Ҡыҙҙыра

Киләһе көндәргә һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 18 майҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 19 майҙа, башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +28, төндә +13 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 20 майҙа, шулай уҡ аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +29 градус тәшкил итһә, төндә +17-гә тиклем түбәнәйә. Төндә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас