Атайсал
25 Апреля 2025, 16:32

Быйыл Ейәнсурала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы ике көн рәттән үтә

 Бөгөн райондың барлыҡ биләмәләрендә лә "Йәшел Башҡортостан" экологик өмәләре үтте. Байдәүләт биләмәһендә сара Сирғол, Саҙалы, Ибрай ауылдарында ойошторолдо.

Быйыл Ейәнсурала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы ике көн рәттән үтәБыйыл Ейәнсурала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы ике көн рәттән үтә
Быйыл Ейәнсурала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы ике көн рәттән үтә

Сирғолдар ауыл мәҙәниәт йорто ҡаршыһында ҡарағайҙар ултыртты. Кескәйҙәр ҙә өмәнән ситтә ҡалманы. "Азамат" балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр тәрбиәселәре Зифа Аҙнағолова менән бер нисә төп ағас ултыртты. Был йәш быуында тәбиғәткә, тыуған илгә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән бик шәп сара булды.

Саҙалылар иһә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған ҡартатай-олатайҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына миләш ҡыуаҡтары ултыртты.

Ибрайҙа "Йәшел Башҡортостан" ҙурыраҡ масштабта ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск яны, мәсет ихатаһы йәш шыршы үҫентеләре менән тулыланды. Ә быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ибрай урта мәктәбенең 9-сы һәм 11-се клас уҡыусылары оло датаға арнап мәктәп баҡсаһына балан ҡыуаҡтары ултыртты. 

Сараларҙа биләмә башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов, водителе Айрат Изрисов, мәктәп директоры Зөфәр Изрисов, "Ейәнсура таңдары" гәзитенең баш мөхәррире Альмира Әйүпова, һәр ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әүҙемдәр ҡатнашты.

Инде ултыртҡан үҫентеләр гөрләп үҫеп китһен!

Автор:
Читайте нас