

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары өсөн Башҡортостан Башлығының йыллыҡ бер тапҡыр бирелә торған премияһын алыуға документтар ҡабул ителә башлай. Түләү күләме 150 мең һум тәшкил итә.
Премия һәләтле йәштәрҙе төбәк вуздарына йәлеп итеү һәм республика фәнендә һәм иҡтисадында иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын ҡалдырыу өсөн булдырылған. Ул БДИ-ла иң юғары балл йыйған һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан төбәк вуздарына уҡырға ингән абитуриенттарға бирелә.
БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, бындай сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға шулай уҡ 50 мең һум күләмендә премия ҡаралған.
Түләүҙе рәсмиләштереү өсөн документтарҙың тулы пакетын 2026 йылдың 20 авгусына тиклем БР мәғариф министрлығына тапшырырға кәрәк.