Атайсал
11 Сентября , 05:55

Йәнтөйәктәрен онотмайҙар

Ҡырҙа йәшәһәләр ҙә тыуған ауылдарының бөгөнгөһөн хәстәрләп, уның киләсәге өсөн борсолоп йәшәгән райондаштарыбыҙ күп. Улар мөмкинлек булыу менән йәнтөйәктәренә ҡайтып килергә тырыша. Был иҫәпкә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Ирәндек һәм Әлфиә Бирҙеғоловтар ҙа инә.

Ауылда йәшәгән күп һанлы туғандарының, класташтарының шатлыҡтарын бүлешергә, ҡайғыларын уртаҡлашырға (тормош булғас уныһы ла була), ауылда уҙған төрлө сараларға ла ҡайтырға ваҡыт бүлә. Әлбиттә, буш ҡул менән йөрөмәйҙәр. Ауыл мәҙәниәте йорто янындағы паркҡа ултыртырға ағас үҫентеләре һатып алырға аҡсалата ярҙам күрһәткәндәр, үҙҙәре лә гортензиялар, туя, роза һ.б. үҫентеләр алып ҡайтып, өмә менән ултыртҡандар. “Умырзая” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары улар тектергән костюмдарҙа сығыш яһай, тағы ла француз яулыҡтар бүләк иткәндәр. Байрамдарҙа ауылға спонсорлыҡ ярҙамы ла күрһәтәләр.

Үтәғол Ирәндек Заһит улының тыуып үҫкән ауылы, ә Әлфиә Әмир ҡыҙының ғаиләһе Әбүләйестән күсеп килгән. Улар бер класта уҡығандар.

– Мин агроном булырға тейеш инем. Шул хыял мине 10-сы кластан һуң ауыл хужалығы институтының агрономия бүлегенә алып килде. Имтихан бирҙем, аттестатта баһалар һәйбәт. Саҡырыу көтөп йөрөйөм. Әммә минән башҡа бөтәһенә лә саҡырыу килде. Аптырайым, шунан Сәүиә Ишкинина: “Һин исемлектә юҡһың ул”, – тигәс, конкурстан үтмәгәнемде аңланым. Унан Иҙәш мәктәбендә директор булып эшләгән Хәсән еҙнәм эшкә саҡырҙы, армияға тиклем бер йыл унда география, тарих, черчение, рәсемдән уҡыттым. Яңы ғына музей эшләй башлаған ине, уны ла, фототүңәрәк тә алып барҙым, – Ирәндек Заһит улы бер йыл уҡытҡас армияға алына. Монголияла үтәй ул һалдат бурысын.

Бурысын үтәп ҡайтып килгән һалдатты Өфөлә тимер юл вокзалында буласаҡ кәләше Әлфиә апаһы Лилиә менән ҡаршы ала. Шунда ҡайынбикә буласаҡ кеше уның артабан нимә эшләйәсәге тураһында һорай. “Агрономлыҡҡа барам”, тиеүенә, Лилиә апай, уға теш табибына уҡыу отошлораҡ булыр, тип, тәҡдим итә. Ҡайтып, ата-әсәһе менән күрешкәс, документтарын медучилищеға алып килеп тапшыра. Шулай уның агроном булыу теләге ҡырҡа үҙгәрә.

– Тапшырыуын тапшырҙым да ул, тик медсправкала бер печать һуғылмай ҡалған икән. Уны артынан ҡайтып килергә аҡса юҡ, ни кешенән һорарға оялам.  Былай ҙа килгәндә автобусҡа билет булмай, “кукурузник” менән Мораҡта пересадка яһап килдек Өфөгә. Ҡайтманым инде. Училищела теш технигына йыялар тигән иғланды уҡыным да, документ тапшырҙым. Ишеткәнем булһа ла, ул һөнәр тураһында белмәй инем. Комиссияла: “Ни эшләп стоматологҡа уҡымайһығыҙ, үткәнһегеҙ бит?” – тип һорайҙар. Мин: “Унда уҡығым килмәй”, – тип яуаплаған булам. Справкала печать етмәй, шуға һеҙгә килдем тип әйтмәйем бит инде. Ярай печать һораманылар. Бер һүҙһеҙ алдылар, – тип көлөп хәтерләй Ирәндек ағай.

Өс йыл  уҡыу осоронда ул буласаҡ ҡәйнәһенең фатирында йәшәй. Үҙенең биш балаһы янына Ирәндек ағайға ла урын таба Филүзә апай. Әлфиә Әмир ҡыҙы БДУ-ның химия факультетында киске уҡыуҙа белем ала, көндөҙ авиация университетында лаборант булып эшләй. Егет ҡыҙын кистәрен уҡыуҙан ҡаршы алып йөрөй. 1985 йылда туй яһайҙар, киләһе йылына ҡыҙҙары Светлана тыуа. Бер айлыҡ бала менән диплом яҡлай Әлфиә Әмир ҡыҙы.

Йәш ғаиләгә Стәрлелә фатир бирәләр. Ирәндек – балалар теш дауаханаһында, Әлфиә, химик һөнәренә эйә булһа ла, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әйткәндәй, уларҙың үҙҙәренән дә туғандары, ауылдаштары, класташтары, ҡоҙа-ҡоҙағый-ҡоҙасалары һис өҙөлмәне. Кемеһе балаһын уҡытырға алып килә, кемеһе теш ҡуйҙырырға килә, хатта йыллап йәшәгәндәр ҙә була. Береһен дә кире бороп сығармай улар.

Әле хаҡлы ялдағы Ирәндек ағай заманында был һөнәрҙе һайлағанына һис кенә лә үкенмәй.

– Диплом алғас Иҫәнғолға, йә берәй ҡалаға эшкә урынлашырға тип тырыштым. Иҫәнғолдан саҡырыу булманы, техник кәрәкмәй ине. Стәрлегә осраҡлы килеп эләктем дә 40 йыл балалар стоматологияһы клиникаһында эшләнем. Эшем ныҡ оҡшай, ә яратҡан эшеңде балаларың дауам итһә, бигерәк ҡыуаныслы икән, – ти ул хәҙер.

Эйе, уның эшен ҡыҙҙары ла дауам итә, Светлана юғары белемле теш табибына уҡыған. Әлиә лә стоматолог- терапевт, әле икенсе юғары белем – ортопед дипломын алырға йөрөй. Үкенескә күрә, Светаларын ауыр сир яҡты донъяларҙан алып китте. Уның ҡыҙы Азалия ла ҡартаһы, әсәһе юлынан бара: Өфөлә университет янындағы медколледжда теш технигына уҡый, быйыл диплом алды.

Яңыраҡ Бирҙеғоловтар Стәрлелә үҙҙәренең стоматология клиникаларын асты. Эшегеҙ уңышлы булһын! Шулай тыуған төйәгегеҙҙе, ауылдаштарығыҙҙы онотмай, хәстәрләп йәшәгәнегеҙ өсөн Хоҙай һеҙҙе үҙе ололаһын!

Автор:Айгуль Клысбаева
Читайте нас