Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Февраль , 11:29

"Муйнаҡ батырҙың ҡышҡы уйындары"на рәхим итегеҙ!

Ул 22 февралдә Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында үтәсәк.

"Муйнаҡ батырҙың ҡышҡы уйындары"на рәхим итегеҙ!
"Муйнаҡ батырҙың ҡышҡы уйындары"на рәхим итегеҙ!

Сараның шарттары менән таныштырыуҙы һорап, уны ойоштороусы Ирәндек Әбделғужинға мөрәжәғәт иттек.

 – Ярышты февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан буласаҡ өс көнлөк ялға тура килтерҙек. Был ситтән ҡайтҡан йәштәргә лә, ҡунаҡтарға ла ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, ярышта ҡатнашыусыларҙың географияһы сикләнмәй. Унда уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Мәргәндәр ярышы уҡ атыу менән генә сикләнмәйәсәк. Туғыҙ этаптан торған бәйгелә балта, бысаҡ ташлау, "ат" ҡороҡлау һәм башҡа  төрҙәр ҡаралған. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең спорт ҡоролмалары менән килһә лә ярай. Уларҙың милли кейемдә булыуы хуплана, - тине Ирәндек Иҙел улы.

Байрам ялдарын әүҙем үткәрергә, үҙҙәрен мәргәнлектә һынарға теләгәндәрҙе лә, көйәрмәндәрҙе лә Үрге Муйнаҡ ауылында (Үҙәк урам, 5, ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан) көтөп ҡалабыҙ! 

Ҡатнашыусыларҙан заявкалар алдан ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн телефон 89279427898.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас