

Ауылдың әүҙем ир-уҙамандары Ринат Ғүмәров менән Азамат Моратовта Олотауға ағас ултыртыу ниәте менән күптән янған. Кисә, ниһайәт, уйҙарын тормошҡа ашырып ҡуйғандыр.
- Абруйлы ауылдаштарыбыҙ Олотау итәгенә 15 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртып ҡына ҡалманы, уларҙы мал тапамаһын өсөн матурлап кәртәләп тә ҡуйҙылар. Ағайҙарға изге эштә Рим Мырҙабаев менән Марат Ғүмәров ярҙам итте, - тип хәбәр итә Байдәүләт ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Мырҙабаева.