

Һеҙ халыҡҡа иң яҡыны
Хөрмәтле вәкиллекле органдар башлыҡтары һәм депутаттары, хакимиәттәр хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль хеҙмәт ветерандары, һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Урындағы үҙидара – ул халыҡҡа иң яҡын власть звеноһы. Кешеләргә хеҙмәт итеү – еңел булмаған эш һәм ҙур яуаплылыҡ. Сөнки халыҡтың тормошо иртәгә ниндәй буласағы бөтә кимәлдәге муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һәм депутаттарҙың бөгөнгө эшенә бәйле. Һеҙ көн һайын төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, төрлө өлкәләрҙә эшләүгә өлгәшәһегеҙ. Был хеҙмәттең маҡсаты һәр ваҡыт бер – беҙҙең районда һәр кешенең тормошон лайыҡлы итеү. Был ҡатмарлы, әммә мәртәбәле миссияны үтәү эшкә намыҫлы мөнәсәбәт, юғары башҡарыусанлыҡ, үҙеңә һәм коллегаларыңа талапсанлыҡ булмайынса мөмкин түгел.
Һеҙгә бөтмәҫ көс һәм тырышлыҡ, инициативалылыҡ, тыуған районыбыҙ именлеге хаҡына яңы ҡаҙаныштар һәм юғары үрҙәр, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем. Янығыҙҙа һәр ваҡыт ышаныслы һәм тоғро ярҙамсылар һәм фекерҙәштәр булһын! Халыҡтың аңлауы һәм ярҙамы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға һәм теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итһен!