

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ ҡасабаһында Һарыҡташ районы ойошторолоуға 95 йыл тулыуға арналған ҙур күләмле сара үтте. БР халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, унда башҡорт халҡының бай мәҙәниәте лә күрһәтелгән һәм бик күп ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп иткән.
Ойоштороусылар тирмә менән ярҙам иткәндәре өсөн Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улына, уның урынбаҫары Марат Рафиҡ улына, Ҡоролтай рәйесе Байрас Фәтих улына, Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Хажиғәле улына; милли костюм элементтары өсөн Гөлсәсәк Килдейәрова етәкселегендәге оҫтабикәләргә; сағыу сығышы өсөн уҡсы Ирәндек Иҙел улына рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башкирский историко-культурный центр Оренбуржья