Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнгән Республика көнө уңайынан өҫтәмә ял көтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Быйыл байрам шәмбегә тура килә. Шуға күрә ял көнө 13 октябргә (дүшәмбе) күсерелә.
Байрам уңайынан 11 октябрҙән 13-нә тиклем ял итәбеҙ, ә 10 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
«Әгәр отпуск алырға уйлаһағыҙ, ул да бер көнгә оҙайтыла, сөнки 11 октябрҙәге байрам көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың хеҙмәт министрлығында.