Атайсал
22 Сентябрь , 06:12

Дәүләт автоинспекцияһы бөгөн яңы операция башланыуы тураһында хәбәр итте

Добавить в предпочтительные источники Google
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»

22-30 сентябрҙә республика биләмәһендә транспорт сараларының йәйәүлеләрҙе бәрҙереүенә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән «Йәйәүле» профилактика сараһы уҙғарыла.

Автоинспекция хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүенә контролде көсәйтәсәк. Йәйәүлеләр үткәүеле, белем биреү учреждениелары эргәһендәге участкаларға һәм халыҡ күп йыйылған урындарға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Сараның төп бурыстары — водителдәрҙең йәйәүлеләр үткәүелдәрен үтеү ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү; тейешһеҙ урында йәки светофорҙың тыйыу сигналына юл аша сығыусы йәйәүлеләрҙе асыҡлау; юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән үҙ-ара әҙәплелек һәм иғтибар мөһимлеге тураһында аңлатыу эше.