Атайсал
8 Июнь 2025, 13:15

Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Бөгөн, 8 июндә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр тарихи ваҡиға — «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнәБашҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә
Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың 1910 йылда Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алып, машинкала баҫҡан “Урал батыр” эпосы тексының күсермәһе Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейына тапшырылды.

Республика халҡын әһәмиәтле дата менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

«Бөгөн Беҙ башҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләйбеҙ. Беҙ уны киләсәк быуындар өсөн башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу, республикабыҙҙа һәм унан ситтә уны тағы ла күберәк кеше яратһын өсөн булдырҙыҡ.

Тап бөгөн беҙ Евразия күсмә цивилизациялар музейына башҡорт телендәге «Урал батыр» эпосының тәүге машинкала яҙылған тексының факсимиль күсермәһен тапшырҙыҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был «Тура Хан» визит-үҙәгендә һаҡланасаҡ өсөнсө уникаль китап. Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ мәҙәниәтенең ошондай хазинаһы», – тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас