Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Май , 10:10

Кинйәбулат – еңеүсе!

Быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарылған «Айыҡ ауыл»дың төп маҡсаты – айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, сәләмәт фекерләүҙе үҫтереү һәм изге, файҙалы эштәргә дәртләндереү. Конкурс башланғандан алып унда өс меңдән ашыу ауыл биләмәһе ҡатнашҡан. Республикала «Айыҡ ауыл» исемен йөрөткән 51 еңеүсе ауыл иҫәбенә быйыл тағы 12 өҫтәлде. Шул иҫәптән беҙҙең Кинйәбулат ауылы ла!

Кинйәбулат – еңеүсе!
Кинйәбулат – еңеүсе!

15 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән бүләкләү тантанаһына кинйәбулаттар, һәр ваҡыттағыса дәрт һәм ихласлыҡ менән барҙы. Ауылдың әүҙемдәренән, ағинәйҙәрҙән, “Ялан сәскәләре” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль һәм “Һүрәм моңо” гармунсылар ансамблдәренән торған делегацияны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкләне. Тантанала шулай уҡ уның урынбаҫары, биләмәнең кураторы Гөлнара Йәрмөхәмәтова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Байрас Ҡансурин, Һүрәм биләмәһе башлығы Азамат Батыршин, Яңы Петровка биләмәһе башлығы Салауат Ейәнбирҙин ғатнашты. Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡарағайтуғайҙар ҙа ситтә ҡалманы.

Бүләкләү тантанаһы юғары кимәлдә ойошторолоп, бик матур үтте. Мәртәбәле ҡунаҡтар, сағыу сығыштар һәм, әлбиттә, еңеүселәрҙең сәхнәгә күтәрелеүе – быларҙы күптәр тура эфирҙа ҡарап барҙы. Талантлы режессер Илнур Лоҡманов ҡуйған тамашала атай ролендә Азамат Фәйзулла улын, гармунсыларыбыҙҙы күреү беҙҙең өсөн көтөлмәгәнлек булды. Ә алтынсы йыл барған конкурстың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре парадында Башҡорт Үргене ауылын – Яңы Петровка биләмәһе башлығы Салауат Ейәнбирҙинды ла күреп ғорурландыҡ.    

Айыҡ ауыл” – ул сәләмәтләндереү, төҙөкләндереү, берләшеү

Бүләкләү тантанаһындағы сығышында  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов шулай тине. Ысынлап та, йыл да ойошторолған оло бәйгенең төп маҡсаттарының береһе  – ауыл халҡын сәләмәтләндереүгә, әүҙем тормошҡа йәлеп итеү. Кинйәбулатта саралар даими ойошторолдо. Ауылдаштар уларҙа рәхәтләнеп аралашты, гармунға ҡушылып күләгә бейене, үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәт алды. Әйткәндәй, осрашыуҙарға Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы һәм Күгәрсен табиплыҡ амбулаторияһы белгестәре  лә даими йәлеп ителде.

Сара үтеп, еңеү яуланһа ла кинйәбулаттар ошо әүҙемлеген кәметмәҫ тип ышанғы килә. Бер туған Әминевтар башланғысы менән ойошторолған саңғы ярышы быға асыҡ миҫал. Ул йылдар дауамында туҡталып ҡалманы, киреһенсә, географияһы киңәйҙе, ҡатнашыусылары артты ғына.

Бүләккә – 3 млн һум аҡсаға ниндәй төҙөкләндереү эштәре башҡарылыр – быныһы буйынса ауыл халҡы актив һәм етәкселек менән кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килер. Һөҙөмтә мотлаҡ буласаҡ!

Шул уҡ ваҡытта конкурс барышында кинйәбулаттарҙың үҙ көсө менән башҡарып сыҡҡан ҙур эшен атағым килә. Район хакимиәте күрһәткән матди ярҙамға ҡул көстәрен ҡушып, башланғыс мәктәп бинаһында урынлашҡан мәҙәниәт усағынан “настоящий клуб” яһанылар. Хәҙер унда сәхнә лә, биҙәлеш тә, ишектәр ҙә бынамын тигән!

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тиҙәрме әле? Шуның кеүек бер нисә кеше генә тырышһа, еңеү ҙә яуланмай. Был бәйге кинйәбулаттарҙы ғына түгел, биләмә, район халҡын берләштерҙе. Биләмә башлығы Азамат Батыршин, ауыл старостаһы Иҙелбай Әминев икеһе лә оҫта ойоштороусы булараҡ, барыһын да үҙ янында туплай алды. Алдағы көндәрҙә лә ошо берҙәмлек һүрелмәһен, кинйәбулаттарҙан башҡа ауылдар ҙа өлгө алһын!

– Кинйәбулатҡа килеп, “Һеҙ булдыраһығыҙ, мин ышанам”, – тип ауыл халҡына ҙур ышаныс белдергән һәм конкурс барышында һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улына, төплө аҡыллы, ярҙамсыл, беҙҙең менән бергә янып-көйгән, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәгән кураторыбыҙ Йәрмөхәмәтова Гөлнара Солтангәрәй ҡыҙына, һәр үтенесебеҙҙе күңел һалып башҡарған депутатыбыҙ Хәйбуллина Резеда Факил ҡыҙына, офоҡтарыбыҙҙы киңәйтеүҙә ҙур тырышлыҡ һалған Азамат Фәйзулла улына, Марат Рафиҡ улына, Байрас Фәтих улына, район хакимиәте, финанс идаралығы белгестәренә, ғаиләне социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәренә, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы табиптарына, физкультура һауыҡтырыу комплексы, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, китапхана, редакция, музей хеҙмәткәрҙәренә, видеооператор Салауат Зәйнетдиновҡа, Күгәрсен, Ҡарғалы, Аҡҡондоҙ, Малай Муйнаҡ ауылдарының мәктәп һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, беҙҙе дәртләндереп, хуплап торған, талмаҫ ҡанаттарыбыҙ булған барлыҡ ауылдаштарға, райондаштарға, ситтә йәшәгән яҡташтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Был еңеү һеҙһеҙ булмаҫ ине! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай дуҫ, берҙәм булайыҡ! Матур йәшәү үҙ ҡулыбыҙҙа!
Иҙелбай Әминев, ауыл старостаһы.

“Айыҡ ауыл – 2024” республика конкурсы еңеүселәре

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы;

II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы;

III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы;

II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы;

III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы.

«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы;

II урын – Благовар районы, Яныш ауылы;

III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы;

II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы;

III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.

Еңеүселәргә 2 миллиондан алып 6 миллионға тиклем аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Финалға үткән ауылдар 200 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Был аҡсалар торлаҡ пунктты төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас