Башҡортостан юлдарында «Ҡаршы һыҙат» иҫкәртеү операцияһы башланды, ул 28 майға тиклем дауам итәсәк, тип иҫкәртә дәүләт автоинспекцияһы.
Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлау күрһәтеүенсә, республикала һәр дүртенсе водитель ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу менән бәйле аварияларҙа һәләк булған. Тап ошондай ҡағиҙә боҙоу йәки уҙып китеү ҡағиҙәләрен боҙоу иң ауыр эҙемтәләргә килтерә, водителдәр һәм пассажирҙар етди, йыш ҡына үлемесле йәрәхәттәр ала.
Иҫкәртеү маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аҙна дауамында хәүефле юл участкаларында хеҙмәт итәсәк һәм водителдәрҙең тыйылған участкаларҙа ҡаршы һыҙатҡа сығыу-сыҡмауын күҙәтәсәк.
Фото: "Башинформ"