Атайсал
20 Апреля , 06:56

Уңған ауылдаштарым йәмғеһе 170 сетка үргән!

Беҙҙең ир-егеттәребеҙҙең иңенә төшкән, Тыуған илебеҙгә килгән оло афәттең осо-ҡырыйы күренмәй. Беҙ бында, тылда, тыныс йоҡлап, тәмле ашау менәнме ни, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙең баш осонда тимер ҡоштар тын алырға бирмәй, окоптарын ер менән тигеҙләй, Әле генә һөйләшеп ултырған дуҫың күҙ алдында бөгөлөп төшә. Эсендә йәне булған, кешелек ҡиммәттәрен юғалтмаған һәр кем, яуҙағы егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.Сөнки беребеҙ ҙә, миңә ҡағылмай, ғаиләмде урап үтер, тип әйтеү түгел, уйларға ҡурҡып тора.

Уңған ауылдаштарым йәмғеһе 170 сетка үргән!Уңған ауылдаштарым йәмғеһе 170 сетка үргән!
Уңған ауылдаштарым йәмғеһе 170 сетка үргән!

Ә интернет селтәрендә "Глава ДОСААФ Удмуртии выставил на улицу плетущих сети для СВО со словами, "Пожилые негодяйки всякой ерундой занимаются. У нас войны нет!" тигән хәбәрҙе уҡып шаҡ ҡатылды. Шулай тыныс ятып йоҡлай аламы икән күрәһең?

Ейәнсура районы Үтәғол ауылында 2024 йылдың май айынан егеттәрҙең ғүмерен һаҡлауға әҙ булһа ла ярҙам итеү, терәк булыу маҡсаты менән әсәйҙәре, туғандары, ауылдаштары бергә берләшеп теләк, доғаларын уҡып маскировка сеткаһы үреүгә тотондо. Мәҙәниәт йортонда башланып киткән эш тәүге мәлдәрҙән үк юлға һалынды. Район хәкимиәтенә мөрәжәғәт итеп, күптән түгел Үтәғол мәктәбе администрацияһы мәктәптән йылы, яҡты бүлмәләр биргәс эштәр ике станокта гөрләп бара. Тәүге сеткаларҙы үргәндә, өйрәнеп алғансы кире һүтеп үргән ерҙәре лә булды. Йылдар дауамында өйҙәге донъя мәшәҡәттәре, ваҡыттары менән иҫәпләшмәй Фәниә Вәлиева, Тәслимә Ишемйәрова, Фәймә Исхакова, Флүрә Хәйбуллина, Миңзиһан Әхмәтнәбиева, Фәниә Иҙелбәкова, Венера Абдуллина, Мәҙинә Ишкинина апайҙар ошо изге эште атҡарып килә. Уларға ярҙамға Фирүзә Ишкилдина, Миңзәлә Ғәлиева, Фәриҙә Дәүләтбакова, Фәриҙә Йәнбулатова өҫтәлеп ҙур, берҙәм команда тупланған.

Һәр кемдең үҙенә тәғәйен эше бар. Берәүҙәр материалды таҫмаларға ҡырҡа, икенселәр - таҫмаларҙың остарын бәйләрлек епкә ҡырҡа, өсөнсөләре сетка үрә. Арлы- бирле генә, һирәк үрелмәй, сифатлы булырға тейеш. Сеткаларҙың ситенән уратып еп үткәреп, элмәк бәйләп сығалар. Был яугир егеттәр тарттырып бәйләп техникаларын йәшергәндә, үҙҙәренә һаҡланыу ҡоролмаһы булараҡ та ышаныслы, ныҡ булһын өсөн эшләнә.

Материалдарҙы ауылдаш, яҡташ егеттәр-ҡыҙҙар күрһәткән матди ярҙамға вайлдберрис, озон магазиндарынан яҙҙырып алына.

Әҙер сеткаларҙы тоҡҡа һалған саҡта, сетка араһына егеттәргә кәрәк әйберҙәр төрөп ялға ҡайтҡан егеттәр, райондан барған гуманитар ярҙам аша яу яланына оҙатыла. Әйберҙәрҙе, ҡыш көнө дебет бейәләй, нәскиҙәрҙе ауылдан оло йәштәге инәйҙәр ҙә ебәрә.

Әлеге мәлгә, уңған апайҙар йәмғеһе 170 сетка үргән! Үҙҙәре, һуғыштар бөтөп, һуңғы үрелгән сеткалар ошонда ятып ҡалһа ине, тип теләй.

Хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүсе, ойоштороусыларға барыһына ла оло рәхмәт! Изгелегегеҙ, хеҙмәтегеҙ яугирҙәргә көс бирә, ышаныслы тыл. Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ! Әмин!

Сәүиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

Үтәғол ауылы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас