Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Октябрь , 11:03

Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар, Һеҙ шаһиты беҙҙең хеҙмәттең

Водитель һөнәре ҡарап тороуға ябай ғына эш кеүек. Уның ниндәй күп ҡырлы, яуаплы булыуын һөнәр эйәһе үҙе генә белә. Тик үҙ эшен яратҡан кеше генә ғүмеренең күп ваҡытын руль артында – аҙым һайын тиерлек ҡурҡыныс янаған юлда үткәрәлер.

Айна Имангулова
Фото: Айна Имангулова

Яңы Себенле ауылынан Хәлил Хәсәнов үҫмер сағында ат менән һөт ташый. Һуңынан – трактор, икмәк, һөт ташыу машиналары... Уның араһында әрме хеҙмәте. Уңған егет унда ла үҙен күрһәтә: йылға аша һалынған күперҙе һыу йыуғас, яңыһын төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәтен баһалап, уға “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исеме бирәләр.

Хәлил Сәхиулла улы 25 йыл “Инәк” совхозында, ә унан һуң бына инде 18 йыл Яңы Себенле ауыл биләмәһендә водитель булып эшләй. Уларҙың ауылына барһаң, был ағайҙың ниндәй ижади ҡарашлы, оҫта, уңған булыуына иҫең китер. Уның өйө янында үҙеңде әкиәттәгеләй хис итәһең. Барлыҡ балаларҙы үҙенә саҡырып торған балалар майҙансығы, фонтан, төрлө йәнлектәр һындары... Был матурлыҡты тыуҙырыу өсөн ниндәй тырыш, оҫта, маҡсатҡа ынтылыусан булыу кәрәк!

Хәлил ағай – өлгөлө, хәстәрлекле ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Зөһрә Мәсәбих ҡыҙы менән балалары Нәргизә менән Хәмзәне башлы-күҙле итеп оло тормош юлына сығарып, инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп йәшәйҙәр улар.

Ағайҙы ауылдаштары әүҙем ойоштороусы булараҡ та яҡшы белә. Ауыл биләмәһендә төҙөкләндерелгән шишмәләр, барлыҡ үткәрелгән өмәләр – барлыҡ эштәрҙә ул беренселәрҙән булып башлап, эште ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе. Быйыл Ишемғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып ауыл хакимиәте алдында тулышып бешеп ултырған сейәләрҙе йыйҙырып, тиҙ арала бағыусылар табып, ҡайнатма әҙерләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәргән кеше лә ул Хәлил ағай. Бына шулай бер нимәгә лә битараф булмай, ауылым тип янып, ҡайнап, эшләп йәшәй ул. Ауыл шундай кешеләре менән гөрләп йәшәй, сәскә ата ла инде.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айнә Иманғолова
Читайте нас