Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Ғинуар , 17:20

"Еңеүгә ышанабыҙ һәм яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ"

Дәмин Марат улы Юланов, Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте башлығы:

– Республика Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операцияға ҙур иғтибар бүленде, күп темалар күтәрелде. Был дөрөҫ тә, сөнки бер нисә йыл дауам иткән махсус хәрби операцияла ир-егеттәребеҙ илебеҙҙе һаҡлай, яҡлай, беҙҙең киләсәк тыныс, яҡты булһын өсөн тырыша.  Бөгөнгө сығыш халыҡты еңеүгә, махсус хәрби операцияны хуплауға саҡырыу ҙа булды. Мин Мөрәжәғәтнамәне күргән, уҡыған яугирҙәр республиканың уларҙы ташламауын, уларға айырым иғтибар бүленеүен аңлар, тип уйлайым. Был, бәлки, алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙҙең кәйефтәрен дә күтәреп ебәрер.

Радий Фәрит улы: “Беҙ һеҙҙең менән!” – тине. Был Мөрәжәғәтнамә, минеңсә, Радий Фәрит улының халыҡты еңеү хаҡына тағы ла берләшергә, тупланырға саҡырыуы булды. Ул сығышынан һуң биргән интервьюһында ла шулай тине: “Мин бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәмдә халыҡтың махсус хәрби операцияға бөгөнгө ҡарашын, кәйефен еткерҙем. Төрлө санкциялар, ауырлыҡтар – улар барыһы ла ваҡытлыса. Тик беҙгә берләшергә һәм ошо еңел булмаған осорҙо бергә үтергә кәрәк”.

Мин дә шулай уйлайым. Ейәнсура районы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарҙы ярҙамдан ташламай. Яугирҙәргә даими йыйылған гуманитар ылауға бәләкәй баланан алып оло йәштәге инәй-олатайҙарға тиклем үҙ өлөшөн индерә. Уҡыусылар хаттар яҙа, инәй-апайҙар тәмлекәстәр бешерәләр, йылы әйберҙәр бәйләйҙәр, ә ир-егеттәр мейестәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләй. Ейәнсура халҡы бөгөн ошондай кәйефтә йәшәй: махсус хәрби операцияла еңеүгә ышанабыҙ һәм егеттәребеҙгә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас