫеңә төшөрә башлаһаң, хәтер төбө – хәтәр упҡын, батҡан һайын нығыраҡ уба...

Шул йылды ферманың ун өс һыйыры берсә бруцеллезға сыҡты. Ауырыу һыйырҙарҙы йылға аръяғына, иҫке бер аҙбарға айырырға булдылар. Тик бына уларҙы ҡарар йәтешле кешене ҡалай табырға? Председатель кеше табыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, Ғәлиулла баштан ҡаты торорға булды (сусҡа ғәләмәте үҙәгенә үткәйне бит!) Был юлы үҙе эҙләп ҡараһын... Унда ҡуна ятып эшләрлек, һөтөн үҙе эш итерлек, үрсемде ҡабул итеп, быҙауҙарҙы ла үҙе ҡарарҙай кеше кәрәк. Ҡыҫҡаһы, эш түгел – михнәт.

Ғәлиулланы контораға саҡырттылар. Инһә – Бибиғәйшә лә шунда. Башында – иҫкергән һоро суҡлы шәле, өҫтөндә – һырма тун. Ҡыҙарған йөҙөнә ҡарағанда, әле генә бында етди һөйләшеү булғаны һиҙелә. Бибиғәйшә ҡалҡыныбыраҡ торған күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа төбәгән, Ғәлиулланың иҫәнләшеүенә ҡарап та ҡуйманы.

– Бына бригадир алдында әйтәм (ул саҡта Ғәлиулланы шул вазифаға ҡуйғандар ине): ҡышҡа өйөңдө эшләтеп бирәм. Иртәгә үк ҡутартам, бүрәнәгә ебәртәм. Унда, үҙең беләһең, өлгөрөм, сос кеше кәрәк, һинән башҡа булдырғандай кеше юҡ...

Бибиғәйшә ниңәлер ғәҙәтенсә ҡысҡырып ирешмәй, ә үҙ алдына һөйләнгән кеүек:

– Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыр әйҙә, ауырыу йоҡторһам, илап ҡалыр балам, шаурап ҡалыр донъям юҡ, мин бармай ундай эшкә эт барһынмы? – тине.

– Өйөн эшләтеп бирергә тура килә инде, как же... Вәғәҙә – иман, – тине председатель.

Фермаға юл күперһеҙ кисеү аша үтә торғайны. Яҙын- көҙөн атһыҙ кешегә бигерәк ҡыйынға тура килә. Бибиғәйшә төп фермаға ара-тирә отчет, башҡа йомош менән килеп сыҡҡылай ине. Яҙғы ташҡында аяҡты ғына түгел, өҫтәрәген дә сисергә тура килгәндер, шундай бер мәленә тап килгән бер көтөүсе боҙло һыу аша итәген күтәреп сығып барған Бибиғәйшәгә шаярып һүҙ ҡушҡан:

– Бибекәй, хан ҡыҙылай итеп, итәгеңдең артын үҙем генә тотоп барайыммы әллә?

Бибиғәйшә:

– Итәгемдән тоттороу түгел, аяҡ осома ла һалмайым мин һине, ҡыутомшоҡ, – тип башлаған да, эттән алып беткә һалып һүккән тегене. Бибиғәйшәнең тел самаһын белгәстәре, ир-ат һүҙ ҡушып барманы уға, шуға күрә йылға аръяғында бер яңғыҙы тыныс ҡына ғүмер итте. Ә Ғәлиуллаға килгәндә, Бибиғәйшәнең ҡырыҫлығының икенсе яғын да белә ине.

Шулай бер көн, бының эшен ҡарап китәйем тип, фермаға килде. Бөтә ер ялт итеп тора, таҙа, тик хужабикә үҙе күренмәй. Бер туҡтағас, эҫелә бәләкәй сайынып алмаҡ булып, Ғәлиулла һыу буйына төштө. Таллыҡҡа үтеүе булды, һыу сәсрәгән тауышҡа ҡараһа, инәнән тыума Бибиғәйшә баҫып тора. Арты менән торған ҡатын уны абайламаны, тик Ғәлиулла уның осаһынан алып, уң яҡ ҡабырғаһы буйлап һуҙылған тәрән яра эҙен күрҙе: «Бына хикмәт». Ул тиҙерәк тауыш-тынһыҙ китеү яғын ҡараны: «Күрен зәхмәтелер был, ағас яраһына оҡшаған». Ошо хаҡта кешегә һөйләмәҫкә нисек башы етте икән әле Ғәлиулланың? Юғиһә үткәндәрҙе хәтерләй башлаһаң, бөтә ҡылған ҡылығы ла изгеләрҙеке булмаған икән...

