Атайсал
22 Июль 2025, 06:20

Магнитогорск – Ира трассаһы участкаһында хәрәкәт туҡтатыла

Сикләү бөтә төр транспорт сараларына ҡағыла

Магнитогорск – Ира трассаһы участкаһында хәрәкәт туҡтатылаМагнитогорск – Ира трассаһы участкаһында хәрәкәт туҡтатыла
Магнитогорск – Ира трассаһы участкаһында хәрәкәт туҡтатыла

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 22 июлдә, 13.00-дән 16.00-гә тиклем Магнитогорск – Ира дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы участкаһында бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатытыла.

Сикләүҙәр шартлатыу эштәре башҡарыуға бәйле индерелде, тип аңлаттылар ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас