Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Март , 16:27

Апрель айында сәселгәне уңышлы була

Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле, әммә күңелле осор яҡынлашты. Улар теплицалары  менән булыша, үҫентеләр ултырта, уларҙың сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Күп кеше помидорҙы март айында уҡ сәсеп ҡуя, әммә ул ысул ҡулайлы түгел. Тәжрибәле баҡсасылар помидорҙы апрель башында ғына сәсә, сөнки мартта сәселгән помидор бик тиҙ һәм ныҡ үҫеп китә. Шунлыҡтан үҫентеләр сәләмәт булмай, улар нәҙек һәм оҙон булып буйға үрмәләй. Апрель айында сәселгән помидор уңышлы була, иртә өлгөрә. Уны бер тапҡыр ғына күсереп ултыртырға ла мөмкин, шулай уҡ апрелдә сәселгән помидор һәр саҡ үҫештә була.

Помидор орлоғон сәскәндә фитофторин ҡулланығыҙ, уны орлоҡтоң өҫтөнә һибергә лә мөмкин. Ул ағыулы түгел, киреһенсә тупраҡта һәм помидор орлоғонда булған сирҙе үлтерә. Үҫентеләр аҡһыл булып тишелеп сыға икән, тимәк ауырыу бар. Баҡсасылар шулай уҡ помидорҙың төрлө сорттарын ҡулланырға кәңәш бирә.

Читайте нас