Ошонан һуң Ғәлиулла, Бибиғәйшәнең өйөн тиҙләтмәк булып, бер-ике сара күреп ташланы (председатель вәғәҙәһен онотҡайны инде), тик башҡа мәшәҡәттәре муйындан, бураһын бурашып ҡына өлгөрҙө. Бибиғәйшә көҙ ҡайтҡанда, өйө хатта мүкләнмәгәйне лә. Ошо хәлдәрҙән һуң был ҡатын, күңеле иреп, уға нисек сәләм бирә икән әле? Яҡшылыҡ онотолһа ла күңел рәнйеүе онотолмай торған... Әле клуб тураһында ҡалай төплө фекер әйтеп ҡуйҙы? Әйтерһең, уның түрендә Бибиғәйшәнең, башҡалар төҫлө, күкрәк киреп ултырғаны бар...

Ошо төндән һуң күршеһенә әлдән-әле һүҙ ҡуша, тормош- көнкүрешен күҙәтә-нитә йөрөр булып китте Ғәлиулла ҡарт. Хәҙер ул Бибиғәйшә теш ҡайраған «басурмандың» да йортта ниндәйерәк абруй ҡаҙанғанын яҡшы белә. Ана, әле лә күршеһе уны «тәм-том» менән һыйлай.

– Ашаһын, ул – ир заты, – тип башҡа кәзәләрен ҡыуа. – Уға күберәк кәрәк, һеҙ, елемауыҙҙар, мәңге туймаҫһығыҙ.

Шул саҡ Ғәлиулланың ҡолағына алыҫта ҡалған, «алла бәндәләрен» иркәләгән ҡатын-ҡыҙ тауышы салынып киткәндәй булды. Ысындан да, был ҡарар күҙгә ямаҡ, ишетер ҡолаҡҡа уҫал ҡатын бөтә наҙын малға бушаттымы икән? Бәлки, шулайҙыр ҙа, ышығына һыйыныр ире, ҡыҫып һөйөр балаһы булмағас...

Бөгөн дә, уңайын тура килтереп, Ғәлиулла уға һүҙ ҡушты:

– Күрше, мин бөгөн контор яғына сыға алманым, көн йонсоу, аяҡ һыҙлай, һин барып ураның шикелле, ни йомошланың?

Бибиғәйшә, кәзәләренән айырылып, ситәнгә килеп һөйәлде:

– Йомош тип, минең, шул бер балыҡ башы инде – утын.

– Ни тинеләр һуң? Бирәләрме?

– Бирмәй нишләһендәр, тетмәкәйҙәрен теткәс.

Эйе, күҙ алдына килтерә председателдең хәлен Ғәлиулла ҡарт, ни тиһәң дә, үҙе лә бригадир булған кеше, баштан үткән. Теге саҡ бөтмәгән өйө өсөн ойотҡоларын ойотҡайны уларҙың Бибиғәйшә... Уйлап ҡараһаң, утындан башҡа нәмә лә һорамай ул, балсығына тиклем көйәнтәләп үҙе ташый Түбәләстән. Тик әле шул һораныуынан буран ҡуптарыуы күберәк. Элекке председатель, Бибиғәйшә килгәнен күрһә, өҫтәл аҫтына боҫа торған булған, тип һөйләйҙәр ине. Ана әле лә «тетеп» сыҡҡан.

– Эх-х-е, – Ғәлиулла ҡарт эскәмйәһенә уңайлап ултырып алып, һыҙлаған аяҡтарын һыпырҙы. Үҙе күршеһе менән әңгәмәне дауам итмәксе:

– Пенсияң арыу сыҡтымы һинең, күрше?

Бибиғәйшә, «ниңә уны һорап тораһың» тигән төҫлө, ырыя ғына яуап бирҙе.

– Әллә, арыумы-юҡмы, яңғыҙ башҡа еткән, улды өйләндерәһе, ҡыҙҙы кейәүгә бирәһе юҡ.

