Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Июнь , 20:12

Шишмәләр

Ейәнсура районында 2019 йылдан алып "Иң төҙөк шишмә" конкурсы барҙы. Уның сиктәрендә йыл да биләмәләр берәр инеште төҙөкләндереп, халыҡҡа ял итеү урыны булдыра килде.

Быйыл төҙөк шишмәләр һанын 100-гә тултырып, был бәйгегә нөктә ҡуйылды. Инде йәшәү сығанағы булған шишмәләрҙе - тәбиғи ҡомартҡыларҙы киләһе быуындарға ла тапшырыу өсөн инештәрҙе таҙартып, ял урындарын тәртиптә тоторға ғына ҡала.

Тоҙло инеш, Иҫәнғол ауылы.
Сурдовый шишмәһе, Яңы Петровка ауылы
Башлыкүл шишмәһе, Яңы Себенле ауылы
Уҫаҡлы шишмәһе, Бикҡужа ауылы
Һаҙ шишмәһе, Бикбау ауылы
Балантүш шишмәһе, Күгәрсен ауылы
Зәки шишмәһе, Сөләймән ауылы
Набирә шишмәһе, Урта Муйнаҡ ауылы
Олоғул шишмәһе (Муйнаҡ ауыл биләмәһе) - Ейәнсураның төҙөкләндерелгән йөҙөнсө шишмәһе
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас