

Өфөлә 12 йәшлек ике малай юғалған. Был хаҡта “БашРегионСпас” ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды активистары хәбәр итә.
5 майҙа балалар билдәһеҙ йүнәлештә киткән һәм әлегә тиклем кире әйләнеп ҡайтмаған.
Данила Стариковтың билдәләре: уның буйы 140 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡараһыу сәсле һәм көрән күҙле. Һоро-аҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка, зәңгәр күлдәк, ҡара салбар һәм аҡ кроссовкалар кейгән.
Елисей Ивановтың билдәләре: уның буйы 138 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡараһыу сәсле һәм көрән күҙле. Һары һыҙатлы зәңгәр куртка, күк күлдәк, һоро салбар һәм аҡ кроссовкалар кейгән.
“БашРегионСпас” юғалғандарҙың ҡайҙалығын белгән һәр кемдән 8 (937) 3-102-112 йәки 112 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай. Шулай уҡ активистар үҙ белдереүендә балаларҙы эҙләргә ирекмәндәрҙең ярҙамы кәрәклеген билдәләй.
P.S. Табылғандар, тереләр, тип хәбәр итте “БашРегионСпас” социаль селтәрҙә