Атайсал
11 Августа , 07:31

Тәүге миллион тонна йыйылды

Башҡортостан игенселәре 1 миллион тонна яңы уңыш игенен һуғып алды, тип хәбәр иттеләр төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 330 мең гектар бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сабылған, был дөйөм күләмдең 25 проценты. Төбәкте һәм илде иген менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының маҡсаттарына тап килә, тип иҫкә төшөрҙөләр аграр ведомствола.

Йыйылған уңыштың күп өлөшө – ужым культуралары. Уларҙы республикала 836 мең тоннанан ашыу һуғып алғандар, гектарынан уртаса уңыш – 36 центнер. Ауыл хужалығы культуралары араһында ужым бойҙайы өҫтөнлөк итә, уны 750 мең тоннанан ашыу йыйып алғандар.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың 16 районы аграрийҙары ураҡ кампанияһының төп культураһын – яҙғы бойҙайҙы йыя башланы. Әлегә 13,5 мең тонна һуғылған. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа яҙғы рапсты ла йыйып ала башлағандар.

Читайте нас