Ейәнсура районы прокуратураһы 35 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул РФ Енәйәт кодексының 159.2 статьяһының 4-се өлөшө (түләү алыуҙа айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу) буйынса ғәйепләнә, тип хәбәр итте БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Ир дәүләт программаһы буйынса йорт төҙөү өсөн дәүләттән аҡса алырға теләгән. Бының өсөн ул чиновниктарға ялған мәғлүмәт биргән: төп эш урыным ауыл хужалығы өлкәһендә һәм төҙөлөш хаҡының 30 проценты бар күләмендә аҡсам бар, тип белдергән. Ысынында былар булмаған. Шул рәүешле алдашыу юлы менән ул дәүләттән 1 миллион һумдан ашыу аҡса ала.
Ир енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныған, зыянды тулыһынса ҡаплаған.
Шуға ҡарамаҫтан, уның эше судҡа тапшырылғән. Хәҙер Күгәрсен район-ара суды ниндәй яза аласағын хәл итәсәк.