Артур Нәзиуллин: «Китап-Байрам»ында китаптар һатып алыу минең өсөн йолаға әүерелде».
Фестиваль барған Совет майҙанында Башҡортостандың Дәүләт оркестры директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы, кларнетсы Артур Нәзиуллинды осраттыҡ. Маэстро бер нисә китап һатып алды.
- Бындай күркәм сараның Өфөлә үтеүе ҙур бәхет, - тип һөйләне музыкант. - Мин һәр ваҡыт «Китап-Байрам» йәрминкәһенә йөрөйөм һәм китаптар һатып алам, был инде йолаға әйләнде. Ҡасандыр мин «Онегин»ды яттан белә инем. Хәҙер был үлемһеҙ әҫәрҙе хәтерҙә яңыртырға теләйем.