Ашҡаҙанында ручка, сым һәм күҙлек дуғаһы тапҡандар

Өфөнөң 21-се дауаханаһы табитары иҫ китмәле хәлгә тарыған ирҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған.

Ашҡаҙанында ручка, сым һәм күҙлек дуғаһы тапҡандарАшҡаҙанында ручка, сым һәм күҙлек дуғаһы тапҡандар
Ашҡаҙанында ручка, сым һәм күҙлек дуғаһы тапҡандар

Табиптар эндоскопик тикшереү ваҡытында пациенттың ашҡаҙанында ят әйберҙәргә тап булған. Башта ирҙең ашҡаҙанында шариклы ручка барлығын рентген күрһәтмәгән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.

"Эсе ауыртыуға зарланған 40 йәшлек пациентты 15 июлдә ашығыс ярҙам машинаһында алып килделәр. Уға быға тиклем шундай операция яһаған булғандар инде. Ул саҡта ашҡаҙан-эсәк трактында ят предмет алынған. Был юлы ир, ручканан тыш, күҙлек дуғалары һәм ике оҙон тимерсыбыҡ йотҡан", – тип һөйләгән хирургия бүлеге етәксеһе Евгений Фролов.

21-се дауахана табиптары иң элек консилиум йыйған. Рентген ярҙамында ашҡаҙандағы ят предметтарҙы асыҡлағандар. Бындай әйберҙәрҙе операциянан башҡа алыу бик ҡатмарлы, тәжрибәле табип-эндоскопист Фоат Шәрипов уларҙы ФГС аппараты һәм махсус ҡыҫҡыстар ярҙамында алған. Процедура 30 минутҡа яҡын барған.

Был предметтар ашҡаҙанына нисек эләккәнен ир үҙе лә аңлата алмай. “Шулай килеп сыҡты инде”, – тип кенә аңлатҡан.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас