Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Ғинуар , 17:05

1 февралдән социаль түләмдәр арта

...

1 февралдән социаль түләмдәр арта
1 февралдән социаль түләмдәр арта

«2026 йылдың 1 февраленән 40-тан ашыу түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар үткән йылдағы ҡулланыусылар хаҡтары индексына ярашлы индексацияланасаҡ. 2026 йылда индексация коэффициенты 1,056 тәшкил итәсәк, шуға ярашлы түләүҙәр 5,6 процентҡа артасаҡ», — тиелә Рәсәй хеҙмәт министрлығының белдереүендә.

Атап әйткәндә, беренсе балаға әсәлек капиталына сертификат суммаһы 38,6 мең һумдан ашыуға 728921,9 һумға тиклем артасаҡ. Икенсе бала тыуғанда ғаилә өҫтәмә рәүештә 234321,27 һум аласаҡ. Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталы алмаһа, икенсеһенә уның күләме 963243,17 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был сумма үткән йылдарҙа сертификат алған һәм тулыһынса файҙаланмаған ғаиләләр өсөн дә артасаҡ.

Шулай уҡ бала тыуғанда пособие 28,5 мең һумға тиклем артасаҡ. Хеҙмәт геройҙарына һәм «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ түләүҙәр 76,5 мең һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, февралдән ветерандарға һәм инвалид граждандарға түләүҙәр, бала ҡарау буйынса пособие, айлыҡ страховка түләүҙәре, эшһеҙлек буйынса пособие һәм башҡа социаль ярҙам саралары индексациялана.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас