Атайсал
31 Май 2025, 03:05

Июнь башында бер аҙ һалҡынайта

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙна башында һауа температураһы түбәнәйә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 31 майҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29...+31, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, талғын

Йәкшәмбелә, 1 июндә, аяҙлы-болотло була, күк күкрәй. Термометр бағанаһы көндөҙ +31 градус күрһәтһә, төндә +19 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-6 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 2 июндә, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +20...+24, төндә +14 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас