

Шул уҡ ваҡытта, Президент әйтеүенсә, прививканы көсләп тағырға ярамай, ә “аңлатырға кәрәк”.
“Беҙҙең төп бурыс – илдә вакциналау темптарын арттырыу. Кешеләрҙе прививка яһатырға кәрәклегенә, тик шулай ғына эпидемияға кәртә ҡуя аласағыбыҙға инандырыу бик мөһим. Бер нимәне лә көсләп тағырға ярамай”, – тине Путин хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә.
Дәүләт етәксеһе шулай уҡ граждандарҙа вакциналауға бәйле килеп тыуған ҡатмарлы һорауҙарҙы ентекләп һәм квалификациялы аңлатырға кәрәклеген белдерҙе.
Фото: Кремлин.ру