Дәүләт лотереяһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 31 октябрҙә 10 миллион һумлыҡ суперприз уйнатылған. Еңеүсе – Башҡортостан Республикаһы кешеһе. Ул әле отошон алыу өсөн лотерея үҙәгенә мөрәжәғәт итмәгән. Бәлки, үҙенең уңышы тураһында белмәйҙер ҙә. Әлеге ваҡытта бәхетле кешенең лотерея сайтынан 600 һумға билет һатып алыуы ғына билдәле.
Еңеүсегә билеттың беренсе өлөшөндә билдәләнгән 11, 3, 20, 18, 7, 17, 12, 1 һандары һәм икенсе өлөштәге 2 һаны уңыш килтергән. Ҡатнашыусы өсөн был һандар нимә аңлатыуын һәм уның суперпризды нисек яулауын еңеүсе үҙенең отошон алыр өсөн мөрәжәғәт иткәндән һуң билдәле булыр.