– Ошо арала, күрше, әллә ҡартлыҡ касафаты, әллә яңғыҙлыҡ ғәләмәте – гел үткәндәр иҫкә төшә. Ауыр саҡта эшләгәнбеҙ бит, ә, күрше...

Бибиғәйшә был юлы ла аһ ороп күтәреп алманы уның һүҙен:

– Замананың ауырлығын кем күтәреп ҡараған, – тип көйләп, уйынға һабыштырҙы ла ҡуйҙы.

Бибиғәйшәнең был ҡылығы тамам аптыратты Ғәлиулланы. Нимә был? Тәкәбберлек, мах бирмәүме, әллә шул саҡтағы түрәләргә (шул иҫәптән Ғәлиуллаға ла) кенә тотмауы, асыу һаҡламауымы? Бруцеллез һыйырҙарҙы бөтөргәс, Бибиғәйшә ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләне: йәй мал аҙбарын һыланы, тиреҫен һыҙырҙы, көҙ – ырҙын табағында, ҡыш – иген ағыулауҙа, яҙ – бәрәстә. Ғәлиулланың, бригадир булғас, мәшәҡәте артты, хәстәре күбәйҙе. Төрлө эштә йөрөгән Бибиғәйшә шулай онотолдо. Яңы һыйыр аҙбарҙары һалып, эш автоматҡа ҡалғас, уны иҫкә алған, эшкә саҡырған кеше лә булмағандыр. Шулай булғас, пенсияһы ла ырамағандыр.

Шул төндө таңға ғына төш күреп уянды Ғәлиулла. Имештер, Бибиғәйшәнең ағалары, Ғәлиулланың ҡорҙаштары иҫәндәр. Бөтәһе лә тубыҡ тиңенән генә ыштандан, үҙҙәре ағас атҡа атланып алғандар. Тал ҡайырыһынан һыбыҙғы яһап, әй ҡысҡырталар, әй ҡысҡырталар. Шулай көсәнә торғас, күршеләренең һыбыҙғылары тауыш сығармаҫ булды, бер Ғәлиулланыҡы ғына сыйылдай, һыбыҙғыһы тауышына уянып китһә, тәҙрәгә таң һары яҡҡан, һарайҙағы әтәсенең тамаҡ ярып ҡысҡырғаны ишетелде. Ғәлиулла тирләгән маңлайын ҡулы менән һыпырып алды:

– Фу, бына һиңә төш...

Ғәлиулла ҡарт, ҡабат йоҡлай алмаҫын белеп, тышҡа сыҡты, Бибиғәйшәнең өйө күренеү менән, таңғы төшө ҡылт итеп иҫенә төштө. Эйе, бергә киткәйне улар. Игеҙәктәрҙең береһе, мыҡтыраҡ кәүҙәлеһе, гармунсы ине. Ауылдан сығыр саҡта ни тип йыр башлағайны әле ул? Ә, эйе:

Беҙ урамдан үткән саҡта,

Күтәрелә томандар.

Донъя хәлен белеп булмай,

Хуш булығыҙ, туғандар...

Шулай тип йырлағайны ул. Донъя хәлен белеп булмай... Ғәлиуллаға ла сират етер. Ул, исмаһам, ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән. Шулай уҡ ошо йылға аша баҫма һала алмай китеп барырмы икән?

Ут күршеләр булып йәшә лә... Ғәлиулла ҡарт тәүәккәл хәрәкәт менән балтаһына тотондо: ана, Бибиғәйшә көн дә таянған ситән мөйөшө лә, шәйлә баҫылып, тәпәшәйгән, иртәме-һуңмы ишек булырға тора... Ғәлиулла ҡарт ҡарағай таҡтаны тотҡан килеш туҡтап ҡалды: юҡ, баҫмаға аяҡ баҫмаясаҡ ғорур тәбиғәтле күршеһе, егермелә яһамаған аҙымды, әҙәм балаһы етмештә яһармы? Икеле... Кисәге шикелле таҡмаҡлап, көлөп кенә ҡуйыр... Һуң инде, ҡартлас, баҫмалар һалырға, һуң. Элегерәк, ҡайғыһынан эсе ҡара янған саҡтарыңда һалыр инең ул баҫмаңды. Ул сағында бөгөн оятыңдан оя таба алмай йөрөмәҫ тә инең...

