Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Май , 15:22

Ҡурай – «Китап-байрам»ында

«Китап-байрам» күргәҙмәһендә ҡурай тураһында китаптар табырға, был музыка ҡоралының төрлө төрҙәрен күрергә һәм унда уйнарға өйрәнергә мөмкин.

Тематик күргәҙмәне Башҡортостандың ҡурайсылар Союзы үткәрә. Баҫмалар экспозицияһы 1880 йылдан алып беҙҙең көндәргә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Экспозицияға Башҡортостандың билдәле ҡурайсыһы Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡалар тураһында биографик материалдар ҙа инә.

Китаптар менән йәнәш традицион үлән ҡурайҙан алып тәжрибәле оҫталар эшләгән иң замансаларына тиклем һәр төрлөһө бар. Ошонда уҡ педагогтар һәм музыканттар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Күргәҙмә 30 майҙан 1 июнгә тиклем эшләйәсәк.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас