

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Үҙ ауылында башланғыс синыфтарҙа уҡый, күрше Муйнаҡ ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Абзан ауылында урта мәктәпте тамамалай. Мәктәпте һуң Мәхмүт Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда эшләй. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнаша. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1960 йылдан Мәхмүт Һибәт улы төрлө киң мәғлүмәт сараларында – «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» республика гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитетында эшләй. 1981 йылдан республика Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мәхмүт Уразаев әҙәбиәткә үткән быуаттың 60-сы йылдары аҙағында килә. Үҙенең тәүге шиғырҙарына ул «Мәхмүт Һибәт» псевдонимы менән ҡултамға ҡуя башлай. 1971 йылда нәшритәттә йәш шағирҙың «Үрҙәр саҡыра» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Артабан баҫылған “Йылдар юғалмай”, “Сал офоҡ”, “Алпамыша”, “Биллеғылыс”, “Ғүмер ҡиссалары” китаптарында Мәхмүт Һибәт мәңгелек ҡиммәттәр – әхләҡ, мөхәббәт, изгелек һәм кешелеклек темаларын күтәрә.
Ул төрлө жанрҙарҙа уңышлы эшләй, көсөн драмтургияла һынап ҡарай. Сыңғыҙ Айтматовтың “Беренсе уҡытыусы” повесын, Рәсүл Ғамзатовтың, Яков Ухсайҙың, Сергей Чекмаревтың һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. Үҙенең әҫәрҙәре рус, татар, украин телдәренә тәржемә иттелгән.
Ул төрлө жанрҙарҙа уңышлы эшләй, шиғырҙар һәм поэмалар, ҡиссалар, шиғри афоризмдар, дастандар яҙа, драматургияла ла көсөн һынап ҡарай. Үҙенең ижадында ул йыш ҡына халыҡ фольклорына мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, «Алпамыша» дастаны, «Бәндәбика һәм Ерәнсә», «Заятүляк һәм Һыуһылыу», «Торна» драмалары халыҡтың ауыҙ-тел ижады мотивтарына нигеҙләнгән. Бөтәһе ундан ашыу китап яҙған.
Мәхмүт Һибәт шиғырҙарының лирик юлдары Хөсәйен Әхмәтовты, Абрар Ғабдрахмановты, Рәшит Йыһановты һәм башҡа башҡорт композиторҙарын популяр йырҙар ижад итергә рухландырҙы.
Шағир 2021 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.
* * *
Мин ҡалдырған ғаләм иңендә
Таңдар мөғжизәһе һүрелһә,
Эңерҙәрҙең сихри өнөндә
Тыуыр нуры тынлыҡҡа күмелһә, —
Минең йөрәгемдән ағылған
Ғашиҡ уты етмәй, белегеҙ.
Ғашиҡ уты — моң ул яғылған
Һәр йәнгә лә. Һөйһөн йәнегеҙ.
Һөйөп йәшәү — үлмәй йәшәүҙер,
Баҙыҡ таңдар, серҙәр шикелле.
Ер, Күк, Ғашиҡ — улар өсәүҙер,
Бер-беренә оҡшаш, иш йөҙлө.
Ер, Күк, Ғашиҡ. Ғашиҡ етмәһә,
Ғаләм тоноҡланып, тарайыр.
Ян, йөрәгем, янып һип йәнә
Ғашиҡ утын. Үрҙәр һорай йыр.
Мин йырлайым
Ерҙә яралған йәнемде
Бөйөк киңлек — Йыһан тартты,
Ғашиҡ түгелдәр йәл инде:
Хәтерләтте хәлһеҙ ҡартты.
Ерҙә яралған йәнемде
Мөхәббәтем итте нурҙай:
Ҡанатлылыр һәр мәл инде,
Сәмем түгел юйылырҙай.
Ерҙә яралған йәнемде
Гүргә нисек һыйҙырайым?!
Ғашиҡ түгелдәр йәл инде,
Ти таңым да. Мин йырлайым.
Мин йырлайым, берләшкәндәй,
Таң менән, ғаләм менән
Бер үк йырҙы. Сер үҫкәндәй,
Йыр ҙа сер арбай белгән!
* * *
Йәркәй Ғәбделхәй улы Теләүбирҙинға
Йәркәй тигән исемде һин баҙығайттың
Йәшәүеңдең нуры менән. Аҙаҡ ҡайттың
Ата-баба зыяратына. — Аҡһарыҡтың
Тулҡыны һин, юҡтыр көнөң ҡәберҙәге.
Теләк үлмәй: йүн-яҡшылыҡ, ҡот-йәм теләү,
Йәмең кеүек, ҡырмыҫҡалар ҡорған иләү,
Тере тупраҡ ҡатламында бара түлләү, —
Бешкән, ана, ҡәбереңдә ер еләге.
Һинең кеүек үре ҡалмай шул тарлыҡтың,
Аҡһарыҡтан килгән моңдай, һин барлыҡһың.
Бешкән, ана, ҡәбереңдә ер еләге,
Мин бит, ти ул, өҫкә ҡалҡҡан ир йөрәге.
Күҙҙәреңә ҡарап
Күҙҙәреңә ҡарап, һүҙҙәремдә
Наҙ ярала ошо мәлемдә.
Наҙыбыҙҙың нурлы үрҙәрендә
Тойҙорт онотолоу тәмен дә.
Күҙҙәреңә ҡарап оҙаҡ-оҙаҡ,
Килә мәл берлеген оҙайтҡым,
Ғаләм киңлегендә йыраҡ-йыраҡ
Араларҙы үтер юл тапҡым.
Күҙҙәреңә ҡарап, килә һине
Һулышым тип тойғом был мәлдә.
“Юлығыҙ — мин!”— тиһен йыһан иңе,
Ҡанатһыҙмы йән-хис һөйгәндә?
* * *
Аҡҡондоҙҙан Йылайырға табан үтәм. Зыярат:
Бәҫен аса унда ла мәл үре, бармай ҡыйрап,
Йәшәүебеҙҙәй, унда бер ни ҙә түгел ялған.
Ғаләмшә инәйем дә ошо ғаләмдә йәшәп,
Үҙенә әжәл язаһын түгел, сер тынлығын,
Шунда һеңгәндәрҙең нурлы ризалығын алған.
* * *
Ил иләүе эсендә
Йәшәнем. Намыҫ йөгө
Булды һәр саҡ иңемдә,
Унан да ни бар изге?
Илде иләү ишетәм,
Күгем — үлмәҫ йәшенле.
Йәшенле күк уты һеңгән
Тупраҡ ҡына — йәш көнлө.