Ғәлиулла ҡарт, һүрелеп, эскәмйәһенә ултырайым тигәндә, йөрәк аҫтына шына ҡаҡтылармы – шыҡрайтып ҡуйҙы. Аһ-һа... Ебәрмәҫкә итә был юлы, ҡарсығының артынан китергә... Ыһ! Юҡ, алып китмәй тор! Ғәлиулла ҡарт әбейе үлгәне бирле тәү тапҡыр Күктәгенән шулай ғүмер һораны. Бибиғәйшәне бәхилләмәй, уның яҡшы исемен раҫлатмай тороп китергә хаҡың юҡ икән шул, Ғәлиулла. Бәй, шулар түгелме ни, бил тиңенән батҡаҡҡа батып, илде туйындырыусылар? Ауылда ҡарттар һирәгәйә, аҙаҡ Бибиғәйшәне түгел, үҙен иҫкә алған кеше лә булмаҫ, ни тиһәң дә, бөгөнгө тормош күктән төшмәгән... Ярай уға колхоз путевкаһын да, башҡаһын да бирә. Ветеран. Ә Бибиғәйшә? Уға тағы күпме контор ишеге төбөндә үгәйһетелеп йөрөмәк кәрәк? Етәкселәр – йәштәр. Итәгендә сусҡа баҡҡан, һуғыш осоронда тылда сафҡа баҫҡан, тәнендә тәрән яра эҙҙәре йөрөткән Бибиғәйшәне (күңел яралары – ҡараңғы) кем белә лә кем һанға һуға? Яман ҡатындан яр биреһе ҡасҡан... Әйҙә, һин дә ҡас, Ғәлиулла, бөтәбеҙ ҙә ҡасайыҡ, унан яман булмай, бүре булып олорға ғына ҡала...

Ғәлиулла ҡарт, ауыртыныуҙарын онотоп, урынынан торҙо, май баҫып, һәленеп-һәленеп төшкән битендә артыҡ үҙгәреш тойолмаһа ла, күҙ алды яҡтырып киткәндәй булды. Ошо уйҙары менән хәҙер үк кемгәлер бараһы, кәңәшләшәһе килде, ләкин... Иртә менән кешенең мәшәҡәте күп була, ығы-зығы килә, донъя ҡыуа... Кәңәшкә ул кис, эңерҙә барыр. Алда, ни әйтһәң дә, фекерҙе тарҡатмай уйландыра торған оҙон тон була...

Эңер төшөүгә Ғәлиулла ҡарт, арыу кейемдәрен кейеп, елпәнләтә баҫып, урам буйлап китеп бара ине. Быны күргән әҙәмдең башына:

– Ҡарт еңеләймәнеме икән? – тигән уй киләлер килеүгә. Уйлаһындар. Еңеләйеүе лә раҫ. Ашығырға кәрәк. Партком, йәш булһа ла, үҙебеҙҙең ауыл егете, хеҙмәттәштең малайы. Аңлар, ярҙам итер. Бибиғәйшә әйткәнсә, клубты ла иҫтән сығармаҫ кәрәк (ул турала ла көн оҙоно тәпсирләп уйланы Ғәлиулла ҡарт). Клуб төҙөргә урын бөтмәгән, ә быныһын емерергә иртәрәк. Иң шәбе – уны музей итеп ҡалдырыу. Ауыл музейы. Яңы тормошҡа аяҡ баҫыу иҫке йорттоң тотҡаһына башлап тотоноу менән бәйләнгән түгелме? Унан бирле кемдәр генә эшләмәне колхозда, кемдәр яңы тормош өсөн башын һалманы, әҙме кеше яуҙан кире урап ҡайтманы – йәш быуын уларҙың исемен дә белмәй хәҙер. Шул турала асыҡтан-асыҡ һөйләп торған музейың булһа, бөгөн килеп Ғәлиулла ҡарт Бибиғәйшә кеүек хеҙмәт ҡаһармандары хаҡында йәштәргә нисек итеп һөйләп төшөндөрөргә белмәй аңҡы-тиңке булып йөрөр инеме? Ғәлиулла ҡарт, тағы нимәнелер иҫенә төшөрөп, урам уртаһында туҡтап, башын сайҡаны:

– Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла (иҫәр тиһәләр ҙә, йәнәһе), төтөнө тура сыға, Бибиғәйшәне мәйтәм. Музей тураһында прәме һәйбәт әйтте, тас әйтте...

1980 йыл

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Читайте нас