Атайсал
15 Май 2025, 10:30

"Беҙҙең көс - берҙәм булыуҙа"

Аҙаҡҡы өс йылда күҙәтелгән хәл-торош халыҡты берләштерҙе, илһөйәрлек рухын арттырҙы, тиһәм дә хата булмаҫ. “Атайсал. Ватан көсө” проектында ҡатнашыусылар ҙа барлыҡ көстө махсус хәрби операциялағы яҡташтарға, яугирҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтте. Ейәнсура районында ошо исемлектең башында Руслан Фазылйән улы Байбулатовтың исеме ҙур хәрефтәр менән яҙылған тигән фекер бик дөрөҫтөр.

"Беҙҙең көс - берҙәм булыуҙа""Беҙҙең көс - берҙәм булыуҙа"
"Беҙҙең көс - берҙәм булыуҙа"


Руслан Фазылйән улы махсус хәрби операция башланғас гуманитар ылауҙар туплауға беренселәрҙән булып ихлас ҡушылды. Тәүҙә райондың башҡа аграрийҙары менән берлектә автомобилдәр, дрондарға ҡаршы һәм төндө күреү ҡоролмалары, рациялар, бензобысҡылар, бензин генераторҙары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алыуға аҡса йыйып тапшырҙылар. Бынан тыш үҙе йәшәгән һәм эшләгән Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһенең Иҙелбәк ауылы уңғандары менән үҙҙәре ауылдаштарына айырым гуманитар ярҙам да әҙерләнеләр һәм ошо эште дауам итәләр. Мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы Руслан Байбулатов килтергән йәш башмаҡ итенән егеттәргә тушенкалар яһап ебәрҙеләр. Сөсикмәк, сәк-сәк, туҡмас кеүек ҡамыр аҙыҡтары бешереү өсөн он, май, шәкәр кеүек аҙыҡ-түлек менән дә тап Руслан Фазылйән улы тәьмин иткән.
Үткән йыл күптәрҙе Руслан Байбулатовтың автомобилен һатып, яугирҙәр өсөн “УАЗ-Патриот” автомобиле һатып алып ебәреүе хайран итте. Шулай уҡ ауылдаштары өсөн 450 мең һумға дрон һатып алып ебәреүе лә маҡтауға лайыҡ. Ул ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә үҙе гуманитар ылауҙы оҙатышып, егеттәр менән күрешеп тә ҡайта.
Ул тормошта бик ябай, ихлас, шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ. Ысын ер кешеһе, үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән “Руссал” йәмғиәтен етәкләй. Руслан Фазылйән улы байтаҡ кеше өсөн эш урындары булдырған, яҡшы етәксе, ғаилә башлығы һәм атай. Улы Әхәт тә атаһы юлынан атлай, уның төп ярҙамсыһы. Байбулатовтар тыуған ерҙә тыуған тупраҡты эшкәртеп, икмәк үҫтереп, мал үрсетеп кенә ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙыуҙан да баш тартмай. Күңел ҡушыуы буйынса изге эштәр башҡаралар. Руслан Фазылйән улы еңеүҙең тик берҙәм булғанда ғына яуланасағына ихлас ышана һәм “Беҙҙең көс – берҙәм булыуҙа” ти. Әйткәндәй, махсус хәрби операциялағы Ейәнсура яугирҙәренә гуманитар ылау һайын ебәрелеп торған ит менән дә Руслан Фазылйән улы тәьмин итә. Районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары йәйеп ҡырҡып ебәргән өй туҡмасы менән йәш башмаҡ итенән бешерелгән аш һалдаттарҙың көс-ҡеүәтен арттырыр, рухын нығытыр, тип ышана ул.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас