

Ял көндәрендә Йылайыр районының «Таллыҡ яланы»нда үткән «Бесән туйы» салғысылар ярышында Йомағужа ауылынан 91 йәшлек Шәмсинур Ғәтиәт ҡыҙы Ҡолғарина ярыштарҙа иң өлкән ҡатнашыусы булды, тип хәбәр итте район башлығы Борис Мелкоедов.
Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡ райондарынан командалар килгән, әммә тап өлкән ҡатнашыусы үҙенә төп иғтибарҙы йәлеп иткән. Видеола күренеүенсә, ул салғы менән бик оҫта һәм таһыллы эш итә.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, “Бесән туйы” бесән әҙерләү традицияларын һаҡлау һәм йәштәрҙе боронғо һөнәрҙәргә өйрәтеү маҡсатында икенсе йыл рәттән үткәрелә.